Мәҙәниәт
9 Декабря 2020, 11:05

ҠЫШ БАБАЙ МЕНӘН ҠАРҺЫЛЫУ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ЯҢЫ ҠЫШ БАБАЙ КИЛӘБеҙгә ап-аҡ тунын кейепЯңы Ҡыш бабай килә,Ҡарһылыуы бергә елә,Нур сәсеп көлә-көлә.

ЯҢЫ ҠЫШ БАБАЙ КИЛӘ
Беҙгә ап-аҡ тунын кейеп
Яңы Ҡыш бабай килә,
Ҡарһылыуы бергә елә,
Нур сәсеп көлә-көлә.
Килә бит Ҡыш бабай беҙгә
Күстәнәстәрен алып,
Яңы ҡыуаныстар алып,
Ҡуймағыҙ һуңға ҡалып.
Яңы йылда шат, бәхетле,
Уңған булыуы ябай -
Үтәгәндә һәр эшеңде
Теләгәнсә Ҡыш бабай.
(Р.Ниғмәтуллин)

БЕҘҘЕҢ БАБАЙ
Ҡыш бабай, йәшел санаға
Пар аттар егеп,
Буран туҙҙырып далала,
Әй, килә елеп.
Башында осло аҡ бүрек,
Өҫтөндә аҡ тун,
Ауыҙ йырып килә көлөп,
Күңелле ҡарт ул!
Йәшел санаға һалған ул
Уйынсыҡ аттар,
Алма, туп, маймыл, күбәләк,
Ҡаҙ, самолёттар...
Ҡуяндар аптырап ҡала,
Юлдарға сығып:
- Ҡайҙа бара һуң Ҡыш бабай,
Шул һынлы сабып?
(Б.Бикбай)

ҠАРҺЫЛЫУ
Нәҡ Ағиҙел боҙо һымаҡ,
Зәп-зәңгәр минең күҙҙәр.
Толомдарым ебәк төҫлө,
Мине Ҡарһылыу тиҙәр.
Керпектәремә ҡуна ла
Йылмая аҡ йондоҙҙар.
Мине ҡәрҙәшендәй тоя
Бар малайҙар, бар ҡыҙҙар.
Хатта уҫал кейектәр ҙә
Яҡын дуҫы күрәләр.
Һәр көн улар, сәләм биреп,
Минең янға киләләр.
- Ҡарһылыуым, - тип Ҡыш бабай
Үҙемде бик ярата,
Минең менән йыуана ла
Һағышын да тарата.
Үҙемде бик ярата.
(А.Игебаев)

ҠЫШ БАБАЙ КИЛГӘНГӘ
Яңы йылды ҡаршылайбыҙ,
Шыршы уттары әҙер.
Ҡарһылыу ҡыҙын эйәртеп,
Ҡыш бабай килер хәҙер!
Шыршы уратып йөрөргә
Төрлө костюм кейербеҙ.
Йырҙар йырлап, шиғыр һөйләп,
Тыпыр-тыпыр бейербеҙ.
Һағындыҡ шул Ҡыш бабайҙы,
Ул беҙгә бик ҡәҙерле.
Тоҡлап ҡыуаныс килтергәс,
Көтәбеҙ шул ҡәҙәрле!
(З.Аҡбутина)

ҠЫШ БАБАЙ
Минең олатайға оҡшаш
Тағы ла бар бер бабай.
Тик уны мин һирәк күрәм,
Эштәре түгел ябай.
Яңы йылда ғына килә,
Һалҡынды бик ярата.
Үҙе бик ҡалын кейенә,
Шуныһы аптырата.
Бүләк өләшә башлаһа,
Һәр кемгә тигеҙ бүлә.
Ҡайҙандыр беҙҙең исемде,
Фамилияны ла белә.
Йылына бер килһә лә ул,
Йомарт бабай бик яҡын.
Унан йылы нур бөркөлә,
Тик ниңә һуң ҡыш һалҡын?
(Л.Абдуллина)

ҠЫШ БАБАЙ
Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы,
Бына килде ул беҙгә,
Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды
Беҙ уның менән бергә.
Шыршы тирәләй әйләнеп,
Тыпыр-тыпыр бейейбеҙ.
- Бүләктәрен өсөн һинә
Рәхмәт, Ҡыш бабай! – тибеҙ.
(М.Бикбова)

ҠЫШ-РӘССАМ
Күпте күргән, күп белгән
Мең йәшәр сал Ҡыш бабай,
Һинең етеҙ ҡулдарың
Бер ҙә эштән бушамай.
Мин йоҡонан тороуға
Көрт тауҙары өйәһең,
Ел атыңа атланып ,
Аҙмы ерҙәр гиҙәһең.
Рәсемдәр төшөрәһең
Тәҙрәләргә көн һайын.
Һинән дә оҫта рәссам
Юҡтыр ҙа ул моғайын!
Ҡыш бабай, нисек итеп
Яһайһың төрлө һүрәт?
Мине лә үҙең һымаҡ
Рәссам булырға өйрәт.
(А.Игебаев)

ҠЫШ БАБАЙ
Балҡығас шыршы уттары
Яҡты маяҡтар төҫлө,
Аҡ парашют йәйеп ергә,
Ҡыш бабай килеп төштө.
Парашютын йәйеп китте
Ҡырҙарға, урмандарға,
- Яңы йыл менән! - тип, ул
Нур һибә урамдарға.
Әйҙә бейе, елбәҙәк ҡар,
Йәйғорҙай балҡы,шыршы!
Ҡыш бабай үтһен һоҡланып:
- Күркәм, - тип, - Урал ҡышы.
(Г.Батталова)

ҠЫШ БАБАЙ ӨШӨГӘН
Биҙәлгән шыршы янында
Ҡыш бабай бейеп йөрөй.
Йылы тунын, ап-аҡ бүркен,
Бейәләй кейеп йөрөй.
Бәҫ һарыған ике ҡашын,
Ҡып-ҡыҙыл булған йөҙө.
Үҙе килтергән һыуыҡта
Өшөгән бабай үҙе.
(Ә.Әсәҙуллина)

ҠЫШ БАБАЙ КИЛДЕ
Урмандар, ҡырҙар
Ҡарға күмелде.
Ҡыш йырын йырлап
Ҡыш бабай килде.
(Ғ.Туҡай)

ҠЫШ БАБАЙ
Байрамға килде Ҡыш бабай,
Алыҫ юлдан елдереп.
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – ти,
Һөйөнөсөн белдереп.
(С.Әлибай)

МИН - ҠЫШ БАБАЙ
Ҡанатланып киләбеҙ,
“Был кем икән?” – тимәгеҙ.
Мин - Ҡыш бабай,Ҡыш бабай,
Һүҙҙәрем түгел ябай.
Һипкән ҡарымда – сафлыҡ,
Һәр бер һүҙемдә – шатлыҡ,
Ил өҫтөндә Яңы йыл
Тыуа тағы ла балҡып.
Ел һыҙғыра, һыҙғыра,
Аҡ ҡарҙарҙы туҙҙыра –
Был мин киләм, эй еләм,
Етеҙ атым – ел менән.
Ҡотлап Яңы йыл менән,
Ил буйынса мин сабам.
Мин – Ҡыш бабай, шатлыҡ булып,
Һәр өйгә ишек ҡағам...
(С.Әлибаев)

ҠЫШ БАБАЙ КИЛДЕ ҠАЛАҒА
Ҡыш бабай килде ҡалаға,
Ектереп ел - пар атты.
Урамдарҙа бөгөн тәүләп
Тәңкәләрен таратты.
Эркелде тышҡа малайҙар,
Ҡыш һуң кемгә оҡшамай!
- Тәңкә һибә,
Тәңкә һибә,
Тәңкә һибә Ҡыш бабай!..
(Х.Назар)

ҠЫШ БАБАЙ
Эй,Ҡыш бабай,Ҡыш бабай,
Күптәнге таныш бабай.
Йәнә лә килеп еттең,
Елбер ҡарҙар бейеттең.
Һыуыттың урамдарҙы,
Борҡоттоң бурандарҙы,
Кейҙерҙең беҙгә һырма,
Бейәләй,бүрек,быйма.

ҠЫШ БАБАЙ
Керпегең дә аҡ ҡына,
Ҡаштарың да аҡ ҡына,
Һай, Ҡыш бабай, һөйләйһең,
Һуҙҙәреңдә хаҡ ҡына.
Таяғың да аҡ ҡына,
Толобоң да аҡ ҡына,
Һай, Ҡыш бабай, йөрөгән
Юлдарың да паҡ ҡына.

ҠЫШ БАБАЙ
Их беҙҙең шыршы -
Ул ниндәй ҡупшы,
Янында күмәк
Уйнауы яҡшы.
Әйҙә, Аҡ бабай,
Һине көттөк беҙ,
Һикереп уйнарға
Һағынып бөттөк беҙ.
Килсе, Ҡыш бабай,
Йырлайыҡ бергә.
Яңғыраһын шат йырҙар
Бәхетле көндә.
Фото: Этҡол ауылы мәҙәниәт йорто архивынан
Читайте нас