Мәҙәниәт
7 Декабря 2020, 08:28

Декабрь яратҡан айым (шиғыр)

Декабрь. Яратҡан айым.Һыуыҡ, шифа саф һауа.Үткәндәргә салауат, тип,Күктән йондоҙҙар яуа.

* * *
Декабрь. Яратҡан айым.
Һыуыҡ, шифа саф һауа.
Үткәндәргә салауат, тип,
Күктән йондоҙҙар яуа.

Йондоҙҙар яуа түгелеп,
Ерҙе ап-аҡ ҡар ҡаплай.
Иҫке йылды оҙатып. Ҡыш
өр яңы тормош башлай.

Өр яңы йыл ҡотло булһын,
Онотолһон афәттәр.
Бәхетле тормош теләйем,
Йылмайығыҙ, дуҫ-иштәр!
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас