Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2020, 11:27

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘБар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,Ем-ем итеп ҡар көлә.Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,Беҙгә Яңы йыл килә.

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,Ем-ем итеп ҡар көлә.Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,Беҙгә Яңы йыл килә.Көрткә сумып ҡойона шыршы,Энәһе йәшел генә;Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,Беҙгә Яңы йыл килә.Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,Еҙ ҡыңғырау – ай елә;Арғымаҡтарын ярһытып,Беҙгә яны йыл килә.
(Х.Ғиләжев)
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Ҡар бурандарын уйнатып,Яңы йыл килә.Ярһыу ат егеп санағаҠыш бабай елә.Дуғаһында ҡынғырауҙарСылт-сылт сыңлайҙар.Ҡуян, айыу һәм балаларШуны тыңлайҙар.Ә санала күҙҙең яуынАла йәш шыршы.Ҡыш бабайҙың бүләге улБайрамға ҡаршы.Тиҙҙән булыр ошо шыршыӨйҙөң түрендә.Йондоҙ балҡытып саҡырырБеҙҙе үҙенә.
(А.Йәғәфәрова)
ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәнеҠарлы ел менән.Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:- Яңы йыл менән!- Яңы йыл менән!Өй түрендә күркәм ҡунаҡ –Йәшел кейемдән,Оҙатып килгәндәр уныҠуян, тейендәр.Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙБөтә ил менән.Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ:- Яңы йыл менән!- Яңы йыл менән!
(Ғ.Рамазанов)
ЯҢЫ ЙЫЛ ҠАСАН КИЛӘ?
КалендарҙыңБите йыртыҡ.Ҡағыҙ ҡалдыАртыҡ-бортоҡ.Үткән көндөЙыртып ташлап,Була яңыКөндө башлап.Йыртһам тотошКалендарҙыЯңы йылғаЕттем-барҙым!Әсәй көлә:Юҡ, ти, ҡыҙым,Яңы йылғаЮлдар оҙон.ҮтмәйенсәЙәйен-көҙөн,Йыл үтмәй шулБулсы түҙем!Яҙҙың һарыБәпкәләре,Йәйҙең матурСәскәләре,Көҙҙөң һутлыАлмалары,Ҡыштың боҙлоАлҡаларыАша ятаУрау юл, ти.Шунан киләЯңы йыл, ти
(Т.Искәндәриә)
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ
Шыршы матур, шыршы матур,Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.Энәләрен ҡоймай бер ҙә,Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтарЙылтырайҙар шыршыла.Эх, күңелле, бик күңеллеЯңы йылды ҡаршылау.Шыршы матур биҙәкләнһә,Ҡыш бабай ҙа ярата.«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – типБеҙгә бүләк тарата.
(Р.Янбулатова)
ЁЛКА БАЙРАМЫНДА
Йырланыҡ та бергәләп,Бейенек тә бергәләп.Уйындар ҙа уйнаныҡЕлкабыҙҙы тирәләп.
(Ә.Таһирова)
АЙҘАР ЁЛКА ЯНЫНДА
Өфөлә бар бер ҙур баҡса,Ап-аҡ шәмдәй ҡапҡаһы.Айҙарҙы бер көн ошондаАлып килде атаһы.Бейек, бейек шыршы үҫәБаҡсаның уртаһында.Биш ҡанатлы йондоҙ янаОшо шыршы башында.Шыршы төбөндә кескәй өй.Мөрйәнән төтөн сыға,Көмөш уйынсыҡтар оҡшайТуңып ҡалған тамсыға.Унда ҡуяндар, айыуҙар,Хәйләкәр төлкө, бүре...Ҡыш бабай тора уртала,Матур бүләктәр биреп.Күгәрсен кеүек елпенәЕлка тирәләй ҡарҙар.Бейеүсе балалар менәнҠушылып китте Айҙар.
(Х.Ғиләжев)
https://vk.com/bashkort_balahy_min
Наил Рәжәпов фотолары.
Читайте нас: