Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2020, 13:07

АТАЙ (шиғыр)

Әсәй тураһында күп яҙҙым мин.Атай ҡалған һаман ситтәрәк.Тик атайҙан ҡалған һөйөү нурыМине иткән, ахыры, иркәрәк.

Әсәй тураһында күп яҙҙым мин.Атай ҡалған һаман ситтәрәк.Тик атайҙан ҡалған һөйөү нурыМине иткән, ахыры, иркәрәк.Яратыусы йән иткән ул мине,Серен асҡан миңә донъяның.Яратыуҙан уны яралғанмын,Уға һоҡланыуҙан тыуғанмын.... Һабантуйҙа атай эргәһендәЭй йөрөнөм эре анау саҡ.Атай ойоштора ярыштарҙы,Атай минең шундай дан, алсаҡ!Атай минең шундай матур кеше,Атай минең шундай аҡыллы!Ғорурмын да, әҙерәк шөрләйем дә,Атай һәр нәмәгә таһыллы....Ана, аттар саба!.. АтайымдыңҠара айғыры ла бындамы?Ул ал бирә белмәҫ башҡаларға,Уға тейер микән мал даны?Тау түбәнен төшһә, ваҡ-ваҡ атлап,Тау үренә сабып менә ул.Атайымды ғына аңлай һымаҡ,Атайымдай һомғол миңә ул.Сабыш аттарының һулышы ныҡ,Һыбай елгән егет, абай бул.Теләгеңә етеҙ еткеререр ул,Наҙлы бул һин уға, ябай бул!Ул күренде!.. Ҡара айғыр алғаЙомолоп оса, йөҙөп барғандай!Һаай, елдәре! Һауа ағымы лаУға ҡаршылашып арығандай.Мин ҡысҡырҙым: “Атай, ҡара айғыр!Ҡара, ҡара, беҙгә ҡараны!”Ҡара айғыр сайҡалғандай булды,Һиҙеп һөйөү тулы араны!Атай ҡаты ғына киҫәтеүлеҠараш ташлап алды ҡыҙына.“Ярамай бит, ат һиҫкәнер, ҡыҙым!”Бәйге уның һайын ҡыҙҙы ғына!..Моғайын, ул алдан килгәндер ҙә –Алдынғылыҡ беҙгә булмаҫ ят.Бар ғүмергә һабаҡ бирҙе миңәЯрыш ҡыҙыуында ярһыу ат.Нимәнелер һин алдыңа алһаң,Маҡсатыңа етмәй туҡтама.Юлыңдағы ҡый-һай нәмәләргә,Илтифатың бүлеп, уҡталма.Ҡыҙыу саҡта һуғып тимереңде,Бәйге ыҙғарында күмерлән.Атайҙарҙың алтын аҡылдарыАртып ҡалыр беҙҙең ғүмерҙән!
https://vk.com/club49884675
Читайте нас: