Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2020, 17:25

ФӘНИС КИНО ТӨШӨРҘӨ!

Яҡташыбыҙ Фәнис Кәримов «53-сө менән булған хәл» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы менән Бөтә Рәсәй һәм V Башҡорт питчингына (инвесторҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында кинопроекттың телдән йәки визуаль эшләнгән презентацияһы) дәғүә итеүсе дебютанттар исемлегенә керҙе.

Яҡташыбыҙ Фәнис Кәримов «53-сө менән булған хәл» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы менән Бөтә Рәсәй һәм V Башҡорт питчингына (инвесторҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында кинопроекттың телдән йәки визуаль эшләнгән презентацияһы) дәғүә итеүсе дебютанттар исемлегенә керҙе.
Мистика, драма һәм комедия элементтарынан торған картина мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бағышланған. Баянсы Фәриттең ғаиләһе өсөн ауыр замандар башлана – ул ауыл мәҙәниәт йортонда яратҡан аккомпаниатор эшен ҡалдырып, ҡалаға күсеп китергә мәжбүр. Бында ул осраҡлы рәүештә генә Мәҙәниәт йортона төнгө ҡарауылсы булып эшкә урынлаша. Баҡһаң, ремонт осоронда был урында уға тиклем өс кеше эшләп киткән икән.
Фәрит эшкә тотоноу менән тәүге төндә үк Мәҙәниәт йортонда ғәҙәти булмаған паранормаль күренештәргә тап була. Шулай ҙа ул, ғаилә хәлен иҫендә тотоп, эштән китергә ашыҡмай һәм тиҙҙән ваҡиғаларҙың айышына ла төшөнә башлай.
- Төп ролде Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының актеры Марат Зөбәйеров башҡарҙы, - тип һөйләне Фәнис Кәримов. – Шулай уҡ фильмды төшөрөүҙә Салауат башҡорт драма театры актеры Ринат Ибәтуллин, үҙебеҙҙең артистар – Денис Ханов менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, концертмейстер Алексей Павлов ҡатнаша. Хәҙер яҡташыбыҙға башҡа 12 дәғүәсе менән бер рәттән үҙ проектын яҡларға ғына ҡалды. Дебютанттарҙың Бөтә Рәсәй һәм V Башҡорт питчингының призы өсөн Президент гранттары фондынан – 500 мең һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт миснистрлығы грантына төбәк кинематографистары союзынан 100 мең һум аҡса бүленгән. Лауреаттар шулай уҡ Canon, «СинеЛаб» компанияларының, Булат Йосопов киномәктәбенең һәм Әмир Абдразаҡов исмендәге «Башҡортостан» киностудияһының техник ярҙамына иҫәп тота ала.
Читайте нас: