Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2020, 12:35

Уңыштарына бергәләп һөйөнәбеҙ

Коронавирус арҡаһында кеше күмәк йыйылған саралар сикләнһә лә, йәш таланттарыбыҙ төрлө онлайн конкурстарҙа ҡатнашып үҙҙәренең оҫталығын арттыра. Ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбенең вокал буйынса уҡытыусыһы Гөлназ Рәхмәтуллинаның уҡыусылары һуңғы бер ай самаһы ваҡыт эсендә генә ҙур-ҙур конкурстарҙа еңеүҙәр яулағынын ишетеп, уларҙың был ҡаҙаныштарына битараф ҡала алманыҡ.

Коронавирус арҡаһында кеше күмәк йыйылған саралар сикләнһә лә, йәш таланттарыбыҙ төрлө онлайн конкурстарҙа ҡатнашып үҙҙәренең оҫталығын арттыра. Ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбенең вокал буйынса уҡытыусыһы Гөлназ Рәхмәтуллинаның уҡыусылары һуңғы бер ай самаһы ваҡыт эсендә генә ҙур-ҙур конкурстарҙа еңеүҙәр яулағынын ишетеп, уларҙың был ҡаҙаныштарына битараф ҡала алманыҡ.
Һанап сығыуы еңел булһа ла, һәр бер ҡаҙанышҡа баланың һәм уҡытыусының хеҙмәте, көсө һалынған. Илһөйәр Ғәзизова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың
М.Ғәлиева һәм С. Абдуллин исемендәге республика конкурсында 1-се дәрәжә лауреат булған, “Йырым менән һеҙгә ҡайтырмын” тип исемләнгән Ғ.Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсында Миләүшә Заһиҙуллина – 1-се, Азамат Рәхмәтуллин 3-сө дәрәжә лауреат исемен яулаған, ошо уҡ конкурста Эльвина Шәрипова менән Азалия Ишмөхәмәтова “Башҡорт йырҙарына тоғро ҡалыусылар” номинацияһында еңгән. Ырымбурҙа уҙғарылған “Һандуғас моңо-2020” төбәк башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында ла һынатмағандар: Миләүшә Заһиҙуллина менән Азамат Рәхмәтуллин 1-се дәрәжә лауреат исемен яулаған, Азалия Ишмөхәмәтова, Илһөйәр Ғәзизова, Эльвина Шәрипова 1-се һәм 2-се дәрәжә дипломға эйә булғандар. Ә ошо көндәрҙә генә йәнә бер конкурс һөҙөмтәләре менән шатландырҙылар. Музыка мәктәптәре уҡыусылары араһында үткәрелгән “Алтын тауыш” республика конкурсында әлеге уҡыусылар лауреат, дипломант булып, йырға оҫталыҡтарын дәлилләне. Былар бары тик һуңғы осорҙағы уңыштары, уға тиклемге еңеүҙәре лә бихисап. Тырыш, дәртле йәш таланттарыбыҙ хаҡында гәзит уҡыусыларға ла һөйләп үтәйек.
- Ике яҡлап та өләсәйҙәрем йырлай. Атайымдың да тауышы матур. Инсаф ағайым да йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулап, миңә өлгө күрһәтте, - ти 11 йәшлек Азалия Ишмөхәмәтова. Хәҙер инде Азалия үҙе лә яҡындарын республика, ҡала-район конкурстарында алдынғы урындар яулап һөйөндөрә. Мәктәптә лә яҡшы уҡый. Бигерәк тә уға башҡорт теле, математика, физкультура, музыка дәрестәре оҡшай.
11 йәшлек Миләүшә Заһиҙуллинаның балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүенә дүрт йыл була. Тәүге уңышы - 1-се класта уҡығанда уҡ районҡала кимәлендәге конкурста еңеүе уны тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға дәртләндерә. Хәҙер инде республика, төбәкара конкурстарҙа ҡыҙҙың исеме әленән-әле еңеүселәр рәтендә яңғырай.
- Минең маҡсатым – яҡшы билдәләргә генә уҡырға һәм мәктәптән һуң Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә, - тип ҡыҙ хыяландары менән дә бүлеште. Киләсәктә ҙур-ҙур сәхнәләрҙе балҡытыуыңа ла ышанып ҡалабыҙ, Миләүшә!
Ҡалабыҙҙың тағы ла бер сағыу йондоҙсоғо Эльвина Шәрипова ла йырға бәләкәйҙән ғашиҡ. Тәүҙә билдәле йырсыларҙың сығыштары менән ҡыҙыҡһынһа, аҙаҡ үҙе лә сәхнәгә сыға башлай.
- Олатай-өләсәйҙәрем йырларға яратыуымды күреп, мине ҡартөләсәйем Миниямал Шәриповаға оҡшата. Ул да бик матур итеп йырлаған, оҫта бейегән. Киләсәктә ниндәй генә һөнәр эйәһе булһам да, йырҙан бер ҡасан да айырылмаясаҡмын. Миңә диктор һөнәре лә бик оҡшай. Әле үҙебеҙҙең 2-се башҡорт гимназия-интернатында “Йәйғор” телестудияһында тапшырыуҙар алып барам, - ти Эльвина.
Балалар сәнғәт мәктәбендә дүртенсе йыл вокал һәм скрипка буйынса шөғөлләнеүсе Илһөйәр Ғәзизова тураһында йәйен гәзитебеҙҙә мәҡәлә донъя күргәйне. Балалар баҡсаһынан алып сәхнәнән төшмәгән ҡыҙ башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта һәм яратып башҡарыуы менән күңелде яуланы. Туҡтауһыҙ уңыштар исемлеген яңылары менән тулыландырып, үҙенең һәләтен нығыта бара ул.
12 йәшлек Азамат Рәхмәтуллин да йыр сәнғәте донъяһында күптән ҡайнай. Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Мәләүез ҡалаларында үткәрелгән республика, халыҡ-ара конкурстарҙа 1-се, 2-се дәрәжә лауреат исемен яулап өлгөргән, бер нисә тапҡыр Башҡортостан юлдаш каналында ла сығыш яһаған.
- 3-сө класта уҡығанда уҡытыусым миңә концертта йырларға тәҡдим итте һәм йыр өйрәтһен тип әсәйемә –вокал уҡытыусыһы Гөлназ Марат ҡыҙына әйтте. Әсәйем миңә тиҙ генә “Башҡортостан –Гөлбостан” йырын өйрәтте. Сығышым матур килеп сыҡты һәм йырлауы үҙемә лә оҡшап китте. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау, урындар яулау миңә ышаныс бирә. Телевизорҙан күреп мине таныйҙар ҙа. Йырсы малай тип күп ҡыҙҙар танышырға теләй, “ВК”-ла дуҫ булып ҡушыла, - тип ихлас уртаҡлашты Азамат.
Вокал буйынса уҡытыусылары Гөлназ Рәхмәтуллинаға уҡыусылары ла, уларҙың ата-әсәләре лә рәхмәтле. Балаларҙа йырға һәләттәрен асыу, үҫтереү, уны төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәр менән нығытыу уҡытыусының һөнәри оҫталығын сағылдыра.
- Һәр уҡыусымды конкурстарҙа ҡатнаштырырға тырышам. Уларҙың атаәсәләре лә миңә ҙур терәк. Бергәләп репертуар һайлайбыҙ, костюмдар уйлайбыҙ. Конкурстарға ла ғаиләләр менән бергәләшеп сығып китәбеҙ, - ти Гөлназ Марат ҡыҙы. Уҡыусылары тураһында һөйләгәндә йөҙө тағы ла нурланып китә уның – уңышының сере лә йырлы күңелендә, балалар яратыуындалыр. Әйткәндәй, ул үҙе лә конкурстарҙа ҡатнашып, уҡыусыларына өлгө була белә. Моңло тауышлы Гөлназ Рәхмәтуллина танылған йырсы ла булып китә алған бит тигән уйҙан, ни өсөн вокал уҡытыусыһы һөнәренә өҫтөнлөк биреүен һорамай
булдырманым. Уның да үҙ тарихы барлығын асыҡланыҡ.
Бөрйән районы Брәтәк ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. “Һыуыҡтарҙа районҡалалар буйлап гастролдәрҙә йөрөүемә ата-әсәйем ҡаршы ине. Йәлләп бер булдылар. Шуға ла инәйем, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, йырсы Мәрйәм Солтанованың саҡырыуы буйынса 1999 йылда Маҡар ауылына Ишембай сәнғәт мәктәбе филиалына эшкә килдем. Мине үҙ ҡанаты аҫтына алып, йыр сәнғәте нескәлектәренә өйрәткәне өсөн уға ҙур рәхмәтлемен”, - тип һөйләне ул.
Эшендә уҡыусыларының уңыштары күңелен үҫтерһә, ғаиләһендә ныҡлы таяныс булған тормош иптәше, дүрт балаһы йәшәүенең йәме, биҙәге булып донъяһын балҡыта йыр остазының.
Фото: автор.
Читайте нас: