Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2020, 20:10

ҠАҘ ҠАНАТЫ ҠАУРЫЙ-ҠАУРЫЙ

Ҡаҙ өмәләре, һуғым һуйыу ауылдарҙа бер генә миҙгел булып ҡала. Килешерһегеҙме икән, элегерәк ул йәнлерәк, күркәмерәк үткән һымаҡ ине. Һуғым ашына күрше-күлән, туғандар менән йыйылыу – үҙе үк ҙур байрам, ауыл тормошоноң бер йолаһы. Был зәхмәтле вирус та бер-беребеҙҙән һаҡланырға ҡушып, өмәләр менән бәйле йолаларҙы бөтөрөп ташламаҫ тип ышанабыҙ. Әйҙәгеҙ, дәртле күмәк эш мөхитенә сумып, һыйлы табындарҙы күҙ алдына килтереп, матур йолаларыбыҙҙы барлап алайыҡ.

Ҡаҙ өмәләре, һуғым һуйыу ауылдарҙа бер генә миҙгел булып ҡала. Килешерһегеҙме икән, элегерәк ул йәнлерәк, күркәмерәк үткән һымаҡ ине. Һуғым ашына күрше-күлән, туғандар менән йыйылыу – үҙе үк ҙур байрам, ауыл тормошоноң бер йолаһы. Был зәхмәтле вирус та бер-беребеҙҙән һаҡланырға ҡушып, өмәләр менән бәйле йолаларҙы бөтөрөп ташламаҫ тип ышанабыҙ. Әйҙәгеҙ, дәртле күмәк эш мөхитенә сумып, һыйлы табындарҙы күҙ алдына килтереп, матур йолаларыбыҙҙы барлап алайыҡ.
Хәҙер һуғым һуям тигән кеше көндәр һыуытҡанын да көтөп тормай. Һәр өйҙә ҙур-ҙур туңдырғыстар булған заманда, ҡар ятыуын көтмәһәң дә була. Байғужа ауылында йәшәүсе Сәлиә Сәғитова ла бер нисә әхирәтенә, килендәшенә өндәшеп, ҡаҙҙарын күптән һуйып, эшкәртеп ҡуйған.
- Элек-электән ҡаҙҙар тотам. Эргәлә генә Тәйрүк. Һуңғараҡ һуйырға ниәтләгәйнем, төлкөләр зыян һалып ҡуймаһын тип, быйыл был эште алдан башҡарырға булдым. Әле килеп республикаға яҡын төбәктәрҙә ҡош киҙеүе таралыуы тураһында хәбәр ҙә был эште тиҙләтергә ҡуша. Ҡаҙҙарым өлгөргәйне, дүртәр килограмдан ашыу тарттылар. Көнө лә матур булғас, бөтә эште тышта башҡарҙыҡ. Әлбиттә, аҙаҡ мул табының - өмәселәргә ихлас рәхмәтең ул. Һәр береһенә баш, тәпәйҙәрен дә һалып, мул итеп өлөш бүлергә кәрәк. Табынға ҡаҙ майына майланған ҡоймаҡ ҡуйыу ҙа өмә һыйына хас күренеш. Йырлай-йырлай күңелле итеп эшләгәс, бер байрам һымаҡ булды, эш һиҙелмәй ҙә ҡалды. Элек эре мал тотҡанда һуғымын да һуйҙыҡ. Кискә матур кейемдәр кейеп ашҡа йыйылыу үҙе бер ғүмер. Оло мал һуйһаҡ, ниндәйҙер сәбәп менән һуғымға килә алмаған туғандарҙы аҙаҡ йыйып һыйлау йолаһы ла бар ине. Һуғым ул бер үҙең генә башҡара торған эш түгел. Был саралар туғандарҙы, күрше-күләнде берләштерә, яҡынайта, уңғанлыҡҡа өйрәттә. Хәҙер йәштәр ҙә мал һуйыу тәртибен белергә тейештер, ҡатын-ҡыҙ ҙа эсәк-ҡарын эшкәртеүҙән ситләшмәһен, - тип һөйләне хужабикә.
Ваҡыт үтә, заман үҙгәрә. Мал аҫырау отошло түгел, тигән фекер ҙә хәҙер йыш ишетелеп ҡуя. Шулай ҙа үҙең үҫтергәне бәрәкәтле лә, татлы ла булалыр ул. Ауылдарҙа иртә менән көтөү киткән, кисен уны ҡаршылаған мәлдәр үҙе бер йәмле күренеш. Бала саҡта йәйен ҡояшта янып бәпкә көтөү, улар юғалып, йә ауырып ҡуймаһын тип һәр береһе өсөн йән атып тороу – балаларҙа бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләне. Сәлиә апай ҙа бала сағын хәтерләп алды:
- Әсәйемдәр ҙә күпләп ҡаҙ үҫтерҙе. Элек бит ҡаҙ үҙе йомортҡа баҫып бәпкә сығара ине. Өйҙә оҙон урындыҡ булды, күренмәҫлек итеп ҡапланып, уның аҫтында ике ояла ҡаҙ ултырҙы. Бәпкәләре сыҡҡас, уларҙы һаҡлап йөрөткән уҫал ата ҡаҙ ҙа ныҡ иҫтә ҡалған. Беҙ һигеҙ бала үҫтек. Ҡаҙ өмәһенән һуң кис ултырып ҡанат һыҙырырға ҡушалар ине. Киләһе йылда ла ҡаҙҙар уңһын өсөн ҡаты ҡанаттарын кеше күп йөрөгән урынға һибеп сыға торғайныҡ, - тине ул.
Йолаларыбыҙ тормошобоҙҙо байыта, биҙәй. Әлеге сир арҡаһында күмәк кеше йыйып байрамдар уҙғарыу мөмкин булмаһа ла был ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы бергәләп еңеп сығырбыҙ. Иң мөһиме - күңелдәрҙә рух, йәшәүгә дәрт һүнмәһен.

Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: