Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ноябрь 2020, 11:30

Матур мөхиттә сағыу таланттар үҫһен

Ишәй ауылы Мәҙәниәт йортонда «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә башҡарылған капиталь ремонт быйылғы райондағы төҙөкләндереү эштәре рәтендә айырым бер урын алып торҙо. Ысынлап та, күләмле генә эштәрҙе йырып сығырға кәрәк ине. Уҙған аҙна мәҙәниәт усағынан тыш Ишәй ауыл Советы хакимиәте, китапхана һәм полицияның участка пункты урынлашҡан бинаны техник яҡтан рәсми ҡабул итеү ойошторолдо.

Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Таһиров әйтеүенсә, 1974 йылда төҙөлгән Мәҙәниәт йорто ошоғаса бер ҡасан да капиталь ремонт күрмәгән. Ремонт барышында бинаның ҡыйығы, инженер коммуникациялары, электр селтәрҙәре, тәҙрәләре, ишектәре тулыһынса яңыртылған, эске һәм тышҡы биҙәлеше үҙгәртелгән. Тамашасылар залында яңы ултырғыстар һәм яҡтыртҡыстар ҡуйылған – хәҙер бында ҙур ҡалаларҙағы мәҙәниәт йорттары ише мөхит. Тышта ла ҙур үҙгәрештәр: бина янында балалар өсөн спорт-уйын майҙансығы эшләнгән, хәүефһеҙ резина япма түшәлгән, заманса таусыҡтар, бәүелсәктәр балаларҙы ылыҡтырып тора.
- 2019 йылда «Мәҙәни мөхит» төбәк проектында ҡатнашыуға тағы ла Петровск һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары мәҙәниәт йорттары дәғүә итеп ғариза биргәйне. Әммә конкурс аша Ишәй мәҙәниәт йорто үтте.Был йүнәлештә эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙә талантлы халыҡ йәшәй, республика, ил, хатта донъя кимәлендә районыбыҙҙы танытып килгән коллективтар бар. Уңайлы, матур шарттарҙа тағы ла нығыраҡ илһамланып эшләргә, ижади үрҙәр яуларға яҙһын, - тигән теләген еткерҙе муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов.
Ижади төркөмдәргә лә яҡты, иркен залдарҙа эшләүе ҡыуаныслы. Бөгөн пандемия шарттарында тамашасылар менән осрашыуҙар сикләнһә лә, артистар республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләнә.
- Бейеү залында станоктар ҡуйылғас, балалар ҙа хәрәкәттәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә башланы. Бындай ҡорамалдар бигерәк тә классик бейеүҙәр ҡуйыу өсөн кәрәк, - тип уртаҡлашты «Ләйсән» балалар бейеү коллективы етәксеһе Елена Сафарова.
Коронавирус тигән зәхмәт тиҙерәк артта ҡалып, Ишәй мәҙәниәт йортоноң йыр-моңға, зал тулы тамашасыға күмелеп ултырыуын күрергә булһын.
Фото: автор.
Читайте нас: