Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2020, 13:11

Айыҡ килеш тә бына тигән итеп күңел асып була

Айыҡлыҡҡа саҡырыусы иң һөҙөмтәле сара – халыҡҡа матур өлгө күрһәтеү, үҙең артынан башҡаларҙы ла әйҙәү. Был йәһәттән йәмғиәтебеҙҙә айыҡ туйҙар уҙғарыу күркәм бер йолаға әүерелеп бара. Быйыл август айында Кинйәбулат ауылынан Регина менән Рөстәм Дәүләтовтар ҙа өлкән ҡыҙҙарын халыҡ йолаларына таянып кейәүгә биргән – ҡыҙҙары Элина менән кейәүҙәре Русланға бар ауылға өлгө итеп Айыҡ никах туйын уҙғарғандар.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы ауылдарыбыҙҙы сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуға өндәүсе мөһим сара булып тора. Халыҡты эскелектән ҡурсалауҙы, матур, етеш йәшәүгә ынтылыш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған ул. Ишембай районында ла быйыл ошо конкурста һәр ауыл Советы биләмәһенән ҡатнашыусы бар. Был йәһәттән үткән айҙарҙа матур ғына саралар ҙа уҙғарылған. Яңы вирус таралыуына юл ҡуймау арҡаһында күп кенә билдәләнгән пландар әлегә тормошҡа ашырылмаған. Шулай ҙа айыҡлыҡҡа маҡсатланған ауылдарҙа конкурс сиктәрендә нимәләр эшләп өлгөрөүҙәрен белештек.

Айыҡлыҡҡа саҡырыусы иң һөҙөмтәле сара – халыҡҡа матур өлгө күрһәтеү, үҙең артынан башҡаларҙы ла әйҙәү. Был йәһәттән йәмғиәтебеҙҙә айыҡ туйҙар уҙғарыу күркәм бер йолаға әүерелеп бара. Быйыл август айында Кинйәбулат ауылынан Регина менән Рөстәм Дәүләтовтар ҙа өлкән ҡыҙҙарын халыҡ йолаларына таянып кейәүгә биргән – ҡыҙҙары Элина менән кейәүҙәре Русланға бар ауылға өлгө итеп Айыҡ никах туйын уҙғарғандар.
Ҡоҙаларҙы ҡаршы алыу, кейәүҙе кейеҙгә баҫтырыу, ҡыҙ йәшереү, кейәүҙең ниәтен һорау, мәһәр биреү, йәштәргә матур тормош теләп баллы һыу эсереү, бирнәле һандыҡ һатыу, кейәүҙең ҡәйнештәренә бүләккә бәке таратыуы һәм башҡа хәҙер онотола барған матур һәм мәғәнәле йолалар үтәлгән. Ихатала тирмә ҡороп, байрамды асыҡ һауала халыҡсан йырбейеү, ҡурай моңдары менән ойоштороу ҙа онотолмаҫ. Табын милли ризыҡтарҙан һығылып тора – иң мөһиме спиртлы эсемлектәр урынын ҡымыҙ, буҙа ала, ҡорбан итенән аш һәм башҡа һый әҙерләнә. Туй бер ниндәй эскеһеҙ гөрләп үтә. Йолаларҙы атҡарышыуҙа ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итә. Айыҡ килеш тә бына тигән итеп күңел асып булыуын йәштәр, балалар күреп инана, өлгө ала.
Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас: