Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2020, 11:28

Байрамға рәхим итегеҙ!

1 октябрҙә 10.00 сәғәттә ҡаланың Йәштәр һарайында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы сара үтә.

1 октябрҙә 10.00 сәғәттә ҡаланың Йәштәр һарайында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы сара үтә.
10.00 сәғәттән 11.00 сәғәткә тиклем оло йәштәгеләрҙең төрлө өлкә белгестәренә мөрәжәғәт итеү, һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге буласаҡ. Ошонда уҡ сәй табыны, кино ҡарау, шашка һәм шахмат турнирҙары ойошторола.
11.00 сәғәттә тантаналы йыйылыш башлана. Унда ғаилә юбилейҙарын билдәләүсе парҙар тәбрикләнәсәк, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары сығыш яһаясаҡ. (6+)
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: