Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Сентябрь 2020, 16:30

Кадеттарға милли кейем килешә

Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре лә Милли кейем байрамынан ситтә ҡалманы. Рәсәй кимәлендәге белем усағында күп төбәктәрҙән төрлө милләт балалары уҡыуын белгәндә, сара барышындағы рухлы мөхитте күҙ алдына килтереп була.

Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлсөм Ҡәҙим ҡыҙы Мәмбәтҡолова етәкселегендә байрам юғары кимәлдә ойошторолдо. 6-11 кластарҙа “Башҡортостан Республикаһы халҡының милли кейемдәре” темаһына асыҡ дәрестәр үткәрелде. Шуныһы күңелгә ятты – кадет егеттәр үҙҙәре дәртле, әүҙем әҙерлек күрһәтте. Башҡорт милли кейемдәре менән бер рәттән башҡа милләттәрҙең дә кейемдәр күргәҙмәһен ойоштороуыбыҙ бик йылы ҡабул ителде.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйсә Миниғәле ҡыҙы Мөхәмәтованың халҡыбыҙҙың милли кейемдәре тураһында һөйләүе һәр кемгә оҡшаны. Гөлсөм Ҡәҙим ҡыҙы иһә дәресте
фәһемле һәм мауыҡтырғыс итеп кадет корпусы музейында үткәрҙе. Ә минең үҙемә өләсәйемдән ҡалған йөҙ йыллыҡ елән һәм күлдәк тураһында һөйләү бәхете яҙҙы. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, күп һорауҙар бирҙеләр.
Илһөйәр тәрбиә алған кадеттарыбыҙ киләсәктә Тыуған илебеҙ һағында ла ныҡ торор, туған телдәренә, мәҙәниәтенә лә битараф булмаҫ.
Читайте нас: