Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Сентябрь 2020, 17:23

Бабкина Ишембайға килә

"Рәсәй йырҙары" Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонын етәкләгән билдәле йырсы Надежда Бабкинаның ошо сара сиктәрендә ҡалабыҙҙа сығыш яһауы көтөлә.

"Рәсәй йырҙары" Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонын етәкләгән билдәле йырсы Надежда Бабкинаның ошо сара сиктәрендә ҡалабыҙҙа сығыш яһауы көтөлә.
Фестивалдә ҡатнашыусылар – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән профессиональ коллективтар һәм айырым башҡарыусылар республикабыҙҙың 11 ҡалаһында, шул иҫәптән Ишембайҙа ла сығыш яһаясаҡ.
Ҙур концерт программаһында шулай уҡ "Русская песня", "Славяне", "Криница" (Краснодар) ансамблдәренең, "Живая планета" шоу-балетының, "После одиннадцати" фолк-төркөмөнөң, "Мерема" этнографик-фольклор студияһының сығыштары ҡаралған. Фестивалдә Башҡортостандан халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарының лауреаты - "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө ҡатнаша.
Йыр-моңға бай тамашанан ситтә тороп ҡалмағыҙ, хөрмәтле дуҫтар! Концерт 9 августа Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында 19.00 сәғәттә башланасаҡ. Һеҙҙең өсөн инеү – ирекле (6+).
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: