Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Сентябрь 2020, 10:33

Халҡыбыҙ моңонан яралған уңыш

Күптән түгел Сибай ҡалаһында “Ирәндек моңдары-2020” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың 15-се төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Ишембайҙан 11 йәшлек Илһөйәр Ғәзизованың финалға үтеп, балалар араһында 2-се урынға лайыҡ булыуына ихлас һөйөндөк.

Күптән түгел Сибай ҡалаһында “Ирәндек моңдары-2020” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың 15-се төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Ишембайҙан 11 йәшлек Илһөйәр Ғәзизованың финалға үтеп, балалар араһында 2-се урынға лайыҡ булыуына ихлас һөйөндөк.
Балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлегендә белем алыусы ҡыҙ башҡорт халыҡ йыры “Маһисәрүәр”ҙе башҡарып, мәртәбәле конкурста юғары һөҙөмтә күрһәтте. Вокал буйынса остазы Гөлназ Рәхмәтуллина, ата-әсәһе, ғөмүмән яҡташтары өсөн дә ҡыуаныслы яңылыҡ булды был. Пандемия шарттарында бындай конкурста ҡатнашыуҙың да үҙ үҙенсәлеге, ҡатмарлығы була. Беренсе турға видеояҙма ебәрәләр. Унда барлығы 60-ҡа яҡын йәш йырсы үҙенең оҫталығын һынай. Абруйлы жюри тәүҙән үк яҡташыбыҙҙың сығышын юғары баһалай.
Илһөйәр Сибайҙа гала-концертта сығыш яһап ҡайтҡандан һуң редакциябыҙ ҡунағы булды. Һылыу, моңло ҡыҙҙың күңел кисерештәре менән уртаҡлашырға ашыҡтыҡ.
- Конкурс ауыр ғына булды. Сәхнәлә тулҡынландым, ләкин уҡытыусым өйрәткәнсә еренә еткереп йырларға тырыштым. Икенсе урын тип иғлан ителгәс, әлбиттә, ныҡ шатландым. Йырсы булыу хыялым тағы ла көсәйҙе, - тип ихлас һөйләште Илһөйәр.
Вокал менән өсөнсө йыл шөғөлләнә икән. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын оҡшата. Быға тиклем Өфөлә, Стәрлетамаҡта үткән конкурстарҙа тәүге урындар яулап килгән. Әүҙем, дәртле ҡыҙ һынатмай. Хатта дистанциялы уҡыу мәлендә лә видеояҙмалар ебәреп, конкурстарҙың төрлөһөндә ҡатнашып торған.
- Илһөйәр бала саҡтан уҡ яңғырауыҡлы тауышлы булды. Йәш ярым тирәһе сағында, әле һөйләшә лә белмәй ине, телевизорҙа берәй концерт башланһа, эргәһенә үк барып, йыр ыңғайына бәүелеп тора торғайны. Балалар баҡсаһына барғас, иртәлектәрҙә йырлай башланы, - тип уртаҡлашты ҡыҙҙың әсәһе Гөлдәр Ғәзизова.
Ҡыҙҙың ата-әсәһенең йыр-моңға оҫталығы ла үҙенекен иткәндер. Нәҫелдән килгән, тәбиғәттән бирелгән һәләтте үҫтереү маҡсатында 2-се кластан Илһөйәр балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә башлай.
- Гөлназ Марат ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Баланың һәләтен асырға, үҫтерергә ярҙам итә. Кәрәк саҡта дәртләндерә, ҡанатландыра белә. Ҡыҙыбыҙҙың уңышы, беҙгә, атай-әсәй өсөн ҙур шатлыҡ. Конкурста һәләтле балалар бик күп ине. Шулай ҙа ҡыҙымдың лайыҡлы урын алырына күңелдә өмөт булды, - ти ҡәнәғәт йылмайып Гөлдәр Азамат ҡыҙы.
Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу үҙеңә ышанысты арттыра. Илһөйәр яңыраҡ Ырымбурҙа уҙғарылған “Йәшәй әле башҡорт моңдары” тип исемләнгән төбәк-ара онлайн-конкурста ла халыҡ йырын башҡарып, 1-се урынға лайыҡ булған.
- Уҡыусыма ҙур өмөттәр бағлайым. Бик тырыш ҡыҙ. Беҙгә һәләтле, лайыҡлы алмаш үҫеүенә һөйөнәм, - уҡытыусыһы Гөлназ Рәхмәтуллинаның был һүҙҙәрендә ғорурлыҡ та, һоҡланыу ҙа сағыла.
Афарин, Илһөйәр! Халҡыбыҙ моңон ҙур сәхнәләрҙә яңғыратыуың өсөн рәхмәт. Киләсәктә яҡты хыялыңдың тормошҡа ашыуын күрергә яҙһын.
Фото: автор.
Читайте нас: