Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Август 2020, 13:22

Олуғ әҙиптең ижад ҡиблаһы

Мәҡәләмде атаҡлы инглиз тарихсыһы, публицисы һәм философы Томас Карлейлдың бер фекерен иҫкә төшөрөүҙән башламаҡсы булдым. “Кешелек тарихы, ил тарихы, халыҡ тарихы бик күп күренекле кешеләр биографияһынан тора”, – ти ул.

Халҡың янһа – яндың бергә,
Күңелендә ҡалдың мәңгегә!
З. Биишева.

Мәҡәләмде атаҡлы инглиз тарихсыһы, публицисы һәм философы Томас Карлейлдың бер фекерен иҫкә төшөрөүҙән башламаҡсы булдым. “Кешелек тарихы, ил тарихы, халыҡ тарихы бик күп күренекле кешеләр биографияһынан тора”, – ти ул. Был әле тарихты халыҡтың тыуҙырыуын, тормошто халыҡтың алға әйҙәүен инҡар итеү тигән һүҙ түгел. Ни генә тимә, ил көсө лә, ил таянысы ла – халыҡ, йәшәйештең нигеҙе лә халыҡта. Был – хәҡиҡәт, әммә уның бер мөһим яғы ғына, сөнки, төптәнерәк уйлай китһәң, кешелек тарихы, илдәр һәм халыҡтар тарихы күп кенә йәһәттән бөйөк фекер эйәләренең, сәйәсмәндәрҙең, полководецтарҙың, ғалимдарҙың, әҙиптәрҙең һәм башҡа өлкәләрҙәге ижад әһелдәренең эҙләнеү һуҡмаҡтарынан, көрәш юлдарынан, хеҙмәт емештәренән туҡылған.


Тарихты шәхестәр тыуҙыра

Тарихты асылда халыҡ һәм уның ара­һынан үҫеп сыҡҡан ҙур шәхестәр тыуҙыра. Бит халыҡ үҙ булмышын, үҙенең киләсәген, ғәҙәттә, ошондай олуғ шәхестәренең рухи бейеклектәренә, уй-фекерҙәре офоҡтарына йүнәлеш тотоп билдәләргә тырыша. Үҙ сиратында, һәләттәре тәбиғәттән үк килгән талант эйәләре бары халҡы, иле һәм кешелек донъяһы уй-теләктәре, ынтылыштары һәм хәстәрлектәре менән йәшәп, эҙләнеп эшләп, көрәшеп, янып ижад итеп кенә оло шәхес кимәленә күтәрелә.

Күп яҡлы талант эйәһе, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури – бөтә аңлы ғүмерен халҡының уй-теләктәрен, ынтылыштарын тормошҡа ашырыу өсөн көрәшә-көрәшә, ижади эҙләнә-эҙләнә ҙур бейеклектәргә күтәрелгән тап ана шундай мәшһүр ил ағаларыбыҙҙың береһе. Әлбиттә, уның күп яҡлы ижад донъяһын бер мәҡәләлә генә яҡтыртыу мөмкин түгел. Шуға ла мин әҙиптең Октябрь революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәтендә мәғрифәтселек идеяларын йырлауҙан тыш, тәнҡитле реализм методын нигеҙләүгә, революцион-демократик идеяларҙы алға һөрөүгә юл ярған әҫәрҙәренә генә ҡыҫҡаса күҙ һалып сығырға булдым.

Әҙәбиәт майҙанына 1902 йылда мәғри­фәтселек идеяларын әләм итеп килеп ингән М. Ғафури ижадының үҙгәрешенә һәм үҫешенә 1905 – 1907 йылдарҙағы революцион хәрәкәт етди этәргес бирҙе. Шағир социаль үҙгәртеп ҡороу идеяларын хуплап ҡаршы ала, булып ятҡан хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәтен йылдам белдерә. Уның 1905 йылда яҙылған “Алмашыныу”, “Ваҡыт етте тикшерергә”, “Көндәребеҙ” шиғырҙары илһам, шатлыҡ рухы менән һуғарылған. “Милләтемә шатлыҡ шиғыры”, “1906 йылдан 1907 йылға васыят” һәм “1906 йылға 1907 йылдың яуабы” тигән шиғри хаттары (мәктүбтәре) һәм васыятнамәләре был осорҙа үҙен ныҡ һиҙҙерткән манифестацион-публицистик типтағы шиғриәттең иң юғары ҡаҙаныштары булды. Уларҙа халыҡ массаһының революцион һәм милли аң үҫеше, азатлыҡ көрәше әүҙемләшеүе шатлыҡлы тондарҙа сағылыш таба. Беренсе әҫәр баштан алып аҙаҡҡаса панегирик рух менән һуғарылған. Шағир революцион күтәрелеште ихлас тәбрикләй, ҡараңғы­лыҡты ҡаплаған “яңы бер нур”, “ҡәҙер кисе”, “һәр тарафҡа асылған юл” менән тиңләй:
Йә, ҡәләм, шатлыҡ менән ҡараңды түк!
Тәбрик итеп, милләтемә яҙам мәктүб.
Һәр йәһәттән хөрриәттәр асылғанға,
Ошо көн хәсрәтемдән шатлығым күп.
Хөрриәт ҡоштары тыуҙы был көн,
Парә-парә булған кәлеб булды бөтөн.
Золмәт (ҡараңғылыҡ) китеп, урынына тулды нурҙар,
Беҙҙәргә ҡәҙер кисе булды был “төн”...

Шул уҡ ваҡытта шағир, “үлергә ҡәрип (яҡын) булған ... йәндәр хөрриәт нуры илә нурландырылған” булһалар ҙа, “күп эштәрҙең тамам булмай тороп ҡалыуын”, “ҙур ағасты ауҙарыуы еңел түгеллеген” яҡшы аңлай, шуға күрә 1906 йылдың 1907 йылға васыят хаты формаһын уңышлы ҡулланып, халыҡты башлаған ҙур эштәрҙе, юғары маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көрәште дауам итергә өндәй. 1907 йыл да үҙенең “яҡшы юлда күп көстө сарыф ҡылған” 1906 йылға яуап хатында:
Үҙегеҙгә бик мәғлүм “ҙур кешегә”
Хәл ҡәҙәре батырырбыҙ үткер теште…
Башҡа булыр беҙ етенсе йылдың эше,
Ныҡ төшөнөр хәҡиҡәткә барса кеше.
Ҡан эсергә һөжүм иткән бүреләрҙең,
Туҡтамаһа, ошбу йылда һыныр теше, –
тип, “тигеҙлек нурын ергә таратыу” өсөн көрәш эстафетаһын ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итеүен белдерә. Шағир, революцион ваҡиғаларҙың төп асылын яҡшылап аңлап бөтмәҫтән, батшаның 17 октябрҙәге манифесына һәм Беренсе думаға ышаныс бағлап, мәсьәләгә үтә ябай килгеләп ташлаһа ла, киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарай, “ҡайғы-хәсрәт һуңы булһын”, хөрриәт, тигеҙлек тантана итһен өсөн “ҙур кешене” – самодержавиены ҡолатырға, “донъяға башҡа күлдәк” кейҙерергә, йәғни тормошто үҙгәртеп ҡорорға саҡыра. Ғөмүмән, уның 1905 – 1907 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында “бындай форсат замандарын” ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, “Тәррәҡи (алға китеш)” тигән әҫәрендә әйтелгәнсә, “был ғәфләтте ҡуйып”, тиҙерәк ҡуҙғалырға, мөһим эштәр эшләп ҡалырға саҡырыу ауаздары йыш яңғырай. Шағир йәмғиәттәге киҫкен ҡаршылыҡтарҙы яҡшы күрә, социаль тигеҙһеҙлектәрҙе һәм ғәҙелһеҙлектәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй. Уның элегик характерҙағы “Бай кеше” (1905), “Эс бошоу” (1906), “Баҙарға сыҡтым” (1907) ти­гән әҫәрҙәре – шуның асыҡ миҫалы. Мәҫәлән, “Бай кеше” шиғырында шағир йәмғиәттәге көсөргәнешлекте, киҫкен синфи ҡаршылыҡты ҙур поэтик көс менән кәүҙәләндерә, “Мин, мин!” тип маҡтанған... утын”дың әхлаҡи йө­ҙөн аяуһыҙ фашлай. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, ныҡлы ышаныс менән ҡарап, ул шиғырын ҡыйыу рәүештә “Йәһәннәмгә осор әле бер ваҡыттар Барсаһы: алтын, көмөш, ҡиммәтле тун!” тигән юлдар менән тамамлай. “Баҙарға сыҡтым” әҫәрендә инде шағир йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлектәрҙе аныҡ күренештәргә һәм эпизодтарға мөрәжәғәт итеү аша күрһәтеп бирә. Унда ҡала баҙары картинаһы ике ҡапма-ҡаршы лагерға бүленгән йәмғиәтте символлаштырып килгәндәй була: бер яҡта “кейемдәре ямалған, ашарға аш таба алмаған”, эш эҙләп, “ҡалтырашып, һалҡында һары боҙға аяҡ баҫып торған... фәҡир мазлумалар, хәйерсе ҡыҙҙар”, икенсе яҡта – “ҙур урамда... сифаттары күҙҙе ҡамаштырған, һәр көн кейем алмаштырған, уйнап-көлөп, башҡаларға күҙен һалмаған... биш йөҙ һумлыҡ арғымаҡҡа ултырып йөрөгән” һауалы байҙар. Йәм­ғиәттәге социаль айырмалыҡтарҙың иҫ киткес булыуына баҫым яһап, автор был бай­ҙарҙың “яңғыҙ атын һатһаң, фәҡир ун йыл ашар ине”, тип белдерә. Был шиғыр М. Ға­фури ижадында тәнҡитле реализм методының ныҡлы урын ала барыуының бер мөһим күрһәткесе булды.

Алға ынтылып йәшәргә

Беренсе урыҫ революцияһы йылдарында М. Ғафуриҙың прозаһында ла мәғлүм бер алға китеш күҙәтелә. Уның “Аслыҡ йыл, йәки Һатлыҡ ҡыҙ” (1906) һәм “Үгәй балалар” (1907) тигән хикәйәләре уҡыусыларҙың иғтибарын яҙыусының хикәйәләгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата аныҡ позицияла тороуы менән йәлеп итә. Ә был хәл-ваҡиғалар үтә трагик. Тәүге хикәйәлә прозаик үкһеҙ етем ҡалған ун биш йәшлек ҡыҙ баланың Кавказдан килгән осраҡлы кешегә ҡол кеүек һатып ебәрелеүе күренештәрен һүрәтләп, уларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен асыҡтан-асыҡ әйтә бара, лирик һәм публицистик характерҙағы сигенеүҙәрҙе уңышлы ҡуллана, буржуаз йәмғиәттең кешелекһеҙ, яуыз морален аяуһыҙ фашлай.

Ә бына икенсе хикәйәһендә М. Ғафури бер матур, етеш кенә ғаиләнең аҡрынлап юҡҡа сығыу тарихын ентекле бәйәнләү алымын үҙ итә. Ғәлә мулланың һөйөклө ҡатыны Зөһрә үлгәндән һуң, ҡаты бәғерле ҡатынға өйләнгәс, ғаиләһенең бәхете оҙаҡҡа бармай. Уның урыҫ-япон һуғышында ҡатнашыуы һәм яраланыуы ла ғаиләләге трагик хәлде бермә-бер киҫкенләштерә төшә: мулланың үгәй әсәһенең бер туҡтауһыҙ туҡмауынан, йәберләүенән ике ҡыҙ балаһы бер-бер артлы яҡты донъяны ҡалдырып китә. Әйтергә кәрәк, хикәйәлә тормоштан алынған реалистик картиналар, кеше ғүмере, уның әхлаҡи йөҙө, тәрбиә хаҡында ышандырырлыҡ төплө фекерҙәр булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы билдәле бер системаға һалып биреүҙә, сюжет-композиция төҙөүҙә яһалмалылыҡ, фрагментарлыҡ үҙен ныҡ ҡына һиҙҙертә, ләкин шулай ҙа был әҫәр, айырыуса “Аслыҡ йыл, йәки Һатлыҡ ҡыҙ” хикәйәһе прозаиктың мәғрифәтселек реализмы ҡыҫаһында ғына ҡалмайынса, тәнҡитле реализм принциптарын ныҡлы үҙләштерә барыуын күрһәтте.

Реалистик хикәйәләү тәрәнлеге, ғәҙел­һеҙлекте тәнҡитләү рухының киҫкенлеге, образдарҙың тормошсанлығы йәһәтенән “Ярлылар, йәки Өйҙәш ҡатын” (1907) повесы М. Ғафуриҙың шул осорҙағы иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе булып тора. Унда ҡала ярлыларының өмөтһөҙ көнкүреше бөтә тәрәнлегендә асып бирелә. Ғәҙелһеҙлектең һәм яуызлыҡтың сәбәптәрен аңлатыуға автор дөйөм мәғрифәтселек позицияһынан түгел, ә социаль юҫыҡтан килә. Хәҙер инде ул ғәйепте кешеләрҙең үҙҙәренә, уларҙың наҙанлыҡтарына, әхлаҡи шөҡәтһеҙ­лектә­ренә, мәҙәниһеҙлектәренә ауҙармай, ә ике ижтимағи донъяны – халыҡты аяуһыҙ иҙеү иҫәбенә милек туплаған байҙар һәм ас-яланғас көн күргән, эш эҙләп ил гиҙгән ярлы-мазлумдар донъяларын асыҡтан-асыҡ ҡапма-ҡаршы ҡуя. Повеста фәҡирҙәрҙең фажиғәле яҙмышы киң һәм тәрән яҡтыртыла. Уның төп геройы Шәриф ҡышҡы һалҡын­дарҙа ла, көҙгө ямғырҙарҙа ла бер телем икмәклек кенә булһа ла эш табыу өсөн мең михнәттәр гиҙеп йөрөй торғас, һалҡын тигеҙеп, ҡаты ауырып китә. Әммә, тормош төпкөлөнә бөтөнләй ташланған хәлдә лә, ул һәм уның ҡатыны Бәҙриямал ире ташлап киткән, хәлле туғандары йөҙ борған сырхау, ауырлы күршеләре Йәмилә менән һуңғы телем икмәктәрен бүлешә.

Повесть трагик сиселеш менән тамамлана. Унда Йәмиләнең үлеүе картинаһы айырыуса сағыу, тәьҫирле яҡтыртыла. Балаһын таба алмай үлеп барған ҡатындың күҙҙәренән ике генә тамсы йәш аға. Уларҙың береһе Шәриф менән Бәҙриямал ише изге күңелле кешеләргә Йәмиләнең рәхмәт тойғоһо булып тамһа, икенсеһе иһә уның яҡты донъяға килергә тейешле балаһының да, үҙенең дә ғүмерен өҙөүгә килтергән рәхимһеҙ тормошҡа ләғнәт уҡыуы кеүек ҡабул ителә. Ошо уҡ йортта ҡаты ауырыуҙан һуң ғаилә башлығы Шәриф тә ғәҙелһеҙ донъяны ҡалдырып китә. Бәҙриямал өс балаһы менән ауылға ҡайтып китергә мәжбүр була. Уларҙы унда ниндәй яҙмыш көтәсәген күҙаллауы ауыр түгел.

Шиғриәттә сағыу күренеш

1908–1913 йылдарҙа М. Ғафури хаким­дарҙың кешелекһеҙлеген, буржуаз йәмғиәт­тең вәхши әхлағын фаш иткән, хеҙмәтсән халыҡтың социаль мәнфәғәттәрен яҡлаған күп кенә шиғырҙар яҙа (“Бай һәм хеҙмәтсе”, “Байҙар алдында”, “Хәйерсе”, “Мин һәм хыял”, “Хыял”, “Саф күңелле дуҫым”, “Ялсы бабай”, “Ирек өсөн көрәш”, “Хәят юлында” һ.б.). “Мин ҡайҙа?..” исемле шиғырында ша­ғир асыҡтан-асыҡ: “Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була, Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була”, – тип яҙа. Намыҫлы, ысын кеше идеалын ул “тыштары керле” булһа ла, “эс кере юҡ”тар ара­һынан эҙләй. Уның идея-эстетик принциптары, тормош кредоһы “Үҙем һәм халҡым” (1912) шиғырында бигерәк тә асыҡ сағыла:
Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма,
Ҡайҙа баҫҡандар икән, тип
Күҙ һаламын халҡыма.

Ҡара реакция һәм унан һуң үҙен һиҙҙертә башлаған яңы революцион күтәрелеш йылдарында М. Ғафури шиғри сатира һәм мәҫәл жанрҙарына ла мөрәжәғәт итә. Башҡорт әҙәбиәте тарихында ул, “әҙәп-әхлаҡҡа өйрә­теүсе” эзоп телле жанрҙың ижтимағи функ­ция­һын һәм йөкмәткеһен күпкә киңәйтеп, асылда тәү башлап социаль-сәйәси план­дағы аллегорик әҫәрҙәр тыуҙыра (“Әтәс менән һандуғас”, “Бесәй менән сысҡандар”, “Энә менән Еп”, “Һарыҡты кем ашаған?” “Үгеҙ менән Бүре”, “Януарҙарға килгән үләт”, “Көс”, “Ҡоштарҙың батша һайлауы” һ. б.). Миҫалға уның “Энә менән Еп” әҫәрен алып ҡарайыҡ. Унда шағир өгөт уҡымай, ә булып ятҡан хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеүсе һәм күр­гән­дәренең һөҙөмтәһен уҡыусы хөкөмөнә сығарыусы ролендә сығыш яһай. Ә һөҙөм­тәләр күңелһеҙ: Энә бил яҙмай, көнө-төнө эшләй, уның тырышлығы арҡаһында йөҙәр­ләгән кешеләр матур, хатта алтын нағыштар менән сигелгән атлас кейеп йөрөй, әммә уның үҙенә берәү ҙә иғтибар итеп бармай, сөнки ул бөтөнләй яланғас, көнө-төнө “көс­лөләр көсләп”, “иреген юҡ” итеп торған ярлы.

Шағирҙың социаль-сәйәси кредоһы, “Әтәс менән Һандуғас”, “Һарыҡты кем ашаған?”, “Януарҙарға килгән үләт” кеүек мәҫәлдәрендә тағы ла сағыуыраҡ сағылыш тапты. Мәҫәлән, тәү ҡарашҡа әхлаҡи-этик характерҙағы кеүек күренгән тәүге мәҫәлдә шағир хеҙмәткә ке­ше­нең әхлаҡ йөҙө күрһәткесе итеп кенә ҡа­рамайынса, уны кешенең социаль файҙа­лылығы, йәмғиәүи бәҫе юғарылығындағы мәсьәләне хәл итеүҙәге үҙәк итеп ҡуя. Үҙенең идеалын ул тырыш, эшһөйәр хеҙмәт эйәһен символлаштырған Әтәс образы менән бәйләй. Ә “тәмле орлоҡтар ашап, рәхәтлек менән йәшәп” көн уҙғарған Һандуғас образында мәҫәлсе паразиттарса йәшәү психологияһын фашлай. Әтәстең ауыр, меҫкен хәленә ишара яһап, Һандуғас, үҙенең уйынса, унан күпкә яҡшы, көнләшерлек булған хәленә маһайырға, Әтәстән көлөргә тотона. Көн буйы аҙыҡ эҙләп арыған Әтәс эшләмәй тик ятҡан маҡтансыҡ Һандуғас менән оҙон-оҙаҡ бәхәсләшеп тороуҙы кәрәк тапмай, әммә ҡыҫҡа ғына яуабы менән уны айнырға, аҡылына килергә мәжбүр итә. Әтәстең һүҙҙәренән һуң әхлаҡи-этик характерҙағы кеүек күренгән мәҫәл көтмәгәндә социаль-сәйәси яңғыраш ала:
– Ни файҙа аш күплектән,
Сыға алмайһың ситлектән.
Хөр көйөнсә аҙыҡ эҙләү
Күп артыҡтыр сүплектән…
Барған урының бик тар,
Тарлыҡта ни рәхәт бар?
Әтәстең был яуабы мәҫәл мораленең үҙенсә бер “инешенә” әүерелә. Ә ул моралдә асылда авторҙың әхлаҡи-этик ҡына түгел, бәлки синфи позицияһы ла сағылыш таба:
Ғибрәт менән бында баҡ,
Әтәстең һәр һүҙе хаҡ.
Әсир булып туҡ йөрөүҙән
Хөр булыу артығыраҡ.

Рәсәйҙә ирек өсөн көрәште бөтә саралар менән баҫырға тотоноу башланған осорҙа яҙылған был мәҫәл халыҡты азатлыҡ өсөн көрәште туҡтатмаҫҡа өндәгән көслө оран булып яңғырай.

Бындай характерҙағы мәҫәлдәрендә М. Ға­фури, кинәйәле эзоп теле менән үҙенең йәшәп килгән йәмғиәт тәртиптәренә, иҙеүселәр хакимлығына ҡарата оппозицияла булыуы хаҡында белдереп, синфи позицияһын бик асыҡ күрһәтте. Мәҫәлән, “Януарҙарға килгән үләт” мәҫәлендә шағир власть эйәләренең башбаштаҡлығынан, ахмаҡлығынан, таш бәғерлелегенән, ике йөҙлөлөгөнән, хәйләкәрлегенән күҙ йәше аша, иңрәй-иңрәй көлә. Уның персонаждары билдәле бер социаль психологияның һәм моралдең типик һыҙаттарына эйә. Был донъя­ла бик күп әшәке ҡылыҡтар ҡылған, яуыз эштәр эшләгән, күп ҡан һәм йәш ағыҙған Юлбарыҫ, Арыҫлан, Айыу, Бүре һәм Төлкө, иҫәп-хисап биреү көнө килеп еткәс, үҙҙәрен аҡлау өсөн хәйләләшә-хәйләләшә тәүбәгә ҡайта, тырышып-тырышып бер-береһен маҡ­тай башлай. Шул саҡ Үгеҙ “урынынан тороп”, бынан биш йыл элек булған аслыҡ ваҡытында “бурысҡа һис бер бесән таба ал­мағас”, “бер кешенең... бер устай ғына бе­сәнен урлап” ашауы хаҡында тәрән үкенес тойғоһо менән ғәфү үтенә-үтенә һөйләп ташлай һәм шуны ғына көткән яуыз, хәйләкәр йыртҡыстарҙың ҡорбанына әүерелә. Әҫәр ошондай ғибрәтле поэтик юлдар менән тамамлана: “Ҡай ерҙә көслө менән көсһөҙ тигеҙ? Юҡ, егеттәр, был донъяла көсһөҙгә һан”.

Шағир халыҡҡа өмөт бағлай

Халыҡ һәм шағирҙың органик бер бө­төн­лөгө тойғоһо, һуғышсан рух М. Ғафури шиғриәтендә бигерәк тә яңы революцион күтәрелеш йылдарында көсәйә. Шағирҙың тарихта этәргес көс булараҡ халыҡ масса­һына ҙур өмөттәр бағлауы күп кенә шиғыр­ҙарында һиҙелә. Уларҙа халыҡсан-демокра­тик эстетиканың, реалистик тенденцияның киң сағылыш табыуы башҡорт поэзияһында ярайһы ғына урын алырға өлгөргән төшөн­көлөккә, романтик хыялдарға бирелеү күре­нештәренә, пессимизмға ҡаршы бер удар була. Өҫтәүенә, ҡайһы бер әҫәрҙәрендә шағир үҙ заманының мөхәббәт темаһы, хур ҡыҙҙары образдары менән үтә мауыҡҡан романтик шағирҙарын тәнҡит утына тота. Ул хатта юмористик планда бер нисә пародия яҙа, ҡәләмдәштәренең бәҫенә теймә­йенсә генә кинәйәләп, уларҙың буш хыял йөрөтөүҙәренән, реаль тормоштан татлы мөхәббәт һәм хыял донъяһына ҡасыуҙа­рынан еңелсә көлә (“Замана шиғырҙары”, “Оҡшатыу”, “Ғиләүгә” (“Ҡушымта”) һ. б.). “Ирек өсөн көрәш” (1912), “Хәйәт юлында” (1913), “Бәхет эҙләү” (1913), “Уйланыу” (1913) һәм башҡа шиғырҙарында инде ул алғы планға ер кешеһенең тормош проблемаларын, конкрет яҙмышын ҡуя, азатлыҡ идеяларын асыҡтан-асыҡ яҡлай, халыҡты көрәшкә өндәй, рәхәт тормошто бары тик яулап алырға мөмкин, тигән фекерҙе алға һөрә. Матурлыҡ идеалын ул иң элек хеҙмәт кешеһендә, уның әхлағында, йәшәү принциптарында күрә.

Реакция һәм яңы революцион йылдарында яҙған эпик әҫәрҙәрендә лә М. Ғафури ниндәйҙер бер серле донъяла бәхет эҙләргә, мөхәббәтте бар нәмәнән дә юғары торған, бөтәһен дә еңеүсе илаһи көс итеп һүрәтләргә ынтылыу, “Серле бер мөхәббәттең тарихы” хикәйәһендә әйткәненсә, “Был мәғәнәһеҙ донъяла ваҡ нәмәләр менән ваҡыт үткәрмә, фани донъя фәҡәт мөхәббәт арҡаһында ғына матурлана ул, хәйәттең (тормоштоң) бөтә матурлығы шунда ғына, һин мөхәббәт менән генә үҙ рухыңды йәшәртә алырһың” тигән идеяны алға һөрөү менән генә сикләнеп ҡалманы. Уның мөхәббәткә арналған эпик әҫәрҙәре араһында тәнҡит характерындағы хикәйәләр ҙә бар. Тәнҡитле реализмдың тәрәнлеге менән бигерәк тә “Онотолған енәйәт, йәки Үткәнде иҫкә төшөрөү (1909) һәм “Зәйнәп сабыр иткән ине, ниһайәт, сабыр итә алманы” (1912) тигән хикәйәләре айырылып тора. Уларҙы яҙыусы саф һәм бәхетле мөхәббәттең буржуаз йәмғиәттәге әхлаҡ нормаларына тап килә алмауын күрһәтә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған буржуаз-мещанлыҡ һәм патриархаль мөнәсәбәттәрҙе фашлай.

Реакция йылдарында М. Ғафури үҙенең иң яҡшы эпик әҫәрҙәренең береһен – “Хә­миттең хәйәте, яхуд йәки Ләйлә вә хәйәтем” (1910) повесын яҙа. Был әҫәр геройҙың үҙен уратып алған донъя, әхлаҡ һәм тормош-көнкүреш проблемалары тураһындағы үҙенсәлекле фекерҙәрен, уй-кисерештәрен асып һалыуға ҡоролған. Унда беҙ яңы тип герой – үҙ яҙмышына риза булмаған кеше менән осрашабыҙ. Повестың идея-художество ҡиммәте бөтәһенән дә элек ана шул геройҙың эске донъяһын бөтә ҡапма-ҡаршы­лыҡтарында, үҫеш-үҙгәрештәрендә асып биреүҙә. Быға өлгәшеүгә автор тарафынан уңышлы табылған төп геройҙың бала сағынан алып ир ҡорона ингән ваҡытына тиклемге тормош юлын үҙ эсенә алған көндәлек рәүешендәге сюжет-композиция формаһы булышлыҡ итә. Тап ошо көндәлек формаһы геройҙың күңел диалектикаһын, борсолоуҙарын, уйланыуҙарын һәм хәтирәләрен бөтә үҙенсәлектәрендә яҡтыртырға, уның үҙаңы үҫеше процесын эҙмә-эҙлекле күрһәтергә мөмкинлек бирә. Яңы заман идеялары йоғонтоһонда башынан кискәндәрҙе бәйәнләүсе геройы Хәмит аша автор схоластик уҡытыу системаһын тәнҡитләй, мәҙрәсә белеме, дин һис тә халыҡтың заман прогресынан артта ҡалыуына сәбәпсе булырға, донъяуи ғилемдең, төрлө фәндәрҙең һәм һөнәрҙәрҙең үҫешенә ҡамасаулыҡ итергә тейеш түгел, дәүләттең нигеҙ таштарының береһе булған бәхетле ғаилә фәҡәт азат һәм саф мөхәббәткә, ҡатын-ҡыҙға бөтә йәһәттән тиң хоҡуҡлы итеп ҡарауға нигеҙләнеп ҡоролорға тейеш тигән фекерҙе алға һөрә.

“Хәмиттең хәйәте, яхуд Ләйлә вә хәйәтем” повесы йәмәғәтселек тарафынан йылы ҡаршылана, сөнки, Ғ. Туҡай әйткәнсә, “унда яҙылғандарҙың бөтәһе лә – тормоштоң үҙе”.

Беренсе донъя һуғышын М. Ғафури халыҡ өсөн ҙур фажиғә тип ҡабул итә. Уны ваҡыт ағышындағы сихри бер өҙөклөк – фитрәт заманы тип атай. Шул исемдәге элегияһында ул һуғышҡа Алла тарафынан кешеләргә гонаһ эштәре өсөн ебәрелгән ләғнәт тип ҡарай, уға мөрәжәғәт итеп, кешеләргә ҡарата рәхимлерәк булырға, ергә “мәңге лә бөтмәҫ вә һүнмәҫ нурҙарын” сәсергә саҡыра. Әммә уның Аллаға ялбарыуы бушҡа ғына була. Халыҡ түккән ҡан-йәш өсөн өҙлөкһөҙ һыҙланыу, михнәтле тормоштан риза булмау тиҙҙән шағирҙы һуғышҡа, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы нәфрәт менән һуғарылған социаль-публицистик характерҙағы “Юҡтырһың да, алла” тигән үткер мәктүбен – шиғри хатын яҙыуға килтерә:
Юҡтырһың да, алла! Әгәр булһаң,
Сабыр итмәҫ инең был эшкә,
Бөтә ҡөҙрәтеңде бағлап ҡуймаҫ
Инең ерҙә алтын, көмөшкә...
Йәш түктермәҫ инең ҡан аралаш,
Ишетер инең аһ вә зарҙарҙы.

Йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырған был әҫәренән һуң 1915–1917 йылдарҙа М. Ғафури һуғыш һәм ирек темаһына арналған тағы ла бер нисә мәктүб яҙа. “Ул кем?” (1915) тигән әҫәрендә ул һуғыштың аяуһыҙ ҡан ҡойош икәнен, һалдаттың үҙе һымаҡ ябай кешеләрҙе үлтерергә мәжбүр ителеүен асып бирә, уны ҡоллоҡ бығауын алып ташлап, “барса эштәрҙән элек иркенә баш булырға” өндәй. Уның “Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған туғанға” тигән икенсе бер мәктүбе аныҡ яуап биреүҙе талап иткән сиратлашып килгән риторик һорауҙар теҙмәһе рәүешендә яҙылған. Тормош ысынбарлығынан килеп сыҡҡан был һорауҙар һуғышта ғәйеп булған аныҡ кешегә ҡарата әйтелгән булһа ла, дөйөм халыҡ яҙмышына бәйле социаль-сәйәси әһәмиәткә эйә: ни өсөн, нимә хаҡына һин ҡан түктең; ни өсөн һинең турала бер кем бер нәмә белмәй; һин бит бесән күбәһендә юғалған энә түгел, ә кеше; был ҡанҡойғос һуғыш кемгә кәрәк, кем файҙаһына хеҙмәт итә? Шағир үҙе был һорауҙарға яуап бирмәй, уҡыусыларҙың үҙҙәрен уйланырға мәжбүр итеп, мәктүбтә эмфатик интонация тыуҙыра. “Хөрриәткә ҡаршы тороусыларға” (1917) тигән мәктүбендә инде М. Ғафури һорауҙар ҡуйыу менән генә сикләнмәй, бәлки азатлыҡ дошмандарына һәм бөтә халыҡҡа булып ятҡан хәл-ваҡиғаларҙың асылын аңлатырға тырыша, “Бөтһөн һуғыштар!.. Етер инде алданыу!.. Халыҡ ҡулы күтәргән Ҡыҙыл байраҡ аумаһын!” – тип асыҡтан-асыҡ оран һала.

Әҫәрҙәре – зиһен нуры

Халыҡ өсөн бик ауыр булған был йылдарҙа М. Ғафури ижади эҙләнеүҙәрен шиғриәт ҡыҫалары менән генә сикләмәй, тормоштоң төрлө яҡтарын киңерәк һәм ентеклерәк сағылдырыу өсөн әҙәбиәттең эпик төрөнә мөрәжәғәт итеүен дә дауам итә. 1915 йылда ул “Һалдат ҡатыны Хәмиҙә” тигән хикәйәһен яҙа. Әҫәр Октябрь рево­люцияһынан һуң ғына донъя күрә. Унда империалистик һуғыштың ябай халыҡҡа аяуһыҙ юғалтыуҙар, ҡайғы, хәйерселектән башҡа бер ни ҙә килтермәүе, уның мәнфәғәттәренә бөтөнләй ят булыуы реалистик планда сағыу яҡтыртыла. Һуғыш Ғариф һәм уның яратҡан ҡатыны Хәмиҙә кеүек хеҙмәт кешеләренең ихтыяры буйынса башланмаған. Тап уның арҡаһында Хәмиҙә ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәфислеген, һөйкөмлөлөгөн юғалта, ирҙәр һымаҡ төрлө ауыр эштәргә егелә. Хикәйәнең аҙағы ла күңелһеҙ һәм драматик: Хәмиҙәгә оло ҡайғы килә – уның яратҡан ире, ғаилә терәге булған Ғариф яу ҡырында хәбәрһеҙ юғала. Был образдар аша яҙыусы һуғыштың ябай халыҡ өсөн бөтөнләй ят булған, мәғәнәһеҙ бер фажиғәле ваҡиға икәнлеген ышандырырлыҡ итеп асып һала.

1917 йылдың Февраль революцияһын М. Ғафури шатланып ҡаршы ала. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып ул ошо тарихи ваҡиғаға үҙ мөнәсәбәтен белдерә: март айы башында уҡ бөтә халыҡ шатлығын сағылдырған “Хөрриәт иртәһе” тигән мәдхиәһен ижад итә. Миҫалға унан бер өҙөк килтерәйек:
Әй халыҡ шат! Һәммәһе уйнай, көлә...
Ҡаршынан ялтлап Ҡыҙыл байраҡ килә!
Йырлайҙар берҙәм былар шатлыҡ менән,
Береһе береһен ҡотлай азатлыҡ менән.
Онота алмам мәңге был шатлыҡ көнөн...
– Йәшәһен ысын хөрриәт! – Аҡтыҡ һүҙем.

Ошондай уҡ шатлыҡлы хистәр шағирҙың “Азатлыҡ хөрмәтенә”, “Ҡыҙыл байраҡ” тигән мәдех шиғырҙарында сағылыш тапты. Һуңғы әҫәр азатлыҡ көрәше гимнына әүерелде, уны халыҡ дәррәү күтәреп алды. Ул йөкмәткеһе яғынан да, формаһы йәһәтенән дә новаторҙарса ижад емеше булды. Уға әҫәрләндергес тантаналы һәм сая тон, аныҡ ритм, романтик пафос, революцион йөкмәтке хас. Унда популяр булған урыҫ, француз һәм поляк революцион йырҙарының, атап әйткәндә, “Марсельеза” һәм “Варшавянка” йырҙарының һулышы һиҙелә:
Ҡара һин алға!
Күрәмһең унда
Ҡыҙыл байраҡты –
Буялған ҡанға...
Хөрлөк, тигеҙлек
Уның шиғары (өндәүе),
Һәммә байраҡтан
Тора юғары...
Әй, Ҡыҙыл байраҡ,
Нур бир йыһанға!
Әйҙә, эшселәр,
Алға вә алға!

Халыҡтың Февраль революцияһы ай­ҡан­лы тыуған шатлығы, дөйөм ҡыуанысы оҙаҡ­ҡа барманы. Ваҡытлы хөкүмәт кө­төлгән иректе бирергә, халыҡтың проблемаларын хәл итергә ашыҡманы. Ошондай шарттарҙа М. Ғафури үҙенең “Хөрриәткә ҡаршы тороу­сыларға” тигән шиғырында ҡыйыу рәүештә хеҙмәтсәндәрҙе “халыҡ ҡулы күтәргән ҡыҙыл байраҡты” нығыраҡ тоторға, уны “бысраҡ ҡулдар бысратмаһын” өсөн ауҙармаҫҡа саҡырҙы.

Октябрь революцияһын М. Ғафури ижад ҡиблаһына тоғро ҡалған ысын халыҡ йырсы­һы, ирек һәм ғәҙеллек идеяларын мөкиббән яҡлаусы ролендә ҡаршыланы. Шағир булараҡ та, прозаик булараҡ та ул халыҡсан-демократик башҡорт әҙәбиәтенең алғы сафында булды, унда тәнҡитле реализм һәм прогрессив романтизм принциптарының формалашыуына һәм үҫешенә ифрат ҙур өлөш индерҙе. Ғафури шәхесе, Ғафури ру­хы бөгөн дә халыҡтың, хеҙмәт кешеһенең бөйөклөгөн, күңел сафлығын йырлаған, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән тәрән мәғә­нәле, оло фекерле һәм зауыҡлы әҫәрҙәрендә зиһен нуры, күңел йылыһы булып йәшәүен дауам итә. Тикмәгә генә олуғ талант вә фекер эйәһе үҙенең “Ян, көндөҙ…” (1916) шиғырында, күрәҙәселек иткәндәй, ошондай юлдарҙы яҙып ҡуймағандыр:
Эй, ҡояш,..
Бирмә ут һин, миндә ут бар,
Бирмә яҡты – яҡты мин.
Ут кәрәк булһа, уны гел
Минән генә алһын зәмин (ер).


Ғиниәтулла ҠУНАФИН, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры
Читайте нас: