Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июль 2020, 17:33

Мәҙәниәт йортобоҙ яңырҙы, ти ишәйҙәр

Быйыл беҙҙең районда, тап ошо проектҡа таянып, Ишәй ауылы мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау тамамланды.

Дәүләт кимәлендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһен төбәктәрҙә, ауылдарҙың ҙурында, бәләкәйендә күрә алыу ҡыуаныслы. Иң ҙур саралар бүленгән “Экология”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография”, “Мәғариф” милли проекттары менән бер рәттән, республикала “Мәҙәниәт” милли проекты ҡуйған маҡсаттар үтәлешенә ҙур иғтибар бүленә.
Быйыл беҙҙең районда, тап ошо проектҡа таянып, Ишәй ауылы мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау тамамланды.
Ишәйҙәр элек-электән ижади әүҙемлектәре, көслө фольклор ансамблдәре менән танылыу алған. Ауылдың 1974 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йорто бинаһына күптән заман талаптарына ярашлы ремонт кәрәк ине. Ниһайәт, федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән аҡсалар ярҙамында 2019 йылда капиталь ремонт эштәрен башлап ебәреп булды. Подрядсы ойошма ремонтты бинаның икенсе ҡатынан башлап, иң тәүҙә электр монтаж эштәрен, тәҙрәләрҙе һәм йылытыу радиаторҙарын алмаштыра, артабан иҙәндәр һәм ишектәр яңыртыла. Беренсе ҡат та хәҙер күҙ яуын алып тора. Әлбиттә, бина эсендә бөтә уңайлыҡтар булдырыу мөһим ине. Йыуыныу бүлмәһе, бәҙрәф яңынан эшләнде тип әйтергә мөмкин.
- Ремонтҡа тиклем бейеүселәребеҙ өсөн айырым мөмкинлектәр юҡ ине, хәҙер станоклы зал булдырылды. Күркәм тамаша залы, сәхнә – үҙе үк кәйефте күтәреп тора. “Хазина” башҡорт фольклор ансамблебеҙ менән ғорурланабыҙ. “Ләйсән” бейеү ансамбле, “Йондоҙлоҡ” вокаль ансамбле, театр, ҡубыҙсылар түңәрәге эшләп килә – хәҙер уларға йөрөүселәр артыр тип ышанабыҙ, сөнки мәҙәниәт йортоноң матур, яҡты мөхите тартып тора, - тип уртаҡлашты художество етәксеһе Артур Заһиҙуллин. Һөйөнөрлөк шул, ауыл тормошо өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Бөгөндән дәртләнеп эште дауам итер өсөн барыһы булдырылған, тауыш, яҡтылыҡ аппаратуралары, мебель яңыртылған.
Ремонттың һуңғы этабы мәҙәниәт йортона тыштан күркәм, заманса төҫ бирҙе. Бинаның ҡыйығы, стеналары термо-панель менән йылытып яңынан көпләнгән, төҫтәрҙе Башҡортостан флагы рәүешендә һайлау ҙа үҙенсә бер йәм өҫтәй. Тирә-яҡты яңынан кәртәләп, территорияла асфальт һәм балалар өсөн уйын майҙансығыда йомшаҡ заманса резина түшәгәндәр. Меңдән ашыу квадрат метр урын тигеҙләнеп, уйын комплекстары, ял итер өсөн уңайлы скамейкалар ҡуйылған. Ауыл ерендә ошондай ял урыны булыуы шәп бит!
Июндең һуңғы көндәрендә тамамланған ҙур эштең хәҙер файҙаһын күрергә булһын. Һәр мәҙәниәт йортоноң төп байлығы, ҡаҙанышы, әлбиттә, һәүәҫкәр таланттар, бай күңелле әүҙем тамашасы.

Милли проекттар сиктәрендә Башҡортостанда 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла. 2024 йылға тиклем дөйөм финанс күләме 172 млрд һум кимәлендә билдәләнгән. Иң ҙур сумма – 150 млрд һумдан ашыу сығымдар «Экология», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография», «Мәғариф», «Мәҙәниәт» милли проекттарына бүленә.
Быйыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлығы 1,3 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шуларҙың 184,5 миллион һумы – федераль бюждеттан (2019 йыл менән сағыштырғанда 17,6 тапҡырға күберәк). Ағымдағы йылда 13 районда клубтарға һәм китапханаларға капиталь ремонт эшләнәсәк. Бөтә был сараллар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урынды алып тора.
Фото: Артур Заһиҙуллин
Читайте нас: