Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2020, 13:34

Тәбиғәткә тоғро шағир ине

Бөгөн, яҙҙың иң йәмле көндәренең береһендә, яҙыусы, шағир, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012) Дамир Шәрәфетдиновҡа 55 йәш тулған булыр ине.

Бөгөн, яҙҙың иң йәмле көндәренең береһендә, яҙыусы, шағир, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012) Дамир Шәрәфетдиновҡа 55 йәш тулған булыр ине.

***
Уйнап ҡалһын әйҙә,
Ҡалған ғүмере
Нисә миҙгел бәйҙә…
(Миләүшә Ҡаһарманова.
"Февраль бураны").

Бәйҙәремдән ысҡынаһы ине –
Алҡымымдан алған сынйырҙан!
Биктәр һалған улар күңелемә,
Һәммә яҡлап урап. Алйырған!

Ирек бар ул! Аҡыл һаман әле
Тыйған була:” Юҡҡа ашҡынып…
Үткәндәрең хәтер-сымға бәйле,
Йылдар йөгөң ауыр баҫтырыҡ…”

Аҡылыңдан яҙып, зиһен юйып,
Онтап бәреп бөтә биктәрҙе,
Йәмғиәти үлсәмдәрҙән сығып,
Үтеп ҡоршау, ҡамау, сиктәрҙе,

Ысҡынырға башың һуҡҡан яҡҡа –
Аяҡтарың ғына сыҙаһын!
Тик… тотоусы юҡ та: донъялыҡҡа
Мин үҙемде үҙем сырманым!

ОСРАШЫУ
Осрашыу
Үткәндәрҙә генә ҡалған микән? -
18 йәш... Аудитория..
"До завтра!" - тип ярты быуат үткән...
Хушлашайыҡ микән тағы ла?..

Әҙ, тип әйтһәм, яңылыштыр - бөгөн
Уйлатырлыҡ ғүмер уҙғанды:
Белмәйһеңдер илдәр юҡ икәнен,
Назар Нәжми тигән туғанды?

Тағы ла биш илде үткәрербеҙ!
Тик үлмәм дә һымаҡ. Һин дә бар!
50 йылдан тағы осрашырбыҙ.
Бер Ерҙеке түгел донъялар!

ӘСӘЙГӘ ХАТ
(Есенинға оҡшатып)
Яңы йыл алдынан

Һаумы, әсәй. Күптән күрешкән юҡ.
Зилзиләләй тормош өйрөлтә.
Әле генә бер көн үткән кеүек,
Ә ҡараһаң, ана, йыл үтә…

Йөҙ йәшеңә һин етәһең, беләм.
Миңә иһә – һәр таң йөҙ йылдай.
Шул быуатта һәр фатиха – һинән,
Мин бала һәм – һинең ҡуйында.

Боронғоса, ҡулдан яҙам инде –
Юҡ яныңда скайп йә телефон.
Танымаһаң, уҡышырға күндер
Күрше апайҙарҙың береһен.

Хат ташыусы ҡалғандырмы унда?
Болғауырлы хәҙер был донъя, –
Юлсыларға сиктәр юҡ сағында,
Әйбергә сик ҡуя таможня,

Төштән һуңда кеше ҡайғылары…
Бер аҙ ситкә киттем, ахыры.
Был яҙма бит – хәлен һөйләү бары
Бөйөк булам тигән бахырың.

Нисек унда – һеҙҙә – алтын көҙҙәр?
Алтынлығы шикһеҙ, билдәле.
Өлкәндәргә иғтибарлы тиҙәр
Сәйәсәттәр беҙҙең илдәге.

Булһын шулай! Һинең быуатлығың
Нисә быуын өсөн ҡыуаныс!
Тағы быуат йәшәрлегең булһын –
Тик хакимдар өсөн аяныс…

Тағы ҡыйыш!..
Минең хәлдәр, былай,
“Халҡым улы” тигән ир өсөн:
Арыу тиһәң – күкрәк ҡағыу була,
Саҡ үлмәҫлек, әйтһәң дөрөҫөн.

Һеҙҙән хәбәр килеп тора, мәгәр.
Бәйләнешле заман, йүнһеҙең:
Эш белмәгән тырышҡанды һүгә,
Баш китергә етә бер һүҙең…

Ғәфү, әсәй! –
Һүҙем – донъя түгел,
Минең хаҡта ине бит әле:
Бушағыраҡ бөгөн тормош йөгөм,
Еңел булыр барып етәһе.

Ҡайҙа, тип ни… Ерҙә барыбыҙ ҙа
Бер тарафҡа ҡараш төбәгән.
Шулай ҙа юҡ бер ҙә яҡты күҙҙә
Өлгөрөргә унда теләгән.

Ҡараңғы ла һис ҡамасау булмаҫ,
Һуҡыр хатта түгел ҡабалан,
Тайҙырһа ла был аяуһыҙ тормош
Алдан билдәләнгән саманан…

Мин дә шул бер халыҡ ағымында.
Ил күргәнде күреп, кисереп,
Байрам итеп остоҡ шатлығын да,
Ҡайғыһынан да ләх иҫереп,

Ағай-эне яурын ҡағышҡанда,
Тегенең – дуҫ, Бының ҡорҙашы…
Файҙаһы юҡ. Беҙ ни – ил булһын да,
Халыҡ булһын, тағы – юлбашсы...

Ярай, әсәй, хәлем – илдәгесә:
Тормош матур, йәшәү – үлмәҫлек.
Һинең, ана, бүләләрең үҫә.
Илдә тағы яңы бер башлыҡ…

Тьфү, тағы ла…
Шайтан ҡотҡоһомо –
Әйләнә лә ситкә ҡайыра?!
Шыш-быштарын һин тыңлама уның.
Мин тере ул. Бармын. Ҡайғырма.

“Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!” –
Тигән Шағир – ҡалай яңғырау!
Һин дә, әсәй, һис ҡайғырма, шат бул,
Ишетһәң дә моңһоу ҡыңғырау.

Ә бөгөнгә һин алып тор минән
Хат-хәбәрҙең ҡыҫҡа, ябайын:
Алыҫ түгел ерҙән, тере, тигән,
Халыҡ улы – һинең малайың.
Фото: интернет
Читайте нас: