Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2020, 17:14

Милли кейемдә тарихыбыҙ, асылыбыҙ

Бөгөн Милли кейем көнөнә арналған онлайн байрам үтә. Ошо ваҡиға уңайынан Ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмобҡа ҡушылды.

Бөгөн Милли кейем көнөнә арналған онлайн байрам үтә. Ошо ваҡиға уңайынан Ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмобҡа ҡушылды.
Иғтибар иткәнһегеҙ, “Торатау” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә лә яҡташтар милли кейемдәге фотолары менән ихлас уртаҡлашты. Шуныһы һөйөнөслө – асылыбыҙға яҡынайтҡан милли кейем бөгөн ысындан да модала. Һәм был мода ваҡытҡа бирешә торғандарҙан түгел.
Республика халыҡтарының Милли кейеме байрамы сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, исем туйҙары һәм дәрестәр үткәреү ҡаралған йәғни милли кейемгә, уның асылына бәйле 26 төр сара уҙғарыу күҙ уңында тотола. Бар мәғлүмәттәр, онлайн күренештәр Дуҫлыҡ йортоноң Youtube-каналында плейлиста урынлаштырыла барасаҡ. Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары өсөн “Башҡорт милли кейеме”, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейеме буйынса донъя онлайн дәресе ҡаралған. “Милли кейемдә – фото” республика флешмобында ҡатнашып, һәр теләгән кеше #МиллиКостюм #БашҡортостанМәҙәниәте хештегтары менән фотоларын ижтимағи селтәрҙәргә ҡуя ала.
Сарала ҡатнашыусыларҙың эштәре Башҡортостан Республикаһы Дуҫлыҡ йортоноң рәсми аккаунттарында ҡуйыла бара. Ә инде финал видеоролик 18 апрелдә Youtube-каналында ҡуйыласаҡ һәм бөтә ижтимағи селтәрҙәргә таратыласаҡ.
Бынан тыш, башҡорт һәм урыҫ милли кейемдәренең элементтарын әҙерләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре Республика халыҡ ижады йортоноң рәсми сайтында барасаҡ.
Башҡортостандың Милли музейы ла виртуаль күргәҙмә эшләй. “Мин милли кейемдә” бейеү флешмобы Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле фондында һаҡланған Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәрендәге бейеүҙәрҙе күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Рәсми сайт: http://gaskarov-ensemble.ru
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас: