Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март 2020, 23:16

Наурузда теләктәр ҡабул булһын

Бөгөн Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ауылдаштар төрки һәм иран халыҡтарының боронғо Науруз байрамын билдәләү өсөн йыйылды.

Бөгөн Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ауылдаштар төрки һәм иран халыҡтарының боронғо Науруз байрамын билдәләү өсөн йыйылды.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҡатнашлығында үткән сарала төрлө ярыштар, уйындар ойошторолдо, һынамыштар әйтелде, йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарылды. Байрамға йыйылған халыҡты ойоштороусылар ҡоймаҡ һәм бутҡа менән һыйланы.
Байрамдың төп ҡунағы Наурызбикә ауылдаштарға теләген еткерҙе:
Ғәйбәт бөтһөн телегеҙҙә,
Талаш бөтһөн илегеҙҙә,
Асыу китһен йөҙөгөҙҙән.
Бурыстарҙы кисерегеҙ,
Дошмандарға ҡул һуҙығыҙ,
Шуның менән мәрхәмәткә,
Йөрәгемә юл һыҙығыҙ!
…Билдәле булыуынса, Урал-Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙа Яңы йыл март айында башланған. Ул осорҙа Науруз ун көнгә тиклем һуҙылған. Ошо көндәрҙә йорттан-йортҡа инеп «нәүрүҙ әйтеп» йөрөү ғәҙәте булған. Быны уҡыусы балалар – шәкерттәр башҡарған. Науруз таҡмағын уҡып йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыш теләп йөрөгәндәр.
Фото: Рима Шәфиева.
Читайте нас: