Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2020, 22:26

«Кинйәкәй бәйете» хаҡында

Ҡобайыр менән шәжәрә стилендә сығарылған тарихи бәйеттәрҙең береһе – «Кинйәкәй бәйете». Унда теге йәки был конкрет ваҡиғаның сағылышы юҡ, бәйеттең нигеҙендә юрматы башҡорттарының оҙайлы тарихына бәйле ваҡиғалар сылбырын күрмәү мөмкин түгел. Был бәйетте тәү башлап баҫмаға әҙерләүсе Нур Зариповтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уның авторы хәҙерге Ишембай районы Иҫәкәй ауылы кешеһе Дауытов Мөхәмәҙулла Әхмәҙулла улы булыуы мөмкин.

Ҡобайыр менән шәжәрә стилендә сығарылған тарихи бәйеттәрҙең береһе – «Кинйәкәй бәйете». Унда теге йәки был конкрет ваҡиғаның сағылышы юҡ, бәйеттең нигеҙендә юрматы башҡорттарының оҙайлы тарихына бәйле ваҡиғалар сылбырын күрмәү мөмкин түгел. Был бәйетте тәү башлап баҫмаға әҙерләүсе Нур Зариповтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уның авторы хәҙерге Ишембай районы Иҫәкәй ауылы кешеһе Дауытов Мөхәмәҙулла Әхмәҙулла улы булыуы мөмкин. Заманында (ХIХ быуат аҙаҡтарында) Дауытов М.Ә. Маҡарҙа урыҫ-башҡорт училищеһын тамамлаған, әле һүҙ барған бәйет ошо уңай менән яҡшы уҡығаны өсөн уға бүләк ителгән «Ҡөрьән» эсендә һаҡланған. Бәйет бер нисә өлөштән тороп, уның тәүге өлөшө тулыһынса шәжәрә стилендә сығарылған:
Атым бәнем Мөхәмәдулла,
Атам булған Әхмәдулла,
Ҡушаматым – Дауыти.
Илем ошбу волостан,
Үҙем башҡорт енестән.
Артабан бәйеттә легендар Тора хандың улдары Ишәй, Салих һәм Ҡарайғандарҙың нәҫеле хаҡында мәғлүмттәр килтерелә:
Ишәй алған биш бисә,
Биш бисәгә биш улан…
Биш бисәнең улдары:
Ишембай һәм Байғужа,
Ташбулат, Кинйәбулат
Вә дәхи ҙә Көҫәпҡол
Тотҡандар был яҡҡа юл.
Ҡыҫҡаһы, бәйеттең был өлөшөндә хәҙерге Ишембай, Ғафури райондарының егермегә яҡын ауылының тарихына бәйле мәғлүмәт бирелә.
Бәйеттең икенсе өлөшөндә ҡобайырға хас алымдар өҫтөнлөк итә. Унда Тимашев исемле баярҙың «ишәк миҫле» булып һис тә ялғанлыҡты, яуызлыҡты, мәкерлекте белмәгән кешеләрҙән ҡағыҙ яҙҙырып, мөһөр һалдырып Юрматы ерҙәрен тартып алыуы хаҡында һүҙ бара:
Шулай итеп еребеҙ,
Ҡышлауыбыҙ, көнөбөҙ,
Бүрек, билбау, сәкмәнгә,
Дәхи сәйгә, шәкәргә
Мәңгелеккә һатылған.
Улай ғына ла түгел, Тимашев баяр (бәйеттә - Темәс баяр) «казак атлы убыр команда» килтереп ауыл, йәйләүҙәрҙе ҡыйрата:
Был афәттән әҙәмдәр
Йәйләүҙәргә ҡастылар,
Мәсеткә үрт яҡтылар.
Бында ҡайтһа ҡышлауға,
Ҡылыс илә саптылар,
Мылтыҡ илә аттылар.
Бәйеттең был өлөшөндә ил-йортҡа афәт килеүе бәйет алымдары менән бәйән ителә. Аҙаҡҡы өлөштә иһә яңынан ҡобайыр алымдары йәнләнеп китә, был иһә халыҡ батырҙары образын тыуҙыра:
Килһә ине Йәмәлкә,
Күрһә ине Кинйәкәй,
Ҡайтһа ине Салауат.
Ил батыры арыҫлан
Түҙмәҫ ине был хәлгә.

(Салауат Галиндың «Тарих һәм халыҡ поэзияһы» китабынан).
Фото: интернет.
Читайте нас: