Бөгөн ҡалабыҙҙың милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Ишембай ағинәйҙәре милли кейем, биҙәүестәребеҙҙе эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Быйыл республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған сарала Урман-Бишҡаҙаҡ, Смаҡайҙан ағинәйҙәре, Тирмән-Йылғанан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ булған ағинәйҙәр, йәш оҫталар тиҙ арала эшкә кереште. Ҡашмау, селтәр, түшелдерек эшләүҙә оҫтарғандар өйрәнергә тип килгәндәргә ихлас ярҙамлашты, милли биҙәктәр нескәлектәрен аңлатты.
- Түшелдеректәрҙе боронғоса эшләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сөнки ундағы һәр биҙәүестең үҙ мәғәнәһе бар, ҡуйылыштары ла ябай ғына түгел. Мәҫәлән, ҡортбаштар яман күҙҙән һаҡлаған, көмөш тәңкәләрҙең дә үҙ тәғәйенләнеше, - тип Ишембай ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Хаят Йосопова бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.
Оҫталыҡ дәресе хаҡында тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында бирербеҙ.