Эшсе һәм уҡып йөрөүсе йәштәр араһында Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйындары район күләмендә ҙур бер ваҡиға булараҡ ҡабул ителә. Финалға кемдәр үткән тиһегеҙме? Быны ошо көндәрҙә ярыштарҙың зональ этабы асыҡларға ярҙам итте. Шулай итеп, был юлы Байғужа ауыл Советының “Нуленсе йылдар балалары”, Скворчиха ауыл Советының “Әхирәттәр”, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының “Ҡорот”о, Әрметтең “Шаяндар”ы, Ишәй, Ҡолғона ауыл советтарының “Йыйылма команда”лары, Маҡарҙың “Ну, погоди!”, Һайрандың “Берәүгә лә оҡшамағандар” командаларының сәмле ярышын күрә аласаҡбыҙ.