Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2020, 02:43

«Тере һүҙ» йәш йөрәктәрҙе ярһытты

Шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләү маҡсатынан уҙғарыла килгән “Тере һүҙ” республика йәштәр конкурсы быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды. Шуныһы ҡыуаныслы – еңеүселәр рәтендә Ишембай ҡыҙы ла бар.

Шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләү маҡсатынан уҙғарыла килгән “Тере һүҙ” республика йәштәр конкурсы быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды. Шуныһы ҡыуаныслы – еңеүселәр рәтендә Ишембай ҡыҙы ла бар.
Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
“Шиғри әҫәрҙе башҡорт телендә тасуири уҡыу” номинацияһында 16 – 21 йәшлектәр араһында әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курсында уҡыусы Ишембай ҡыҙы Әлиә Шиһапова еңеү яуланы.
- “Тере һүҙ» конкурсы минең өсөн хәҙер һәр йыл инде көтөп алған сара булып тора. Конкурста еңеүемә, һүҙ көсөн кешеләргә еткерә алыуыма сикһеҙ шатмын. Был сараны ойошторған Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, ижади эшмәкәрлек буйынса Үҙәктең директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаеваға, айырыуса Мәҙәниәт йорто режиссеры Людмила Мавринаға һәм конкурс дауамында миңә ярҙам иткән, һүҙемә ышанған ғаиләмә, уҡытыусыларыма, яҡындарыма оло рәхмәт, - тип уртаҡлашты һәләтле ҡыҙ.
Рус телле ҡатнашыусыларҙан Өфө районынан Арина Клыш еңгән. 22 йәштән өлкәндәр араһында Заһит Ғүмәров (Баймаҡ ҡалаһы) лауреат булһа, рус шиғриәтен яратҡандарҙан – Өфө районынан Гүзәл Ғәлләмова. “Авторҙың шиғри әҫәрен тасуири уҡыу” номинацияһында 22 – 35 йәшлектәр категорияһында Өфөнән Ләйсән Шакирова лауреат була. Быйылғы конкурстың тәүге турына (ул ситтән тороп үткәрелә) 97 ғариза ҡабул ителгән. Икенсеһенә ете райондан 37 кеше һайлап алынған.
Фото: Әлиә Шиһапова архивынан.
Читайте нас: