Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2020, 01:31

Таланттар ауылдарҙан сыға

Ҡалала “Йырсы ауыл” ауыл биләмәләренең вокал ижады республика конкурсының район этабы үтте. Унда 33 ауылдан һайлап алыу этабын уңышлы үткән йыр-моңға оҫта яҡташтарыбыҙ сығыш яһаны. Йәштәр һарайы сәхнәһе был көн 270 ҡатнашыусы өсөн һынау тотоу майҙанына әүерелде.

Ҡалала “Йырсы ауыл” ауыл биләмәләренең вокал ижады республика конкурсының район этабы үтте. Унда 33 ауылдан һайлап алыу этабын уңышлы үткән йыр-моңға оҫта яҡташтарыбыҙ сығыш яһаны. Йәштәр һарайы сәхнәһе был көн 270 ҡатнашыусы өсөн һынау тотоу майҙанына әүерелде.
Конкурстың беренсе этабы былтыр ауыл клубтарында 22 октябрҙән 29 октябргә тиклем барғайны. Ул саҡта 41 ауылдан бөтәһе 800-ләп ҡатнашыусы булһа, икенсе турға 300 тирәһе үткән.Таланттарға юл асыусы дәртле ярыш буласағын шунда уҡ билдәләгәйнек.
Байрам үҙешмәкәр вокал коллективтарҙың төрлөһөн тупланы – фольклор, эстрада йырҙары ансамблдәре, хорҙар, квартеттар, дуэттар, айырым башҡарыусылар, ир-егеттәр һәм ғаилә ансамблдәре – бай ҙа һуң Ишембай ере йырсыларға!
Район этабы тағы ла көсөргәнешлерәк, сәмлерәк барҙы. Төрлө ауыл таланттары ысындан да һоҡландырҙы - 19 коллектив, 35 айырым башҡарыусы сәхнәгә сыҡты, барлығы 66 сығыш яңғыраны. Жюриға көн дауамында етди эшләргә тура килде. Шуныһы мөһим - йыр байрамы төрлө быуын кешеләрен тупланы. Иң бәләкәй ҡатнашыусы Йәнырыҫтан 6 йәшлек Элина Сафина булһа,иң оло йырсы Байғужанан 83 йәшлек Рима Бирҙина ине. Ишембай таланттарының сығышын Республика халыҡ ижады үҙәгенән вокал-хор жанры буйынса әйҙәүсе белгес, Рәсәй фольклор союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Наталья Кондакова рәйеслегендә жюри баһаланы.
Сарала Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины Мәрйәм Солтанованың ҡатнашыуы ла конкурсты ҙурланы. Әйткәндәй, байрамға юғары кимәл биреп, уның етәкселегендәге “Маҡар ынйылары” уҡытыусылар вокал ансамбле, Маҡар мәктәбенең “Аҡ юл” хоры тәүгеләрҙән булып сығыш яһаны. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Нәсимә Собханғолова ижади ярышҡа сығыусыларҙы ихлас сәләмләп, уңыштар теләне. Ауылдарҙа бик күп таланттар йәшәүен һәм уларҙы табыу, халыҡҡа сығарыу әлеге конкурстың төп маҡсаты булыуын әйтте.
Бер ауылдың таланттарын икенселәре алмаштырҙы - Йәнырыҫ, Маҡар, Верхотор, Скворчиха, Көҙән һәм башҡа яҡтарҙан килгән йыр оҫталарының һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле, йәмле ине. Тамашасылар иһә ауылдаштары өсөн һөйөнөп, рухи ял алып ҡайтты.
Әле республикабыҙҙың башҡа райондарында ла һәләттәр баһалана, иң матур сығыштар һайлап алына. Өфөлә конкурстың йомғаҡлау өлөшөндә ишембайҙарҙы ла күрербеҙ әле.
Фото: автор.
Читайте нас: