Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март 2020, 23:02

Мәрхәмәтле моң ағылды

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов “30 йыл бергә” исемле юбилей концерты менән республикабыҙ ҡалалары һәм күрше өлкәләр буйлап гастролгә сыҡты. Үткән йома улар Ишембайҙың төп сәхнәһен дә гөрләтте.

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов “30 йыл бергә” исемле юбилей концерты менән республикабыҙ ҡалалары һәм күрше өлкәләр буйлап гастролгә сыҡты. Үткән йома улар Ишембайҙың төп сәхнәһен дә гөрләтте. Йырсының 30 йыллыҡ ижадына байҡау яһаған үҙенсәлекле концерт программаһын күрергә теләүселәр менән зал шығырым тулы ине. Тамашасылар көткән яңылыҡ булды, өмөттәре аҡланды тип уйлайым.
Был тамаша ҡәҙимге концерттан бер ни тиклем айырылып торҙо. Унда йәш студент Айҙарҙан ике республиканың халыҡ йырсыһы Айҙар Ғәлимовҡа тиклем үткән юл, йәғни “Моңдар ҡайтһын ауылға”нан “Ҡыҙыл розалар“ға тиклемге күтәрелеш йыр-бейеү-кино форматында сағылдырылды. Тамашасы ретро һәм популяр йырҙар солғанышында бер хисләнһә, кумирҙарын яратып ҡараған элекке совет фильмдарының төп геройҙары ролендә күреп бер һоҡланды. Ҡыҫҡаһы, кисерештәрҙе яҙып ҡына әйтеп аңлатып булмай, уны мотлаҡ барып күрер кәрәк.
Концерттан ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтты ишембайҙар. Эш бында концертта ғына ла түгел, әлбиттә. Артист үҙенең тормошонда ниндәйҙер роль уйнаған һәр кемгә – уҡытыусыларына, дуҫтарына, ғаиләһенә, әйткәндәй, ҡатыны Зилә ханым да зал да ине, ә иң мөһиме, үҙенән артист яһаған тамашасыһына рәхмәтле булыуын белдерҙе һәм был донъяла йәшәгәндә күберәк изгелек ҡылырға, мәрхәмәтле булырға өндәне. Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен белергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙе быға миҫал итеп концертына ҡала һәм районыбыҙҙан Афған, Чечня бәрелештәрендә ҡатнашып вафат булған яугирҙарҙың әта-әсәләрен, тол ҡатындарын, бер туғандарын саҡырҙы. Улар шул тиклем ҡәнәғәт булып ҡалды саҡырыуҙан, концерт ҡарауҙан бигерәк, улар үҙҙәренә күрһәткән иғтибар, башҡаларҙың яҡындарын онотмауынан ҡыуаныс кисерҙе.
Тамаша аҙағында сәскәләргә һәм рәхмәт һүҙҙәренә күмелде йырсы. Һәр саҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы, яҙҙан көҙгә тиклем ҡалабыҙҙы гөл-сәскәлә тотҡан Рәйсә Йосопова сәхнәгә сығып: “Айҙар Ғәлимовтың матур башланғысы өлгө булһын. Мәрхәмәтле эстафетаны башҡа артистар ҙа ҡабул итеп артабан дауам итһен ине” тигән тәҡдимен белдерҙе. Мәҙәниәт һарайы етәкселеге шунда уҡ был идеяны хупланы. Шулай итеп, күптәребеҙҙең яратҡан йырсыһы Айҙар Ғәлимов был көн Ишембайҙа тағы бер яңы матур башланғысҡа нигеҙ һалды.
Фото: автор
Читайте нас: