Ғаилә – ул оло таянысыбыҙ, ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө. Татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йыл бергә йәшәүселәр бик һирәк.
Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең Түбәнге Әрмет ауылында ла пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлаусы, бер-береһен яратышып, гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп.
22 февраль “Пар ҡанатым” тип исемләнгән кисәгә лә ауылыбыҙҙа 60 һәм 50 йыл бергә, өлгө булып, иңгә-иң терәшеп йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙы саҡырҙыҡ.
60 йыл бергә иңгә-иң терәшеп йәшәгән, ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе Ғәтиятуллин Фәрит Ғәҙелғәрәй улы менән Зәйнәб Зәйләғи ҡыҙы, Фәхретдинов Әхмәт Сәғҙетдин улы менән Фримә Исмәғил ҡыҙы һәм быйыл алтын туйҙарын билдәләгән, 50 йыл бергә ғүмер кисергән Шәрипов Хәсән Сабит улы һәм Зилә Ғүмәр ҡыҙы кисәбеҙҙең геройҙары булды.
Һәр ғаилә үҙенсәлекле. Бына мәҫәлән, Ғәтиятуллиндар ғаиләһенә килгәндә, Фәрит ағай менән Зәйнәб апа әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған. Бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Шуға ла ауылдаштары араһында абруйлы ғаилә булып иҫәпләнә улар.
60 йыл бергә ғүмер итеү бәхете кемгә генә тейә икән? Был бит бер кеше ғүмере. Шул ғүмерҙе Фәхретдиновтар ғаиләһе кеүек, матур итеп, һынатмайса йәшәй белергә лә кәрәк. Йылдар уҙған һайын, йәшәгән һайын, беҙ Фәхретдиновтар ғаиләһенә ҡарап һоҡланабыҙ. Улар Хоҙай биргән ғүмерҙәрен мәғәнәле һәм матур итеп йәшәй белә.
Илле йыл ул илле көн түгел. Уның һәр миҙгеле Шәриповтар ғаиләһе өсөн ҡәҙерле, яҡын. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, ниҙәр генә кисерелмәгән дә, ниндәй генә ауырлыҡтар күрелмәгән. Биш тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, был ғаилә бер-берһенә булған хистәрен үҙгәртмәйсә, мөхәббәттәрен ваҡламайса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмайса матур итеп ғүмер кисерә.
Иңде-иңгә ҡуйып, ярты ғүмер татыу кисергән Шәриповтарҙың алдағы көндәрендә лә пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балалар, оныҡтар игелеген күреп оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһендәр ине.
Кисә лә юбилярҙарыбыҙҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлыға Шәһиев Әнүр Әҙһәм улы, эштәр менән идара итеүсе Шәһиева Тәнзилә Тажий ҡыҙы, ауылыбыҙҙа эшләп килгән ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Жәмилә Нәғим ҡыҙы, юбилярҙарыбыҙҙың балалары, туғандары, ғәилә дуҫтары тәбрикләнеләр.
Кисәбеҙҙең геройҙарына бағышлап Рима һәм Гөлнара Усмановалар, Миләүшә Мирхайдарова, Рәйлә Ибатуллина үҙҙәренең йырҙарын бүләк иттеләр.
Шулай уҡ элек ауылда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа бик актив ҡатнашып йөрөгән Зилә Ғүмәр ҡыҙы, был сарабыҙҙа ла үҙенең йырҙарын башҡарып ауылдаштарын шатландырҙы.
Юбилярҙарыбыҙға һәр ваҡыт шулай пар килеш оҙак йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.