Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль 2020, 13:44

Күңелдәргә моң өләште

Ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәгендә үҙешмәкәр композитор, шағирә Нәсимә Әминованың күркәм юбилейы уңайынан “Йырҙарымда йәшәй үткәндәрем” тип исемләнгән ижад кисәһе уҙғарылды. Унда уның яҡташтары, ижадташ дуҫтары, ғөмүмән, йырҙарын һәм шиғырҙарын яратыусы тамашасылар йыйылды.

Ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәгендә үҙешмәкәр композитор, шағирә Нәсимә Әминованың күркәм юбилейы уңайынан “Йырҙарымда йәшәй үткәндәрем” тип исемләнгән ижад кисәһе уҙғарылды. Унда уның яҡташтары, ижадташ дуҫтары, ғөмүмән, йырҙарын һәм шиғырҙарын яратыусы тамашасылар йыйылды.
Нәсимә Әминова сығышы менән Ҡыйғы районынан. Ишембайға килен булып төшөп, бында төпләнеп ғүмер итеүенә лә хәҙер 50 йылға яҡын ваҡыт үткән. Шуға ла уны Ишембайҙыҡы тип тә ғорурланып әйтә алабыҙ. Заманында физика-математика йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йортон тамамлаған, уҡытыусы булып хеҙмәт иткән ул. Ә бына шиғырҙар, йырҙар ижад итеүгә һәләте олоғая төшкәс, хаҡлы ялға сыҡҡас күренә башлай. Әлеге көндә шиғырын да, көйөн дә үҙе ижад иткән 30-лап йыры сәхнәләрҙә яңғырай. Уларҙы республикабыҙҙа билдәле йырсылар ҙа башҡара, шулай уҡ ҡалабыҙҙа уҙғарылған сараларҙа ла йыш ишетәбеҙ. Өлгөрөп, көттөрөп кенә яҙа башлағанғамы, Нәсимә Әминованың һәр бер йыры күңелгә ятышлы, тәбиғи, тыңлаған һайын тыңлағы килеп тора. “Уларҙың һәр ҡайһыһы тормоштағы күренештәр, күңелдәге ниндәйҙер ваҡиғалар менән бәйле”, - ти ул йырҙары хаҡында һөйләгәндә.
Ижад байрамына йыйылыусылар тарафынан да уның йырҙары хаҡында әллә күпме йылы һүҙҙәр әйтелде. Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәге директоры Марс Сәғәҙиев йыр оҫтаһын тәбрикләп, киләсәктә лә емешле ижад теләне, мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хатын һәм Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Байрамға алыҫ Ҡыйғы тарафтарынан ҡунаҡтар килеүе лә сараны байытты. Ауылдашы, шағирә, композитор Ризида Мөхәмәтйәнова сығыш яһап, яҡташтарының Нәсимә Әминованы хөрмәт итеүҙәрен, тыуған яҡтарында ла осрашыуға көтөп ҡалыуҙарын белдерҙе һәм уға Ҡыйғы районы муниципаль районы хакимиәтенең, Арыҫлан ауыл Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Тыуған яҡтан ҡотлау сәләмдәре алыу айырыуса ҡәҙерле. Ризида Мөхәмәтйәнова һүҙҙәренә, Нәсимә Әминова көй яҙған “Сар йылғаһы” йырын Айгөл Минеғолова һәм Раушания Вәлиева башҡарған саҡта Нәсимә апай күңеле менән йәнә бер тыуған ауылына ҡайтып әйләнгәндер. Хаят Йосопова етәкселегендәге Ишембай ағинәйҙәре лә һәр ваҡыттағыса байрамды матур сығыштары менән биҙәне. Уларҙың дәртле йырҙарын да тамашасылар алҡыштарға күмде.
Ғөмүмән, Милли мәҙәниәттәр үҙәге әллә күпме таланттарҙы үҙенә йыйған. Ансамблдәр генә түгел, айырым башҡарыусылар ҙа һәр ҡайһыһы йыр оҫтаһы. Әлеге ижад байрамында быға тағы бер инандыҡ.
- Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә килһәм, яңынан тыуған һымаҡ булып, күңелгә дәрт алып ҡайтам. Үҙәктең художество етәксеһе Раушания Вәлиеваға беҙҙе туплап, ошондай матур саралар ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт. Йылмайып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алғас, күңел һәр ваҡыт бында тартылып тора, - тип әлеге кисәнән дә ҡәнәғәт булыуын белдерҙе Нәсимә Ғелметдин ҡыҙы.
Нәсимә Әминова тамашасылар һөйөүен яулаған матур йырҙар авторы ғына түгел, бәхетле ҡатын, әсәй, өләсәй ҙә. Киләсәктә тағы әллә күпме яңы йырҙары менән илһамландырырға яҙһын уға моң һөйөүселәрҙе.
Фото: автор.
Читайте нас: