Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2020, 21:47

"Минең дә туйым шулай үтәсәк!"

Туй... Бер-береһен яратышып ҡауышҡан ике йәш йөрәктең һуңғы һулышынаса хәтирәләргә бирелеп, ошо татлы минуттарҙы иҫләп, яҡындары, дуҫтары менән уртаҡлашыр миҙгелелер ул.

Туй... Бер-береһен яратышып ҡауышҡан ике йәш йөрәктең һуңғы һулышынаса хәтирәләргә бирелеп, ошо татлы минуттарҙы иҫләп, яҡындары, дуҫтары менән уртаҡлашыр миҙгелелер ул.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры йондоҙҙары Гөлсәсәк менән Яҡуп Шәриповтар ҙа ул бәхетле көндәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
“Яҙмыштыр инде, эшләй башлауымдың икенсе көнөнә Салауат педагогия училищеһынан Гөлсәсәк исемле йәш кенә ҡыҙ йырларға килде. Мине уның тауышы арбаны, - тип һөйләй Яҡуп ағай тәүге осрашыуҙары хаҡында. - Халыҡ йыры “Гөльямал”ды беренсе осрашҡанда шундай итеп башҡарҙы... Илһам ағайҙы хәтерләтте. Хатта тауышының боролоштары, мелизмдарына тиклем оҡшаш...”
“Туйыбыҙ 1976 йылдың 21 авгусында Әлшәй районы Һарай ауылында үтте, - тип хәтирәләргә бирелә Гөлсәсәк апай. - Халыҡ күп булды. Яҡуп менән парлашып туғандар, дуҫ-иштәр оҙатыуында ауылды урап сыҡтыҡ. Яҡуп гармунда һыҙҙыра. Йырлап ебәрһә, күмәкләшеп күтәреп алабыҙ. Бәләкәй саҡта, ауылда шаулатып туй үткәнен күреп, ”Үҫкәс, кәләш булғас, минең дә туйым шулай үтәсәк!”, - тип хыялланғайным. Нәҡ шулай булды ла”.
Венер Исхаҡов
Читайте нас: