Ишембай ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиәләү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре фестивалгә ентекле әҙәрләнгән. Был учреждениела Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусыларҙың күптәре башҡортса белеп тә бөтмәй. Шуға ла улар рус телендә “Урал батыр” эпосын һөйләп ишеттерә. Конкурсҡа әҙерлек барышында ҡыҙҙар күп кенә башҡорт һүҙҙәрен өйрәнгән, милли костюм элементтарын, биҙәүестәрен теккән. Балалар ҡала сәхнәһендә сығыш яһап ҙур хис-тойғолар кисергән. Улар “Башҡорт халыҡ эпосы” 10-сы халыҡ-ара конкурсында ла ҡатнашҡан. Әлегә һөҙөмтәләр билдәһеҙ, шулай ҙа еңеүҙәренә ышаныстары ҙур.