Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 20:54

ИШЕМБАЙ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕНДӘ ВИРТУАЛЬ КОНЦЕРТ ЗАЛЫ БУЛАСАҠ

2020 йылда Башҡортостанда ике муниципаль берәмек - Ишембай һәм Сибай ҡалалары балалар сәнғәт мәктәбе виртуаль концерт залын булдырыуға 1 миллион һум аласаҡ.

2020 йылда Башҡортостанда ике муниципаль берәмек - Ишембай һәм Сибай ҡалалары балалар сәнғәт мәктәбе виртуаль концерт залын булдырыуға 1 миллион һум аласаҡ.
Был турала бөгөн БР Хөкүмәте ултырышында республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Министр “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә виртуаль концерт залдарын булдырыу тураһында хөкүмәт ҡарары проекты менән таныштырҙы.
“2024 йылға тиклем Башҡортостанда 6 виртуаль концерт залын булдырыу планлаштырылған, – тип билдәләне Әмина Шафиҡова. – 2020 йылда республиканан ике еңеүсе федераль конкурс нигеҙендә билдәләнде – Ишембай һәм Сибайҙағы балалар сәнғәт мәктәптәре виртуаль залды йыһазландырыуға 1 миллион һум аласаҡ.”
Бындай заманса залдарҙа Мәскәү дәүләт филармонияһы концерттары трансляциялана. Был аҡсаға проекторҙар, экрандар, ноутбуктар, акустик системалар, сәхнә конструкциялары һәм тағы бик күп ҡоролмалар алынасаҡ. Уларҙы килтереү һәм монтажлау сығымдары ла ошо иҫәптә.
Конкурста бөтәһе 68 төбәк ҡатнашҡан. Еңеүселәр исемлегенә бөтәһе 44 төбәк ингән, ошо иҫәптә Башҡортостан да бар.
“Быға тиклем виртуаль концерт залы Башҡорт дәүләт филармонияһы нигеҙендә генә эшләп килде. Уға 100-ҙән ашыу мәҙәни учреждение – тауыш ҡоролмаһы һәм экраны булған ауыл клубтары, китапханалар тоташа ала ине. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ла был мөмкинлекте булдырҙыҡ, улар февралдән концерттар трансляцияһын башлап ебәрәсәк.Улар үҙҙәрендә үткән мәҙәни сараларҙы ла төшөрөп, райондарға трансляциялай ала,”- тип аңлатты Әминә Шафиҡова.
Фото: интернет.
Читайте нас в