Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2020, 01:34

Олоһон да, кесеһен дә арбаған йырсы

Бөгөн сәхнәгә үрләүселәр бик күп. Әммә эстрада йырҙары менән бер рәттән халыҡ ынйылары булған көйҙәрҙең ҡәҙерен белгәндәр генә ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яулай. Ана шундай йәш йырсыларыбыҙҙың береһе - Тимур РАМАЗАНОВ (Тимур Рамазан) “Йәшәйек” тип аталған концерт программаһы менән республика буйлап гастролгә сыҡҡан. Ишембай тамашасылары уны 23 ғинуарҙа үҙебеҙҙең ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмләй аласаҡ. Ошо көндәрҙә Тимур редакцияла булып, йыр-моң һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

Бөгөн сәхнәгә үрләүселәр бик күп. Әммә эстрада йырҙары менән бер рәттән халыҡ ынйылары булған көйҙәрҙең ҡәҙерен белгәндәр генә ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яулай. Ана шундай йәш йырсыларыбыҙҙың береһе - Тимур РАМАЗАНОВ (Тимур Рамазан) “Йәшәйек” тип аталған концерт программаһы менән республика буйлап гастролгә сыҡҡан. Ишембай тамашасылары уны 23 ғинуарҙа үҙебеҙҙең ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмләй аласаҡ. Ошо көндәрҙә Тимур редакцияла булып, йыр-моң һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
- Тимур, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән яҡыныраҡ таныштырып үтһәңсе?
- Баймаҡ районында Басай ауылында тыуғанмын, ата-әсәйем шунда йәшәй. Бәләкәйҙән оҙон көйҙәр башҡарырға яраттым, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Мәктәптә уҡығанда “Ирәндек моңдары”нда үҙемде уңышлы һынаным. Унан мине F.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияинтернатҡа уҡырға саҡырҙылар. Шулай итеп, Өфөгә, сәнғәт юлына барып эләктем. Аҙаҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына вокал бүлегенә уҡырға индем. Беренсе курсты тамамлағас, актерҙар бүлегенә күстем, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичевала уҡып сыҡтым. Үҙебеҙҙә эшкә урынлашып китеү ҡатмарлы булды. Ҡазанға саҡырыу алдым. Юлға йыйынып бөттөм тигәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт ағай Нәҙершин шылтыратып: “Иртәгә үк килеп сыҡ, һиңә бер урын булырға тейеш”, тип үҙенә саҡырҙы. Шулай итеп мине Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Ҡарауанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнә эшкә алдылар. Унда алты йыл күңел биреп эшләнем.
- Ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштың, еңеүҙәрең хаҡында ла һөйләп кит әле?
- “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй”, “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо”, Хакасияла үткәрелгән “Ут йыры”, Улан-Удэла, Ҡаҙағстанда һәм башҡа тарафтарҙа үҙемде һынап ҡараным. Беренсе, икенсе урындар алырға яҙҙы.
- Тимур, һин әле гастролдәр буйлап йөрөйһең, кемдәр менән бергә район-ҡала сәхнәләрен гөрләтәһегеҙ?
- Үткән йыл филармонияла үҙемдең төркөмдө астылар. Бының өсөн БР Мәҙәниәт министрлығына, етәкселеккә ҙур рәхмәт. Сәхнәгә сығыу өсөн заманса ҡорамалдар алынды. Составта ике алып барыусы - Илмира Юлдашева һәм Фәрхәт Ғәйнетдинов, Резана Актаева скрипкасы, вокалда Сабина Кучаева. Ошо коллектив менән үткән йылдың октябренән Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөйбеҙ. Тәүҙә минең тыуған яҡтарымда булдыҡ. Аҙаҡ Ырымбурҙа ла аншлаг менән концерттар үткәрҙек.
Һәр ерҙә алҡышлап ҡаршы алалар, тамашасыларыбыҙ бик ихлас. Һарытау, Силәбе, Һамар, Ҡурған яҡтарына ла саҡыралар, февраль-март айҙарында ошо тарафтарға юлланасаҡбыҙ.
- Репертуарыңда халыҡтың күңелен яуларҙай йырҙар шул.
- Тыуған ер, тыуған яҡ, мөхәббәткә арналған этник, эстрада, ретро йырҙарға күберәк иғтибар бирәбеҙ. Репертуарҙа үҙем ижад иткәндәре лә байтаҡ. Ысынбарлыҡ тормош хаҡында, һүҙҙәре күңелгә ятып торған йырҙар яҡын. Мәғәнәһеҙ йырҙар ижадыңды һис тә биҙәмәй. Халыҡ йырҙарын да берҙәй башҡарам. Мәҫәлән, Ҡаҙағстанда донъя кимәлендә үткән конкурсҡа башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты алып барҙым. Унда сәхнәлә ҙур экранда 3D форматында Башҡортостан тәбиғәте күрһәтелде. Ныҡ әҙерләнгәйнек. Беренсе урын яулап ҡайттым. Әлбиттә, башҡорт халыҡ йырын башҡарыу ҙур яуаплылыҡ талап итә.
- Иң мөһиме, гастролдәреңдән һағынып көтөп алыусы бар, шулаймы?
- Әлбиттә! Ижад кешеһе өсөн терәгең, илһам биреп тороусың булыуы бик кәрәк. Ҡатыным журналистикала тырыша, Алтынай, Айсулпан исемле ике ҡыҙыбыҙ бар.
- Тимур, һиңә ижади уңыштар теләйбеҙ! Ишембайҙар ихлас ҡаршы алһын!
Читайте нас: