Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2020, 01:05

Фольклор иленә сәйәхәт

Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап, Этҡол моделле ауыл китапханаһында "Фольклор иленә сәйәхәт" тип аталған сара уҙҙы.

Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап, Этҡол моделле ауыл китапханаһында "Фольклор иленә сәйәхәт" тип аталған сара уҙҙы.
"Дуҫлыҡ" балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре башҡорт халҡының йомаҡтарын систеләр, әйтемдәре, һынамыштары тураһында белделәр. Шулай уҡ милли кейем менән таныштылар, милли уйын ҡоралы - ҡубыҙҙа уйнап ҡаранылар.
Балалар ҙа буш ҡул килмәгән, һәр береһе бармаҡ уйындарын һөйләп, уйнап күрһәтте. Был уйындар телмәр үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай, шуның өсөн дә тәрбиәсе Зөһрә Салауат ҡыҙының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Сарабыҙҙың һуңында һанашмаҡ әйтеп, наказ алып, күмәкләшеп бейеп тә алдыҡ. Булыр бала - бишектән, тигәндәй, ошо кескәй балаларҙың күңеленә тыуған телебеҙгә, илебеҙгә һөйөүҙе тик беҙ генә, ололар, ата-әсәләр һала алабыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: