Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ғинуар 2020, 13:42

“Кино төшөрөүҙе саҡ туҡтатманылар, олатайҙың ҡаштарын өттөм...”

“Елғыуар” фильмын белмәгән башҡорт бармы икән? Бынан 12 йыл элек сыҡҡан киноны әле булһа яратып ҡарайбыҙ.

“Елғыуар” фильмын белмәгән башҡорт бармы икән? Бынан 12 йыл элек сыҡҡан киноны әле булһа яратып ҡарайбыҙ.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов кеүек арҙаҡлы башҡорт, Марат Башаров кеүек рус актерҙарынан тыш, “Елғыуар”ҙа төп ролдәрҙең береһен Илнур Ғәниев башҡара. Ошо көндәрҙә ул ваҡыттағы үҫмер малай “Руслан”, хәҙер инде ҙурайып тормошта үҙ урынын тапҡан Илнур менән аралашыу бәхете тейҙе, ул кино төшөргән ваҡыттағы мәҙәктәрҙе иҫкә алды.
“Кастинг ваҡытында режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың ҡушыуы буйынса фильмдағы Әхмәт бабайҙың ҡайыш тотоп Русланды баҫтырғандағы өҙөктө уйнаным. Ул һуғырға була: “Салбарыңды сис!” - тип арттан ҡыуа, мин: “Балаларҙы туҡмау не педагогично”, - тип ҡасам.
Съемкалар ауылда барғанда был хәл инде ысынлап ҡабатланды. Мин шуҡ малай инем, гел генә шаяртыуҙар уйлап сығара торғайным. Тәмәке тоҡандырғыстың ут кимәлен тулыһынса астым да Мәүлетбай ағайға һуҙам, тәмәке тоҡандырығыҙ, йәнәһе. Шулай итеп, уның ҡаштары өтөлдө, кино төшөрөү туҡтатыла яҙҙы. Был юлы Мәүлитбай ағай “Сис салбарыңды, ярам!” тип инде ысынлап арттан баҫтырҙы”, – ти Илнур.
Әлеге мәлдә Илнур ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, ҡатыны менән Оскар исемле ул үҫтерәләр. Егет тормошон актер һөнәре менән бәйләгән: бөгөнгө көндә М. С. Щепкин исемендәге театр институтында белем ала.
Фото: “Елғыуар” фильмынан кадрҙар, Илнур Ғәниевтың шәхси архивынан.
Айгөл Йәмилева
Читайте нас: