Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2019, 11:22

Ялыбыҙҙы йөкмәткеле итәйек

Яңы йыл каникулы осоронда һыйлы табындарҙан, ҡунаҡҡа йөрөүҙәрҙән ялҡып китһәк, ҡалала ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙы күреп йөрөп килә аласаҡбыҙ. Һәр кем, моғайын да, үҙенең күңеленә хуш килгәнен табыр. Иғтибарығыҙға 31 декабрҙән 7 ғинуарға тиклем уҙғарыласаҡ мәҙәни саралар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ.

Яңы йыл каникулы осоронда һыйлы табындарҙан, ҡунаҡҡа йөрөүҙәрҙән ялҡып китһәк, ҡалала ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙы күреп йөрөп килә аласаҡбыҙ. Һәр кем, моғайын да, үҙенең күңеленә хуш килгәнен табыр. Иғтибарығыҙға 31 декабрҙән 7 ғинуарға тиклем уҙғарыласаҡ мәҙәни саралар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ.
30 декабрҙә 18.00 сәғәттә – Ленин исемендәге майҙанда Яңы йыл шыршыһы тантаналы асыла. Унда Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу менән бик күңелле уйын программаһы көтөлә. 31 декабрҙән 7 ғинуарға тиклем 17 – 19 сәғәттәрҙә – шулай уҡ Ленин исемендәге майҙанда ҡала шыршыһы эргәһендә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында “Тылсымлы Яңы йыл” байрам сараһы үткәрелә. Театрлаштырылған тамаша, төрлө әкиәт геройҙары менән уйындар ойошторола.
31 декабрҙә 14.00 сәғәттә - Картиналар галереяһында һүрәт төшөрөргә өйрәнергә теләүселәр өсөн «Асыҡ изостудия” эшләй. Ишембай рәссамдары унда оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Был дәрестәр 7 ғинуарға тиклем көн һайын үтәсәк.
31 декабрҙә 10.00-16.00 сәғәттәрҙә - Ишембай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Яңы йылдың тарихы тураһында ҡыҙыҡлы лекция тыңларға мөмкин.
1 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Ҡабат әкиәткә” исемле һүрәттәр конкурсы көтөлә.
1 ғинуарҙа 14.00 сәғәттә - Ишембай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Төрлө илдәрҙә Ҡыш бабай нисек атала?” темаһына ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрелә.
2 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә - Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Ирония судьбы” фильмы күрһәтелә.
2 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә – “Нефтсе” мәҙәниәт йортонда художество үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөүселәр менән “Сәй артында күңелһеҙләнмәйбеҙ” тигән кис ултырыу ойошторола. Концерт номерҙары, шиғырҙар, таҡмаҡтар менән алып барыласаҡ ул.
2 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә Ишембай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында музей кинотеатры көнө уҙғарыла. Унда яңы йыл тураһында нәфис фильмдар күрһәтелә.
3 ғинуарҙа 12 сәғәттә – Ҡаланың үҙәк китапханаһында “Ял көнө клубы” үтә. Ҡыш тураһында шиғырҙар һөйләү, викторина, уйындар, конкурстар ойоштороласаҡ.
3 ғинуарҙа 12.00 сәғәттә – Үҙәк балалар китапханаһында ҡыҙыҡлы байрам көтөлө. Балалар, уларҙың ата-әсәләре ҡатнашылығында мауыҡтырғыс конкурстар,
викториналар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Уҡыу залында теләүселәр өсөн “Ҡышҡы кинозал” эшләйәсәк.
3 ғинуарҙа 14 сәғәттә - Ишембай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы байрам темаһына һүрәттәр буяуға саҡыра.
4 ғинуарҙа 17.00 сәғәттә – “Йондоҙ” мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Өләсәйҙең һандығынан ҡышҡы әкиәттәр” исемле балалар өсөн байрам уҙғарыла. Тышта, саф
һауала балаларҙы төрлө сюрприздар, байрам сәйе көтә.
4 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә – Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Ҡышта ҡунаҡта” тигән яңы йыл викторинаһы ойошторола, хәрәкәтле уйындар ҙа ҡаралған.
4 ғинуарҙа 15 сәғәттә - Ишембай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында шыршы уйынсыҡтары күргәҙмәһе буйлап экскурсия ойошторола. 5 ғинуарҙа 14.00 сәғәттә иһә музейҙа яңы йыл темаһы буйынса йәнһүрәттәр күрһәтеләсәк. Ә 6 ғинуарҙа 14.00 сәғәттә музей хеҙмәткәрҙәре экскурсияға килеүселәрҙе көтә.
Йәштәр һарайы һәр ваҡыттағыса бушлай нәфис фильмдар һәм балаларҙы мультфильмдар менән ҡыуандырырға әҙер. 2-7 ғинуар көндәрендә киносеанстар 14.00, 16.00 һәм 18.00 сәғәткә билдәләнгән. Башҡорт фильмдарын да күрһәтәсәктәр. Социаль селтәрҙәрҙә Йәштәр эштәре буйынса комитет төркөмөн ҡарап барығыҙ.
Ҡала мәҙәниәт һарайында “Маяҡ” кинотеатры ла оҙайлы ял көндәрендә үҙ тамашасыһын көтә. 7 (34794) 2-26-14 телефоны һеҙҙең ҡарамаҡта.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас в