Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2019, 19:14

Балаларҙы һөйөндөрөп

Ҡала мәҙәниәт һарайы бөгөн иртә менән балалар тауышынан гөрләп торҙо. Улар Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы шыршыһына йыйылды.

Ҡала мәҙәниәт һарайы бөгөн иртә менән балалар тауышынан гөрләп торҙо. Улар Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы шыршыһына йыйылды.
Иртәнге сәғәттәрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн хакимиәт башлығы шыршыһы үтте. Азамат Абдрахманов уларға иң изге ҡотлау теләктәрен еткереп, киләсәктә лә ярҙам күрһәтеләсәген әйтте. Ишембай артистары тарафынан әҙерләнгән тылсымлы әкиәт, Ҡыш бабай күстәнәстәре балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килгәндер.
Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу менән тамашалар бер-береһен алмаштырып торҙо. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, төрлө спорт ярыштарында уңыштарға өлгәшкән, төрлө сараларҙа әүҙем булған ҡыҙ һәм малайҙар ҙа зал тулы йыйылды. Уларға ла иң изге теләктәр юлланды - киләсәктә матур һөнәрҙәр алып, Ишембай үҫеше өсөн тырышып эшләүҙәренә ышаныс-өмөттәр бағланды.
Яңы йылдан һәр бала мөғжизә, ҡыуаныслы ваҡиғалар көтә. Район хакимиәте тарафынан ойошторолған бөгөнгө байрам уларға ошо матур кисерештәрҙе бүләк итә алды.
Фото: автор.
Читайте нас: