Талпынып көтә күңел Яңы йыл кисен,
Сабый саҡтан танһыҡ булған мандарин еҫен,
Балалыҡтан сыға алмай һаман күңелем,
Ҡыш бабай килер кеүек, тейәп бүләген.
Йөрәк, йүләр, өмөт итеп Ҡыш бабай көтә,
Мөғжизәләргә ышанып, ғүмерҙәр үтә.
Килһен әйҙә, Яңы йылдар, ризығы менән,
Булһын ҡыуаныс - шатлыҡтар ҡапсығы менән!
Өр-яңы йыл килһен бәхет алып,
Өр-яңы йыл килһен йылмайып.
Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,
Йәшәмәгеҙ, дуҫтар, моңайып!
Ап-аҡ ҡарға күмеп бар донъяны,
Ынйы һибеп, сафлыҡ нуры бөркөп,
Өр-яңы ҡыш килде тыуған ергә-
Яңы йылға яңы уйҙар менән,
Саф теләктәр менән инәйек.
Бәхет арбаһына шәп ат егеп,