Йыр-бейеү коллективтарының күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙарҙан тороуына күнеккәнбеҙ. Күптән түгел ҡала мәҙәниәт һарайында үткән сараларҙың береһендә Әхмәр ауылынан ир-егеттәр квартеты район мәҙәниәте өсөн бер асыш кеүек тойолдо.
Раил Ғәйнуллин етәкселендәге ансамбль егеттәре - Юнир Хәкимғужин, Илгиз Хәйбуллин, Рузил Килембәтов төрлө һөнәр эйәләре, ә бына сәхнәлә үҙҙәрен тотоуҙары, йырлауҙары бер ҙә артистарҙан кәм түгел. Егеттәр менән һөйләшкән арала ансамблдең күптән ойошторолоуын, әммә әлегәсә ауыл сәхнәһе менән сикләнеп килеүҙәрен белдек.
- Рухлы йырҙар башҡарырға яратабыҙ. Бигерәк тә “Тархан” төркөмөнөң йырҙары күңелгә ята. Иң мөһиме - егеттәрҙең сығышын халыҡ үҙ итә, ә был илһам, көс бирә, - ти үҙе үк бергә сығыш яһаусы ансамбль етәксеһе.
Ауылдарҙа таланттар әҙ түгел. Уларҙы күреп, үҫтерә белергә, сәхнәләргә юл ярышырға ғына кәрәк. Ҙур сәхнәләрҙе гөрләтерлек көр тауышлы ир-егеттәр ансамблдәре тағы ла ишәйһен.