Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2019, 12:50

Түрйән рухы түрҙә

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ауылдаштар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор, аккордеонсы һәм тальянсы, йырсы һәм бейеүсе Түрйән Вәлитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға “Йырлап уҙған ғүмер» исемле хәтер кисәһе ойошторҙо.

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ауылдаштар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор, аккордеонсы һәм тальянсы, йырсы һәм бейеүсе Түрйән Вәлитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға “Йырлап уҙған ғүмер» исемле хәтер кисәһе ойошторҙо.


Яй ғына шаршау асылғанда ауылдың бер хозур кисенә шаһит булдыҡ. Сәхнә түрендә Үрге Әрметтең ҡатын-ҡыҙҙары, хас та боронғоса кис ултырып, ҡул эштәре менән була ине – ә үҙҙәре был саҡта көлөшәкөлөшә Түрйән ағайҙарын иҫкә ала.


- Әхирәттәр, ә һеҙ иҫләйһегеҙме? Беҙ бала саҡта, бына-бына берәй артист килеп төшмәҫме икән тип, Түрйән ағай менән Зәйтүнә апайҙың өй алдын һаҡлай торғайныҡ. Районға концерт менән килгән артистар уларға һуғылмайынса китмәне, ҡунып сыҡҡан саҡтары ла булды. Бер саҡ шулай уларҙың ҡапҡа алдында йыйылышҡанбыҙ. Фәриҙә Ҡудашева килә икән тип, әй, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. «Фәриҙә апайыбыҙ» тигән ханым йырсы Әсмә Шайморатова булып сыҡты. Ундай ҡыҙыҡ мәлдәр күп булды инде, - тип Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Моратшина матур иҫтәлектәр менән бүлеште.


Әрмет ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Әнүр Шаһиев, үҙешмәкәр артистың туған-тыумасаһын, ауылдаштарын һәм абруйлы ҡунаҡтарҙы сәләмләп, сараның рәсми өлөшөн башлап ебәрҙе.


- Түрйән ағайыбыҙ оло шәхестәрҙән. Ауылыбыҙҙың ғына түгел, республика мәҙәниәтен үҫтереүгә лә тос өлөш индерҙе. Түрйән Ғәтиәт улының һәр ауылдашы тормошо һәм ижады тураһындағы иҫтәлекте быуындан-быуынға тапшырырға бурыслы – тине ул, әрметтәргә мөрәжәғәт итеп.


Үрге Әрмет башланғыс мәктәбе мөдире, уҡытыусы Флүзә Латипова ла күршеһе Түрйән ағайҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырып үтте. Бала сағы ауыр йылдарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, Түрйән Вәлитов йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. 1944 йылда, 7 класты уңышлы тамамлағандан һуң, уны Ишембайға ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. Бында ул беренсе тапҡыр сәхнәгә сығып йыр башҡара. Ошо көндән алып ул сәхнә тормошо менән янып йәшәй башлай. Ҡалала ойошторолған бер генә кисә лә, смотр ҙа унһыҙ үтмәй. Һәләтле егетте Өфөгә үҙешмәкәр коллективтарҙың смотрына ебәрергә булалар. 16 йәшлек Түрйән «Хафизәләм, иркәм» йыры менән сығыш яһап, барлыҡ баһалама ағзаларының күңелен яулай. Был саранан ул үҙенең сәхнә кешеһе булыуына ныҡлы инанып ҡайта. Бейеү сәнғәтендә лә маһирлыҡ күрһәтә егет. Яйлап үҙе лә бейеү һалыуға тотона.


1945 йылдың авгусында Түрйән Вәлитов Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы тарафынан Мәскәүҙә үтәсәк хеҙмәт резервтары смотрының һайлап алыу турына саҡырыла. Ул смотрҙың I турын уңышлы үтеп, йәш һәүәҫкәр артистар менән бергә Мәскәүҙә Кремль һарайында, Совет Армияһы йортонда, район Мәҙәниәт йорттарында һәм завод клубтарында бер ай буйы сығыш яһай. Егеттең был уңышы I дәрәжә Дипломы менән баһалана. Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырһалар ҙа, Түрйән яҙмышын ауылы менән бәйләй.


1951 йылда Түрйән Ғәтиәт улы Ҡолғона ауылында клуб мөдире булып эш башлай. Унда оҙаҡ та эшләп өлгөрмәй, Петровскийға эшкә саҡырып алалар. 1952 йылда үҙешмәкәр артисты Түбәнге Әрметкә клуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.


1955 йылдың көҙөндә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында районыбыҙ һәүәҫкәрҙәре «Колхоз йәштәре» исемле музыкаль композицияһы менән 1-се урынға сыға. Үҙешмәкәр артистарыбыҙ Мәскәүгә барыу хоҡуғына эйә була. Шулай итеп, Түрйән ағай икенсе тапҡыр Мәскәү сәхнәләрен яулау бәхетенә ирешә. Мәскәүҙә үткән декадала Түрйән Вәлитов һалған «Йәшлек» бейеүе менән сығыш яһайҙар. Бында күрһәткән уңыштары өсөн йәш башҡарыусыларҙың һәр береһе ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы һәм 350 һум премия менән бүләкләнә.


1970 йылда Үрге Әрметтә мәҙәниәт йорто асыла. Директор вазифаһын, әлбиттә, Түрйән Ғәтиәт улына ышанып тапшыралар. Ең һыҙғанып эш башлаған уҙаман клубты мәҙәниәт үҙәгенә әйләндерә. Түрйән ағай ауылдаштарын йырға, бейеүгә һәм аккордеонда уйнарға өйрәтә. Ул эшләгән йылдарҙа клубта художестволы үҙешмәкәрлек ныҡлы үҫешә.


Түрйән Вәлитовтың яуаплылығын, тырышлығын һәйбәт белгән колхоз етәкселәре уны 1974 йылда ырҙын табағы мөдире итеп ҡуя. Бынан тыш, ул район гәзиттәрендә ауыл хәбәрсеһе булып тора. Өфөлә үткән журналистар съезында ла ҡатнаша. 1990 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем сәхнә түренән төшмәй. 1995 йылда Түрйән Ғәтиәт улы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.


Түрйән ағайҙың ижад юлында ҙур уңыштарға өлгәшеүендә 60 йылдан артыҡ бергә ғүмер кисергән тормош иптәше Зәйтүнә апайҙың да өлөшө ҙур. Улар ике балаға тормош бүләк иткән. Оло улдары Ғаяз атаһы юлын һайлап, яҙмышын сәнғәт донъяһы менән бәйләй. Әлеге көндә ул Миәкәлә мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөй. Ғаяз ағай – күренекле баянсы, профессиональ йырсы һәм композитор. Яңыраҡ Ғаяз етәкләгән Миәкә районы башҡорт халыҡ хоры Ишембайҙа үткән «Көҙгө һулыш» башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең II асыҡ республика фестиваль-конкурсында Гран-при яулап ҡайтты. Икенсе улдары Салауат күп йылдар Стәрлетамаҡ юл-транспорт идаралығында механизатор булып эшләй, әле хаҡлы ялда.
…Түрйән ағайҙың 65, 70, 75, 80 йәшлек юбилей кисәләрен үткәргәндә уның эргәһендә һәр саҡ Зәйтүнә апай йәнәш ултыра. Был юлы иһә ул яңғыҙы сығыш яһаны.
- Түрйәндең хыялдары үҙемдеке һымаҡ булды. Һәр эшенә фатихамды бирҙем. Таңғы 4-5 сәғәттәрҙә ҡайтһа ла, ҡаҙан аҫтында утым һүнмәне. Уның аяҡ кейеме еүешләнмәһен тип, иртәнге сәғәт 6-нан тороп, ҡарҙы көрәп ҡуя торғайным, - Зәйтүнә апайҙың күңел түренән урғылып сыҡан һүҙҙәренән үк уның иренә ҡарата оло мөхәббәте һәм ихтирамы тураһында аңларға була.
Биләмә башлығы Әнүр Шаһиев менән мәҙәниәт йорто мөдире Рима Шәфиева Зәйтүнә Кәрим ҡыҙына ауылдаштарҙың ихлас рәхмәт һүҙен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
- Ауылдың ир-егеттәре, атайымдың гармунда уйнарға өйрәтеүен теләп, өйгә үк килеп етерҙәр ине. Ул үҙе көслө рухлы булды. Үлеменән бер көн элек беҙгә гармунда уйнағаны хәтерҙә. Олоғайған көнөндә лә йыр ижад итеүҙән туҡтаманы. Атайҙың был ғәҙәтенә үҙем дә әүәҫләнеп алдым,– тип улы Ғаяз ауылдаштары менән осрашыу шатлығынан йыр башҡарҙы.
Йәш сағынан һәүәҫкәр йырсы булараҡ Түрйән ағай менән күп концерттарҙа ҡатнашҡан Люциә Зарипова, әлеге көндә район мәҙәниәт бүлеге методисы, матур иҫтәлектәре менән бүлешеп үтте. Ауылдаштары, районыбыҙҙа билдәле баянсы һәм тальянсы Риф Вәлиевтың сығышын күреү ҙә әрметтәр өсөн үҙе бер ҡыуаныс ине. Түрйән Ғәтиәт улының коллегалары, ижадташ дуҫтары ла һүҙ әйтер өсөн сәхнәгә атлығып торҙо. Заманында уның йырбейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән һәүәҫкәр артистарҙың сығышын ошо кисәлә күреп кенә лә күп нәмә тураһында аңлап булды. Ағайыбыҙ хәтер кисәһен алып барыусы ҡыҙҙарҙы – мәҙәнит йорто художество етәксеһе Фәрзәнә Ғиззәтуллина менән Сәрүәр Сайранова исемендәге халыҡ театры режиссеры Розалия Әхмәтйәнованы ла сәнғәт серҙәренә өйрәткән булып сыҡты.
Түрйән Вәлитов исеме әрметтәр өсөн визит карточкаһы һымаҡ. Берәй конкурсҡа йә концертҡа барһалар, Әрмет ауылынан булыуҙарын ишетеү менән Түрйән ағайҙы телгә алалар икән. Улар өсөн оло баһа, ғорурлыҡ был.


Фото: автор.
Читайте нас: