Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2019, 19:20

Гармунда ла һыҙҙырҙылар, таҡмағын да әйттеләр

Бөгөн Петровск ауылында “Уйна гармун, яңғыра таҡмаҡ!” тип исемләнгән район конкурсы булып үтте. Унда төрлө ауылдарҙан гармунсылар, таҡмаҡсылар йыйылды, барлығы сарала 400-ләп кеше ҡатнашты.

Бөгөн Петровск ауылында “Уйна гармун, яңғыра таҡмаҡ!” тип исемләнгән район конкурсы булып үтте. Унда төрлө ауылдарҙан гармунсылар, таҡмаҡсылар йыйылды, барлығы сарала 400-ләп кеше ҡатнашты.
- Элек ауылда гармунсылар күп була торғайны, мин йәш саҡта клубта алтышар гармунсы, береһен-береһе алмаштырып халыҡты бейетте. Был конкурс бик кәрәкле, гармун онотолмаһын, уны йәштәр ҙә өйрәнһен ине, -тигән теләктәрен әйтте Кинйәбулат гармунсыһы Юрис Ҡолмәнбәтов.
Ҡанаҡайҙан килгән Раил Янбаев гармунда ла, баянда ла оҫта уйнай икән. Был һөнәргә ул 3-4 йәштәр самаһында бер туған ағайҙарына ҡарап өйрәнгән. Шуныһы ҡыҙыҡлы - ул баянды баш түбән тотоп уйнай, тәүҙән үк шулай өйрәнгәс, был уға бер ауырлыҡ та тыуҙырмай.
Мәҙәниәт йортонда көн дауамында гармун моңо, таҡмаҡтар яңғырап торҙо. Районыбыҙҙың әллә күпме һәләттәрен асырға мөмкинселек бирҙе был сара. Конкурстың еңеүселәре кем булыр? Ул хаҡта гәзиттән уҡырһығыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: