Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 20:55

Әсәйҙәргә рәхмәт әйттек

Ҡала мәҙәниәт һарайында Әсәйҙәр көнө уңайынан тантаналы сара булып үтте. Изге байрамды ошо бөйөк тә, яуаплы ла исемде йөрөтөүсе гүзәл заттар йәмләне.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Әсәйҙәр көнө уңайынан тантаналы сара булып үтте. Изге байрамды ошо бөйөк тә, яуаплы ла исемде йөрөтөүсе гүзәл заттар йәмләне.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановтың сығышында ла әсәйҙәргә ҡарата ихлас йылы һүҙҙәр әйтелде. Шул уҡ ваҡытта ул ғаилә, әсәлекте яҡлау буйынса районда, республикабыҙҙа алып барылған эштәрҙе иғтибарға алды. Еңел булмаған әсә хеҙмәте өсөн рәхмәтен белдереп, барыһына ла балаларынан ҡәҙер-хөрмәт тойоп йәшәүҙәрен теләне.
Район хакимиәте башлығының өлгөлө әсәйҙәргә Рәхмәт хаттарын тапшырыуы тантананың иң күркәм өлөшө булды. Сәхнәгә күтәрелеүсе әсәйҙәр араһында күп балалылар, тәрбиәгә сабый алыусылар, һаулыҡ мөмкинлеге сикле бала үҫтереүселәр, хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған гүзәл заттар бар ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы иң элек оло йөрәкле, изге күңелле булыуҙары, әсә исемен лайыҡлы йөрөтөүҙәре менән матур һәм бөйөк.
Тәбрикләнеүселәр араһында ете бала - биш ҡыҙ һәм ике ул әсәһе Асия Кудинова ла булды. Уның иң өлкән ҡыҙы үҙе хәҙер өс бала әсәһе. Балалар ҙурая бара, өлкәнерәктәре төрлө һөнәрҙәр алып, бер-бер артлы тормошта үҙ юлдарын таба. Бәхетле әсәй генә түгел, 6 ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә хәҙер Асия апай.
- Минән дә бәхетле әсә юҡ. Йортобоҙ бар, көткән донъябыҙ матур. Һәр ҡатын-ҡыҙға әсәй булыу бәхетен татырға, “Әсәй” тип өҙөлөп торған тәүфиҡлы балалар үҫтерергә яҙһын, - тине ул.
Концертта әсәйҙәрҙе данлаған йырҙар яңғырауы, дәртле бейеүҙәр башҡарылыуы ла тантанаға килеүселәргә матур байрам бүләге булды.
Фото: автор.
Читайте нас: