Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2019, 16:00

Ҡала тамашасыларын һөйөндөрөп

Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда Зөбәржәт Шаһиева етәкселегендә эшләп килгән “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры коллективы Хәкимйән Зариповтың “Эх,кәләше лә, кәләше!” спектакле менән кисә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһаны.

Кинйәбулаттарҙың сәхнә оҫталары булыуҙарын белеп бөткәндәр, уларҙы яратҡан тамашасылар ҙа байтаҡ. Был юлы ла ҡаланан ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да спектакль ҡарарға килеп еттеләр. Уйын-көлкө аша халыҡты уйға һалырлыҡ бик матур спектакль күрһәтте Кинйәбулат артистары.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Нәсимә Собханғолова театр коллективына артабан да уңыштар теләп, мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Әйткәндәй, күптән түгел кинйәбулаттар был спектакль менән Әбйәлилдән Әхтәм Әбүшахманов призына республика театр фестиваленән Гран-при яулап ҡайтҡайнылар.

Фото: автор.
Читайте нас: