Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2019, 15:28

Яҡташтарымды концертыма көтөп ҡалам!

Этҡол ауылынан ябай бер егет донъя сәхнәләрен яулай. Кем ул, тиерһегеҙ? Яҡташыбыҙ – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илнур Хәйруллин.

Этҡол ауылынан ябай бер егет донъя сәхнәләрен яулай. Кем ул, тиерһегеҙ? Яҡташыбыҙ – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илнур Хәйруллин. Яңыраҡ ул Канадала үткән "Апимондия" халыҡ-ара конгресында сығыш яһап ҡайтһа, бөгөн Австрияның баш ҡалаһы Венела республикабыҙҙың иҡтисади үҫеше һәм инвестициялар мөмкинлеге менән таныштырыу презентацияһын үткәреүҙә ҡатнаша. Алыҫ юлға сыҡмаҫ борон уҡ, Илнурға бер нисә һорау биреп өлгөрҙөк. Яҡташыбыҙ үҙе лә ихлас әңгәмәсе булып сыҡты.
Әйткәндәй, Илнур Хәйруллин Австриянан ҡайтҡас, 28 ноябрҙә Өфөлә үҙенең тәүге соло-концертын үткәрәсәк!
- Илнур, ижад юлың үҙ башланғысын ҡайҙан ала?
- Этҡол ауылында Дамира һәм Радик Хәйруллиндарҙың ғаиләһендә тыуып үҫтем. Атайым ауылдың оҫта гармунсыһы булһа, әсәйем – йыр-моңға ғашиҡ Баймаҡ районы һылыуы. Әсәй ниндәй генә эшкә тотонмаһын, күңеленән йыр урғыла. Бишектә ятҡан сағымда уҡ уҡ моңға ғашиҡ булғанмын, күрәһең. Балалар баҡсаһына килгәс, алсаҡ йөҙлө апай, баянын ҡулына алып, беҙҙе йырға өйрәтә башланы. "Апай" тигәнем – баҡсала музыка уҡытыусыһы Нурия Әбүбәкирова, мине айырым алып ҡалып йыр дәресе бирә торғайны. Шулай итеп, "Ҡара тауыҡ", "Бибинур", "Айҙар ғынайым", "Толпар ат" йырҙарын башҡара башланым, үҙ репертуарым барлыҡҡа килде. Биш йәшемдә "Сыңрау торна" йырын өйрәнгәс, атайым ҡаланың Мәҙәнит һарайына сығыш яһарға алып барҙы. Нурия апай, үҙеңде Өфөгә "Тамыр" балалар студияһына алып барайыҡ, тиһә мин ҡурҡып ризалашмай торғайным. Ғөмүмән, мәктәп йылдары Нурия апай янында үтте. Ул биргән дәрестәр ижад юлыма нигеҙ һалды. Ошо йылдарҙа Этҡол мәҙәниәт йортонда мандолина ансамбленә ҡушылып, тәүҙә ҡумыҙҙа, һуңынан ҡурайҙа уйнай башланым. Салауат музыкаль училищеһында уҡып йөрөүсе Аҙнай ауылы егете Раил Усманов, ауылдың бөтә малайҙарын йыйып, ҡурайҙа уйнарға өйрәтә башлаған саҡ. Ҡурайҙы табыуы ауыр, ә Раил ағай үҙе менән генә йөрөтә. Беҙ, малайҙар, ҡурайҙы алмашлап ҡына һыҙғырып ҡарайбыҙ. Нишләргә? Өйгә ҡайтып уйланып ултыра торғас, соландың ишек башында гардин торбаһын күреп ҡалдым. Күп уйлап торманым – тегене ҡул тотамы менән иҫәпләп ҡырҡып ташланым да уйымдар эшләнем. Тимер еҫе килгән "һаҡау" ҡурайҙа "Хәтирә" көйөн ике көн эсендә өйрәнеп барҙым. Һуңғараҡ ағас ҡурайлы булғас, баянсы Фәнит Усманов менән концерт номерҙары эшләнек. Атайым миңә ике кассета алып ҡайтып бирҙе: береһендә - Азат Айытҡотов, икенсеһендә Ришат Рәхимов башҡарған көйҙәр. Иҫ киткес матур итеп уйнайҙар, тыңлап туйғыһыҙ. Ул ваҡытта тоналлек тигән нимәне аңламағас, тыңлап өйрәнеп ҡараһам да тура килтереп булмай. Бер саҡ ауылға Өфө филармонияһы артистары килеп төштө. Азат Айытҡолов тураһында ишетеү менән клубҡа йүгерҙем. Уның сығышы миңә бөтөнләй икенсе донъяны асты. "Ҡурайҙа шулай көслө, моңло уйнап буламы икән ни?" тигән һорау күңелемә оҙаҡ ҡына тынғы бирмәне.
- Студент йылдарың да ҡыҙыҡлы үткәндер?
- 11-се класты тамамлағас, бала саҡтан йырсы дуҫым Азамат Үмәрбаев: "Мин быйыл Өфө сәнғәт училищеһына йырға барам, әйҙә һин ҡурайға!"- тип баш ҡалаға саҡырҙы. Ә мин ул саҡта Стәрлетамаҡҡа менеджерлыҡҡа уҡырға документтар тапшырып йөрөй инем. Дуҫымдың һүҙҙәренән дәртләнеп, бер аҙанан һуң Өфөгә сығып та киттем. Ритм, көйҙө тойоу кеүек һәләттәрҙе тикшереүгә яуаплы комиссияла данлыҡлы уҡытыусы Ришат Рәхимов та бар ине. Ҡурайҙы күкрәккә һалып, "Урал"ды, маршты һәм заманса көйҙө уйнаған булдым. Абитуриенттар күп, бер урынға ике-өс кеше, тиҙәр. Икенсе көн Ришат Рәшит улы кабинетына саҡырып алды ла: "Ҡустым, уҡырға инә алмаһаң, ҡурайыңды ташлайһыңмы?" - тип һорай ҡуйҙы. Ул шулай уҡ ни өсөн Салауат ҡалаһы училищеһына бармауым менән ҡыҙыҡһынды. Бер аҙ уйланып торғас: "Аттестатыңда билдәләрең һәйбәт. Икенсе курста буш урын бар, риза булһаң, шунда алабыҙ", - тине ул. Баҡһаң, комиссия ағзалары имтихандан һуң минең хаҡта һөйләшеп, ошо фекергә килгән булған икән. Музыкаль белемем булмағас, тиҙ арала нота теорияһын өйрәнергә вәғәҙә биреп, уҡыуға сумдым. Беренсе курс программаһын ярты йыл эсендә тапшырып та ҡуйҙым. Уҡыуҙың ошондай тиҙлектә барыуы училищены ҡыҙыл дипломға тамамлау өсөн этәргес булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Ҡурай серҙәренә мәшһүр Ришат Рәхимов үҙе өйрәтте. Сәнғәт академияһына уҡырға ингәс тә ике курс Ришат ағайҙа уҡыным. Һуңғы курстарҙа йәш уҡытыусы Венер Йылҡыбаев дәрес бирҙе. Училищела уҡыған сағымда уҡ виртоуз башҡарыусылар Ишморат Илбәков, Азат Биксурин ҡурай уйымдарын күбәйтеп, төрлө популяр көйҙәр уйнай торғайны. Ишморат ағайҙың 11 уйымлы ҡурайы халыҡ телендә "ишҡурай" исеме менән нығынып ҡалды. Аңлатып әйтергә кәрәк, Пейко, Рахманинов, Бах, Моцарт кеүек бөйөк композиторҙарҙың этюдтарын ҡурайға өҫтәмә уйым яһағанда ғына уйнап була. 11 уйым һәм өҫтәмә клапан эшләгәс, пианинолағы һымаҡ "аҡ" менән "ҡара" ноталар тулыһынса килеп сыға. Ишморат ағайҙарҙың уйнауына күҙ ҡыҙа бит, әй. Бала саҡтан килгән ныҡышмал холҡом үҙенекен итте – өҫтәмә уйымдар эшләп, йәшенеп кенә уйнайым. Күреп ҡалһалар, ҡурай фәҡәт боронғоса булырға тейеш, тип әрләйҙәр. Академияға уҡырға барғас, киреһенсә, бөтәһенә лә рөхсәт бирелде – ҡатмарлы этюдтарҙы, техник зачеттарҙы "ишҡурай"ҙа ғына башҡарып була ине. Хәҙерге ваҡытта был ҡурай артистарға яңы юлдар аса. Киләсәктә ул ҡурайсыларға Мәскәүҙә, сит илдәрҙә төрлө оркестрҙарға эшкә урынлашыу өсөн мөмкинлектәр бирер, тип ышанам. Ҡурай саксафон, кларнет, флейта, скрипка кеүек үк барлыҡ әҫәрҙәрҙе лә башҡара аласаҡ.
- Ҡурайсы-солист булараҡ, үҙеңдең ижади эшмәкәрлегең менән дә таныштырып китһәң ине.
- Студент йылдарында уҡ төштән һуң эшләп йөрөнөм. Халик Заимов исемендәге музыка мәктәбендә уҡыусылар йыйып, ҡурай класы асыуға өлгәштем. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы һәм М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеттарында ҡурай-ҡумыҙ ансамблен етәкләнем. Һуңғараҡ Башҡорт дәүләт университетында ла ҡурайсылар ансамбле менән эшләргә тура килде. Шул уҡ ваҡытта Өфө районы Алексеевка ауылының Мәҙәниәт һарайында ла эшләп өлгөрҙөм. Сәнғәт академияһын тамамлап, Өфө районы Авдон ауылының мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп йөрөгән сағымда урыным сәхнәлә икәнлеген яҡшы аңланым. Әмәлгә ҡалғандай, Азат ағай Айытҡолов, ҡустым, мине үрләтәләр, урыныма филармонияға кил, тип саҡырып алды. Шөкөр, күп кенә Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа беренсе урындар яуланды. Минеңсә, иң ҙур уңышым – 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында Олег Лундстрем исемендәге джаз музыкаһы дәүләт камера оркестры менән соло уйнау. Һуңынан Төркиә, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Болгария, Германия, Франция, Голландия, Чехия, Әзербайжан, Канада, Австрия кеүек илдәрҙең сәхнә түрҙәрендә сығыш яһарға насип булды. Олег Касимовтың джаз оркестры менән дә күп уйнаным. Сочи ҡалаһында джаз фестивалендә ҡатнашҡан саҡта Игорь Бутман беҙҙең сығышты күреп, гала-концертҡа саҡырҙы. Ә беҙ галаконцертта ҡатнашырға тейеш түгел инек. Билдәле саксофонсының, һеҙҙе Илнур өсөн генә һайланыҡ, тип әйтеүенә берсә ғорурландым, берсә уңайһыҙландым. Унда мин, сәхнә түренә ауылдашым Илдус Әйүпов аулаған бүре толобон ябынып сығып, ҡурай-ҡумыҙҙа "Бүреләр һунары" импровизацияһын башҡарҙым. Игорь Бутман, Патти Августин, Трилок Гурту, Ник Вест кеүек донъя кимәлендәге джаз йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһау үҙемә ышанысымды арттырҙы һәм артабан да янып эшләргә дәрт бирҙе.
- Илнур, 28 ноябрҙә үтәсәк соло-концертың нимәһе менән ҡыҙыҡлы буласаҡ?
- Был сара – минең тәүге соло-концертым. Филармонияның бәләкәй орган залында ойошторолған концерттың бер өлөшө классик өлгөгә яуап бирә, тиһәң дә була. Тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы дуэттар көтә. Олег Касимов етәкселегендә ҡыллы музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып уйнаясаҡмын. Концерт номерҙарында органсы Эльвира Хәйретдинова, скрипкасы Марат Саҙрыев та ҡатнаша. Күп уйымлы хроматик ҡурайҙа бөйөк Бах, Моцарттарҙың әҫәрҙәре башҡарыласаҡ. Бөтә концерт дауамында экранда ҡом анимацияһы була. Рәссамы – Екатерина Король. Төрлө милләт көйҙәрен дә башҡарасаҡмын. Мәҫәлән, бейеүсе Әлиә Нурғәлиева менән һинд халыҡ көйөнә ҡыҙыҡлы ғына номер әҙерләнек. Концертҡа ҡурайсы коллегаларым да киләсәк. Был сараға 2013 йылдан алып әҙерләнәм, тип әйтһәң дә була. Ата-әсәйемдең ышанысы, ярҙамы арҡылы килдем быға, уларға – ҙур рәхмәтлемен. Һөйөклө ҡатыным Гөлназ – дәрт, илһам биреүсе музам. Рәхмәтемдең сиге юҡ Гөлназға. Дуҫтарыма, туғандарыма ла ошо уҡ һүҙҙе еткерәм. Артист кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй, залда яҡындарың ултырһа – шул да еткән. Яҡташтарымды концертыма ихлас көтөп ҡалам!

Фото: Илнур Хәйруллиндың шәхси архивынан.
Читайте нас: