Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2019, 11:44

Бына, исмаһам, концерт!

Альберт Шаһиевтың “Тыуған яҡ йырсыһы” тип аталған концертын ҡарағандан бирле күңелде ниндәйҙер кинәнес, ғорурлыҡ тойғолары биләп алды. Бына ошо хистәр хәҙер нисәнсе көн инде йәнгә рәхәтлек бирә. “Булғас-булғас, шулай булһын ул!” тип әйтке килә.

Альберт Шаһиевтың “Тыуған яҡ йырсыһы” тип аталған концертын ҡарағандан бирле күңелде ниндәйҙер кинәнес, ғорурлыҡ тойғолары биләп алды. Бына ошо хистәр хәҙер нисәнсе көн инде йәнгә рәхәтлек бирә. “Булғас-булғас, шулай булһын ул!” тип әйтке килә.
Ысынлап та, бындай шәп концертты күптән күргәнебеҙ юҡ ине шул. Уны ҡат-ҡат ҡараһаң да ялҡытмаҫ ине. Ҡараған һайын ҡарағы килеп тора. Ни өсөн тиһегеҙме? Уның сере ябай ғына – унда яһалмалыҡ юҡ. Бер ниндәй көсәнеп маҡтарға тырышыу ҙа, ялҡытҡыс оҙон-оҙаҡ һөйләү ҙә юҡ. Барыһы ла нисек булырға тейешле - үҙ урынында: тере музыка, халыҡ йырҙары, иң-иң көслө, талантлы артистар... Хәйер, йырсының тыуған ауылы Кинйәбулаттан килгән аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр сығышы... Улар тамашаға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе!
Юбилярҙы ҡотларға бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Улар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп тәбрикләү һүҙҙәрен әйтә. Әлбиттә, иң тәүге һүҙ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликовҡа бирелде. Мәҙәниәт министрлығынан Әлфиә Ҡолһарина, ҡасандыр ауыл хужалығы техникумында бергән уҡыған, әлеге көндә төрлө райондарҙа хакимиәт башлығы булған һабаҡташтары ялҡынлы ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев иһә беренсе президентыбыҙ Мортаза Рәхимов исеменән шәхсән ҡотлау һәм бүләк алып килгәйне.
Татарстандың атаҡлы йырсыһы Мөнир Яҡупов, үҙебеҙҙең мәшһүр башҡорт егеттәре Азамат Тимеров, Раян Алтыншин, Иҙрис Ғәзиев, Ғәзим Ильясов, берәр-икешәр генә йыр йырлап, аҙ ғына “тәмле” генә сығыштары менән күңелдәрҙе арбаны.
Бына сәхнәгә Шаһиевтар күтәрелә: бер туған алты ир-уҙаман һәм ике ҡыҙ – барыһы ла иҫән-һау, ниндәй оло бәхет! Иң оло ағалары Марс Шаһиев халыҡ йырын башҡарғанда, тамашасы тын алырға ла ҡурҡып, илаһи минуттарға сумған... Уның йырын тыңлағанда: “Ғүмере буйы яуаплы вазифаларҙаэшләгән етәксе артистарға биргеһеҙ оҫталыҡ менән нисек шулай йырлай ала икән? Был хәтле моң ҡайҙан килә икән?!” -тигән һоҡланғыс уйҙар килә. Шаһиевтарҙың кинйә ҡустылары Әхәт Шаһиевтың үҙ репертуары - ул башлыса заманса йырҙарҙы йырлай. Һәр хәлдә уларҙың береһенең тауышы икенсеһенә оҡшаш түгел, һәр береһе үҙенсә.
Йырсының ҡатыны Резеда Шаһиеваның кескәй генә ҡыҙҙары Әҙилә менән бейеүҙәре – үҙе бер тамаша! Юбиляр ҡурай, баян, думбыра моңдарына ғына түгел, халыҡ инструменттары оркестрына ҡушылып та үҙенең юғары профессионал икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы.
Альберт Хызыр улы халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығына өйрәткән остазы, 90 йәшлек ауылдашы Сәрүәретдин бабайҙы ла саҡырырға онотмаған. Уны сәхнә түренә сығарып рәхмәт әйтеүе ниндәй матур күренеш! Атай рухы, әсәй наҙы, олоно ололоҡлап, кесене кесе итеп, кешенең изгелегенә рәхмәтле була белеү – бына ошо күркәм сифаттар һалынған тамашаға. Атай нигеҙе, тыуған яҡ, тыуған ауылдан алған илһам - бына ҡайҙа икән ул уларҙың консерваторияһы! Халҡыбыҙҙы улар эше менән генә түгел, моңо менән дә күтәрә, тимәк. Әгәр ҙә сәнғәт юлын һайлаған булһалар, күптән халыҡ артисы булырҙар ине, әммә улар дөрөҫ юлды һайлаған - илгә булдыҡлы етәкселәр кәрәк икәнлеген дә онотмайыҡ!
Ҡыҫҡаһы, Альберт Шаһиев халыҡҡа ысын сәнғәт өлгөһөн күрһәтте. Концерт өс сәғәттән ашыу барһа ла, халыҡ һаман да таралышырға теләмәй, юбилярҙы һәм ҡатнашыусыларҙы дәррәү алҡыштарға күмде. Әлбиттә, бындай сараны юғары кимәлдә ойоштороу ҙур сығымдар талап итә. Ошо йәһәттән ярҙам күрһәткән спонсорҙарҙың исеменә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны тамаша һуңында.
Бик зауыҡлы юғары кимәлдәге күңел байрамы ойошторған өсөн Альберт Хызыр улының үҙенә, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенә ҙур рәхмәт әйтке килә. Дөрөҫөн генә әйтәкәндә, бындай концертты күптән күргәнебеҙ юҡ ине.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Автор: Роза Сафина

Читайте нас: