Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2019, 01:30

Фестивалде көтөп алдыҡ

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең “Көҙгө һулыш” тип исемләнгән 2-се Республика асыҡ фестиваль-конкурсы булып үтте.

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең “Көҙгө һулыш” тип исемләнгән 2-се Республика асыҡ фестиваль-конкурсы булып үтте.
Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан унда 20-нән ашыу коллектив сығыш яһаны, барлығы сарала 400-ләп кеше ҡатнашты.Тәүге тапҡыр был фестиваль 2017 йылда уҙғарылһа, был юлы ул тағы ла күберәк йыр оҫталарын йыйҙы. Көн дауамында барған конкурста сығыштарҙы абруйлы жюри баһаланы.
Иң элек төрлө номинацияларҙа уңышҡа өлгәшеүселәр тәбрикләнде. Артабан призлы урындарға эйә булыусылар иғлан ителде. Һәләтле коллективтар байтаҡ булып сыҡты – Мәсетле, Благовар, Ғафури, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Сибай, Стәрлетамаҡтан килгән йыр оҫталары сәхнә түрен йәмләне. Ишембайҙар ҙа фестивалдә һынатманы - ҡала мәҙәниәт һарайының “Йәншишмә” хор коллективы 2-се урын яулаһа, Маҡар ауылының “Маҡар ынйылары” уҡытыусылар вокал ансамбле 1-се урынға сыҡты. Ә бына гран-при был юлы Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ хоры коллективында .
Йәнә Ишембай ерендә, башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең киләһе республика фестиваль-конкурсында осрашҡанға тиклем таралышты йыр-моң һөйөүселәр.


Фото: автор.
Читайте нас: