Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 21:05

Бейеү театры Ишембайға килә!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры «Мәңге балҡы, Башҡортостан» программаһы менән 12 ноябрҙә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова бейеү театры тарихы, буласаҡ концерт тураһында уртаҡлашты.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры «Мәңге балҡы, Башҡортостан» программаһы менән 12 ноябрҙә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова бейеү театры тарихы, буласаҡ концерт тураһында уртаҡлашты.


- Сағыу тамашаны республикабыҙҙың 100 йыллығына арнаныҡ. Бейеү теле – ул һәр кемгә аңлайышлы, унда илебеҙ тарихы, халҡыбыҙҙың батыр улдары, һылыу ҡыҙҙары, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте сағыла. Был концертта ла тамашасыларҙың күңелен арбарҙай төрлө халыҡ бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк. Бар булмышын бейеү сәнғәтенә бағышлаған, ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләп тамашасыларҙың оло һөйөүен һәм ихтирамын яулаған бейеү оҫталары, яҡташтарығыҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Хәбибуллина, Динар Хисмәтуллиндар менән осрашып, күңелегеҙгә матур ял алып ҡайтырһығыҙ.


Бейеү театрының тарихына килгәндә, уға 1991 йылда билдәле балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин нигеҙ һала. Тәүге көндәрҙән үк коллектив, башҡорт халыҡ хореографияһы өлкәһендә сағыу стиле, ата-бабаларыбыҙҙың бай мираҫына, изге йолаларына мөрәжәғәт итеүе менән халыҡ һөйөүен яулай. Римма һәм Хәлил Ишбирҙиндар, Руслан Сөләймәнов, Эльвира һәм Иҙел Дауытовтар, Илһам Рәхимов, Линар Вәлиев, Гөлгөнә һәм Рәил Лоҡмановтар, Айҙар Ишбулатов һәм Лилиә Хәбибуллина - театрҙың тәүге ҡарлуғастары. 2004-2014 йылдарҙа бейеү театрын Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов етәкләй. Коллектив Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә башҡорт бейеү сәнғәтенең данын күтәрҙе. 2018 йылдан бейеү театрының баш балетмейстеры итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова тәғәйенләнде. Уның “Аҡҡош тоғролоғо”,“Ҡымыҙ бешеүселәр”, “Беләҙек”, “Ағиҙел тулҡындары” хореографик композицияларын халыҡ яратып ҡарай. Талантлы артистар Сулпан һәм Рудамир Басировтар, Самат Ишемғолов, Дилә Ҡашҡарова, Динар Хисмәтуллин, Альберт Килмәков, Лилиә Зарипова, Рита Усманова - коллективтың ышаныслы киләсәге.


12 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Ишембайҙа үтәсәк сағыу тамашаға ла артистарыбыҙ билдәле хореографик композициялар әҙерләне. Барығыҙҙы ла ҡала мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ!




Фото: Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры архивынан.
Читайте нас: