Ауылдаштарыңдың сәхнә сығышы үҙенә күрә бер яҡынлыҡ, йылылыҡ менән ҡабул ителә. Ябай, тәбиғи булыуҙары менән дә арбай улар. Шуға ауылдарҙа бөгөн байтаҡ үҙешмәкәр театрҙарҙың уңышлы эшләп килеүе, яңынан-яңы спектаклдәр сығарыуы ғәжәп түгел.Сөнки уларға көс-ҡеүәт биреүсе, спектаклдәренә йөрөүсе үҙ тамашасылары бар. Йәнырыҫ мәҙәниәт йортондағы театр түңәрәгенең дә үҙ йөҙө. Уның етәксеһе Гөлнур КИРӘЕВА менән әңгәмәбеҙ театр донъяһы тураһында барҙы.
- Гөлнур Мансур ҡыҙы, ауылығыҙҙа театр эше ҡасаныраҡ башланып китте?
- Беҙҙең театр 2006 йылда ойошторолған. Һуңғы ике йыл уға мин етәкселек итәм. Быға тиклем дә ошо театрға йөрөгәс, күңелемә ундағы ижади мөхит айырыуса яҡын. Һөнәрем буйынса режиссер-ҡуйыусы булыуым да театр донъяһында ихласлап эшләргә мөмкинлек бирә. Коллективта элек башлыса оло йәштәгеләр булһа, һуңғы осор йәштәр күбәйҙе. Ситтә уҡып йөрөгән студенттарыбыҙ ҙа ауылға ҡайтҡан арала театр эшенә “инеп китеп” өлгөрә. Ныҡлап ҡына түңәрәктә шөғөлләнгән артистарыбыҙ һаны унға етә.
- Тәүге ҡуйған спектаклегеҙ хәтерегеҙгә ныҡ уйылып ҡалғандыр?
- Еңеү байрамына Руслан Юлтаевтың “Өс хат” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмын сәхнәләштереп, спектакль әҙерләгәйнек. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө килеп сыға тиһәләр ҙә, ауылдаштар ныҡ оҡшатты. Йәнырыҫ клубында 222 урын булһа, ул спектаклдә бер генә буш ултырғыс ҡалмағайны. Зал беҙҙе баҫып алҡышланы. Шул саҡта халыҡтың спектаклдәргә һыуһағанын тойҙом да инде. Ике йыл эсендә дүрт спектакль ҡуйҙыҡ. Сәхнәгә спектакль һайлағанда әҙер пьесаларҙы алырға тырышмайым, халыҡ өсөн фәһемле хикәйәләрҙе лә сәхнәләштерәбеҙ. Кешеләрҙең күңеленә үтерлек, тормошобоҙҙағы проблемалар хаҡында уйландырырлыҡ әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирәм.
- Әле ниндәй спектакль менән тамашасылар күңелен арбайһығыҙ?
- Әле театр түңәрәгендә шөғөлләнеүсе артистарыбыҙ Флорид Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” спектаклен уйнай, уны ла халыҡ яратып ҡабул итте. Тәүҙә уны оло йәштәгеләр көнө айҡанлы Йәнырыҫта күрһәттек. Ауылдаштарыбыҙҙан фатиха алып, дәртләнеп, башҡа ауылдар буйлап гастролдәрҙе башланыҡ. Үткән йома Ишем ауылына барҙыҡ. Ҙур булмаған клубтары халыҡ менән тулы ине – беҙҙең эштә иң күңеллеһе ошо, хатта ҡайһы берәүҙәр баҫып тороп ҡараны. Һәр тамашасы ҡәҙерле. Берәү булһа ла, йөҙ кеше йыйылһа ла, бөтә күңелебеҙҙе һалып уйнайбыҙ. Ишемдәрҙең көтөп алғанын тойҙоҡ, оло инәйҙәр ҡоймаҡтар бешереп алып килгән. Беҙҙең дә күңел булды, Ишем халҡы ла рәхмәт әйтеп, ҡәнәғәт ҡалды. Тиҙҙән ошо спектакль менән Ғафури районы Үтәк ауылына юлланырға торабыҙ.
- Артистарығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле?
- Улар араһында хаҡлы ялдағы оло йәштәгеләр ҙә, студенттар ҙа, ижадҡа эш араһында ваҡыт табыусылар ҙа бар. Кемгәлер 18 йәш, кемдер 70-кә етеп бара. Дүрт-биш йәшлек бәләкәстәрҙе лә йәлеп иткән бар. Һәр артисыбыҙ тураһында әллә күпме һөйләргә мөмкин, һәр береһе үҙенсә һәләтле. Мәҫәлән, “Әбейҙәргә ни етмәй?” спектаклендә ҡарт бабай ролен Лира Хисмәтуллина уйнай. Бабайҙы әбейҙәр роленә ҡарағанда ла килештереүен күрһәгеҙ! Гримм һалып, ҡарттарса кейендереп ебәрһәк, ҡойоп ҡуйған бабай. Йәштәребеҙ араһында Илүзә Мөхәмәтова театр сәхнәһендә үҙ урынын тапҡан. Образға инеп, еренә еткереп уйнау һәләте бар. “Өс хат” спектаклендә йәш ҡыҙ ролен тәрән аса белде. Һөнәрҙәре мәҙәниәт менән бәйле булмағандар менән эшләүе, уларҙы башҡа яҡтан асыу ҡыҙығыраҡ та. Шулай ҙа бөтә кеше лә сәхнәгә сығыу менән уйнап китә алмай, быға, ысынлап та, һәләт, ниндәйҙер кимәлдә ҡыйыулыҡ та кәрәк. Театрҙа берәй артист ауырып киткән саҡтар ҙа була. Шул ваҡытта уға тиҙ генә алмаш табырға кәрәк. Сәхнәгә бер ҡасан да сыҡмағандар араһында ла һин дә мин уйнап алып киткәндәр юҡ түгел. Тимәк, был һәләтен асырға, күрергә генә кәрәк булған. Халыҡ шаршау артындағы хеҙмәтте күрмәй. Спектакль әҙер булғансы ҡатмарлы ғына юлдар үтелә, көс, түҙемлек кәрәк. Спектакль һайлағандан һуң әҫәрҙе бергәләп уҡығанда төҫ-башы, холҡо менән теге йәки был ролгә кемдең тура килеүе билдәләнә. Тәүҙә һәр ҡайһыһы менән айырым эшләйем. Артисҡа образды аңлап, уның эсенә инеп китеүе өсөн был бик мөһим. Спектаклдәребеҙҙә суфлер юҡ, шуға сәхнә әҫәрен ныҡлап өлгөрткәс кенә тамашасыға сығарабыҙ. Сәхнә кейеме һайлау, эҙләү ҙә ваҡыт талап итә. Гримм һалыуҙа ла оҫтарҙыҡ. Һәр артистың йөҙөн образына тура килтереп биҙәргә тырышам, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында уҡығанда алған белемдәрем был йәһәттән ныҡ ярҙам итә.
- Йыш ҡына һеҙ үҙегеҙ ҙә төп ролдәрҙә уйнайһығыҙ, кемдәрҙе асып биреүе еңелерәк?
- Холҡом менән талапсанмын. Әлбиттә, үҙеңә оҡшаш яҡтары булған образға инеүе еңелерәк. Ғөмүмән, артисты сәхнә тартып торорға тейеш. Түңәрәккә йөрөүселәрҙең театрға, гастролдәргә ашҡыны тороуҙары ҡыуаныслы. Улар хәҙер ышаныслы уйнай, үҙҙәренең оҫтарыуҙарын аңланылар. Сәхнә шулай шымарта ул. Спектакль барғанда көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк. Йә һүҙе онотола, йә икенсеһе тигәндәй, ундай мәлдәрҙе тамашасы һиҙмәҫлек итеп уйнап үткәрә белеү үҙе оҫталыҡ.
- Ижад кешеләренең ниәттәрен дә белге килә.
- Алға ҡуйған иң ҙур маҡсаттарымдың береһе – театрыбыҙға халыҡ исемен яулау. Бының өсөн тырышып эшләргә әҙербеҙ. Театрға тамашасылар тағы ла күберәк йөрөһөндәр ине, сөнки кеше күп булған һайын, артистарға ла рәхәт, үҙебеҙҙең кәрәклекте тәрәнерәк тоябыҙ.
- Коллективығыҙға зал тулы тамашасы, көслө алҡыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.