3 ноябрь киске сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклемге ваҡытығыҙҙы файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәргегеҙ киләме? Улайһа, “Мәҙәниәт төнө”нә рәхим итегеҙ! Ишембай картиналар галереяһы һәм дә тирә-яҡты өйрәнеү музейы был кис ҡыҙыҡлы программа тәҡдим итә.
Сараға килеүселәрҙе ижади коллективтар сығышы көтә, Альбина Дауытованан ебәк туҡымаға һүрәт төшөрөү, рәссам Рафаэль Ҡадыровтан “тиҙ” портрет эшләү оҫталығына өйрәнеп буласаҡ. Башҡортостан рәссамдарына бағышланған фильм да күптәрҙә бай кисерештәр ҡалдырыр.
Әлеге мәлдә картиналар галереяһында рәссам Александр Коробициндың күргәҙмәһе бара - “Мәҙәниәт төнө”ндә йоҡламаусыларҙы экскурсоводтар уның менән ихлас таныштырасаҡ.Сараға рәссам үҙе лә килергә тейеш.
Шулай уҡ бында “тәмле” күргәҙмә лә көтөлә – хеҙмәттәшебеҙ Ирина Вахонина үҙ ҡулдары менән эшләгән юғары сифатлы шоколад тәҡдим итәсәк.
Ошо ваҡытта Ишембайҙың тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы ла эшләйәсәк. Был ике мәҙәни учреждениеның ҡаланың Ленин урамында бер-береһенә яҡын урынлашыуы ла уңайлы. Береһенә килһәгеҙ, икенсеһенә кермәй китмәгеҙ!