Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Октябрь 2019, 02:00

Ямғыр нимә ул, күңелдә байрам

Республика көнөндә ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында байрам саралары гөрләне. Өҫтән ямғыр яуып торһа ла, кеше тиҙ генә таралырға ашыҡманы.

Республика көнөндә ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында байрам саралары гөрләне. Өҫтән ямғыр яуып торһа ла, кеше тиҙ генә таралырға ашыҡманы.


Майҙанда сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Байрам көнөндә ул тағы ла йәмлерәк, күркәмерәк тойолдо. Тоҡлап йәшелсәләр ташылды, башҡа төр продукция ла үҙ һатып алыусыһын тапты. Ауылдарҙан матур-матур күргәҙмәләр ҙә эшләп килтергәйнеләр. Ә инде байрамдың төп йәме – сәхнә тирәһендә булғандыр. Ҡалабыҙҙың, ауылдарҙың төрлө мәҙәни коллективтарының сығышы бер-береһен алмаштыра барҙы. Башҡортостанды, тыуған ерҙе данлаған йырҙар күңелгә рух өҫтәне. Майҙандағы тамашаны яҡташтар ситтән ҡарап ҡына ҡалманы, дәртле йырҙарға бейергә төшөп киткәндәр ҙә булды.


Мәҙәни программа күмәк халыҡ ҡатнашлығында Башҡортостан гимнын башҡарыу менән тамамланды. Ошондай уҡ флешмобтар был көн башҡа район-ҡалаларҙа ла үтте. Тыуған республикабыҙға ҡарата хөрмәт, һөйөүебеҙҙе тағы ла бер сағылдырҙы был сара.









Фото: автор.
Читайте нас: