Ҡала мәҙәниәт һарайында Республика көнө уңайынан тантаналы сара булып үтте.
Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығында был байрам тағы ла мәртәбәлерәк ҡабул ителә. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов яҡташтарҙы ихлас тәбрикләп, республикабыҙ Рәсәй таянысы булған көслө төбәктәрҙең береһе икәнлеген билдәләне, был йәһәттән ишембайҙарҙың да ил үҫешенә үҙ өлөшөн индереүен баһаланы.
Байрам йәме хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләүҙә. Азамат Фәрит улы төрлө өлкәлә эшләүселәргә район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Улар араһында табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, тренерҙар булды.
Ишембай һәләтле, әүҙем йәштәре менән дә көслө. Байрам тантанаһында район хакимиәте башлығы стипендиаттары ла тәбрикләнде. Был юғары баһаға ӨДАТУ-ның Ишембай филиалында, Ишембай нефть колледжында, Ишембай һөнәрселек колледжында, төрлө мәктәп-гимназияларҙа белем алыусы иң тырыштар лайыҡ булды. Республикабыҙ киләсәге тап улар ише йәштәрҙә!
Йәмғиәтебеҙҙә һәр һөнәргә хөрмәт бар. Көндәлек хеҙмәттәре менән тормошобоҙҙо уңайлы, бөтөн иткән эшселәр, төрлө һөнәр эйәләре ҙурланды байрамда. “Торлаҡ–коммуналь хужалығы өлкәһендә һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсының ҡала этабы призерҙарын тәбрикләү урынлы булды.
Тантаналы сарала Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһын эшләтеү һорауҙары буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин да ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙға ул “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына” юбилей миҙалдарын, Республика Хөкүмәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән, балаларына өлгөлө тәрбиә биргән ғаилә парҙары ла байрам түрендә булды. Район һәм ҡалала ундайҙар аҙ түгел. Был юлы байрамда 60, 50 йыл бергә йәшәгән һигеҙ пар тәбрикләнде. Улар араһында алтын туйҙарын билдәләүсе Зәйтүнә менән Әнүәр Мәҡсүтовтар ҙа булды. Икеһенең дә ғүмере тырыш хеҙмәттә үткән. Зәйтүнә апай мәктәптә пионервожатый булған, ауыл китапханаһында ла эшләгән. Әнүәр ағай колхозда механизатор, газ тармағында слесарь булып тир түккән, 70 йәшенә тиклем эшенән айырылмай ул! Биш бала үҫтереп, әлеге көндә бәхетле ҡартлыҡта ғүмер итә Мәҡсүтовтар.
- Беҙҙе ошолай ҙур тантанаға саҡырып тәбрикләрҙәр тип уйламаныҡ та. Күңелебеҙ булды, рәхмәт, - тине улар. – Татыу булһаң, ғүмер үткәне тойолмай. Өй һалып, балаларҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырып, эш менән 50 йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә ҡалған.
Байрам уңайынан Мәҙәниәт һарайы коллективтары, район, ҡала ансамблдәре һоҡланғыс концерт программаһы бүләк итте. Башҡортостаныбыҙҙа татыу һәм дуҫ йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәте сағылды унда.