Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Октябрь 2019, 02:00

Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ

Маҡар мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған бик матур сара үтте.

Маҡар мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған бик матур сара үтте.
Мәҙәниәт йорто фойеһында байрам сәйе ойошторолдо. Күрһәтелгән сәғәте етеүгә саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ килеп тә етте. Алданыраҡ килеп бер-береһе менән һөйләшеп, донъя хәлдәрен һорашып күңелдәрен дә бушатыусылар булды. Шулай булмай ни, йәш ваҡыттарында бергә емертеп эшләп, гөрләтеп донъя көтөп йөрөгән ауылдаштар, олоғайыу сәбәплеме, башҡа төрлө мәшәҡәттәр арҡаһындамы йыш күрешеп бармайҙар, һөйләшер һүҙҙәр ҙә күбәйеп китә шул.
Бына байрамды башлап ауыл хакимиәте биләмәһе хакимиәте башлығы Иманғолова Эльвира Риф ҡыҙы залда ултырыусыларҙы ҡотланы. 80 йәшен билдәләүсе, ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы Халиса апай Ғилмановаға изге теләктәрен еткереп бүләк тапшырҙы.
Маҡар музыка мәктәбендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар оло быуын кешеләренә матур, дәртле йырҙарын бүләк иттеләр. Ауыл ветерандар ойошмаһы рәйесе Рәмилә Дәмин ҡыҙы, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Юлай Моғаттар улы ауылдаштарға ҡотлау һүҙҙәре еткерҙеләр. Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр йырсылары Рәйлә Нәбиуллина, Лениза Сәйфетдинова, Рәмилә Хөббөтдинова, Гөлнәзирә Иманғоловаларҙың йырҙарын, Зөбәйлә Ишҡолованың “Бишбармаҡ” бейеүен, Рәфис Ильясовтың ҡурай моңдарын, Өлфәт Ҡотлобаев һәм Биктимер Мәҡсүтовтарҙың өҙҙөрөп баянда уйнауҙарын, нәфис һүҙ оҫталары Әлфиә Мәүлетшина, Финә Фәррәхова, Рәмзиә Мораҙымоваларҙың тасури итеп шиғырҙарҙы яттан һөйләп ишеттереүҙәрен барыһы ла дәррәү алҡыштарға күмделәр. РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районы Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе М.Ғ.Солтанованың йылы һүҙҙәре, моңло йыры барыһының да күңеленә хуш килде. Байрамға килгән оло быуын кешеләренең бер-береһенә әйтәһе һүҙе бик күп ине. Мансур ағай Шәмсетдинов үҙенең йөрәк түренән сығып яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерһә, бик оҙаҡ йылдар ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡарып хаҡлы ялға сыҡҡан Азат ағай Ишҡолов халыҡ йырҙарын да йырлап ишеттерҙе. Хушлашыр алдынан ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалы Юрис ағай Ғәрифуллин ошо байрамдың, ошондай осрашыуҙарҙың ни тиклем әһәмиәтле икәненә баҫым яһап ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һүҙен еткерҙе.
Бергәләшеп йырҙар йырлашып, бейеү көйҙәренә дәртле баҫып бейеп, күңел асып таралышты ауылдаштар. Ә беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа оло йәштәге апай-ағайҙарға киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, донъяларҙың имен тороуын теләп, киләсәк тә лә ошолай йыйылышып, бер-береһен һаулыҡта ғына күреп тороуҙарын теләп ҡалабыҙ.


Читайте нас: