Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арнап “Ҡартаямы ни ул йөрәк, сәстәргә сал ҡунһа ла?!” тип аталған бик матур, йылы байрам үтте.
Ауылыбыҙҙың йәме, күрке булған инәй-бабайҙарҙы ҡотларға Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шаһиев Әнүр Әҙһәм улы, эштәргә идарасы Шаһиева Тәнзилә Тажи ҡыҙы, ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Йәмилә Нәғимрахман ҡыҙы килгәйне. Һәр ҡайһыһы оло быуынға йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, тәрән ихтирамын ҡайнар теләктәр аша әйтте. Шулай уҡ быйыл үҙҙәренең 70, 80, 90 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләүсе өлкәндәрҙе юбилейҙары менән ҡотлап ауыл хакимиәте бәләкәй генә булһа ла бүләктәр тапшырҙы, ә ауылыбыҙ һәүәҫкәрҙәре һәр юбилярға йырлы сәләмен юлланы.
Был байрам шуныһы менән дә үҙенсәлекле булды - Үрге Әрмет ауылында матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе Рәшиҙә менән Шакир Ниғмәтуллиндар үҙҙәренең Алтын туйҙарын билдәләне. Эйе, уларҙың бер-береһенең яҙмыштарын уртаҡ бәйләгән көндән һуң теп-теүәл илле йыл ваҡыт үтеп киткән икән. “Мендельсон маршы” һәм көслө алҡыштар аҫтында сәхнәгә күтәрелгәс танышҡан ваҡыттарын иҫкә төшөрөп көлөшөп тә алдылар. Ә уларҙың танышыу тарихы былайыраҡ була. Бер ваҡыт Рәшиҙә инәй тегермәнгә иген тарттырырға килә. Мәлен тура килтереп Шакир бабай ҙа килә иген тарттырырға. Баҡтиһәң, Шакир бабайҙы Фәтих тигән ағаһы Рәшиҙә инәйҙең килгән ваҡытын тура килтереп юрамал ебәргән икән. Әммә был осрашыу бушҡа булмай. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана. Сығышы менән Маҡарҙан булған Рәшиҙә Дәмин ҡыҙы Әрмет ауылына килен булып килгәс тә фермаға һауынсы булып эшкә төшә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда, ә Шакир Барый улы малсылыҡта эшләй. Икеһе лә хеҙмәт ветераны. Ил алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәттәре күп һанлы миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Был матур пар үҙҙәренең тормош юлын хеҙмәт менән биҙәгән. Әлеге мәлдә улар бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡорған донъялары бөхтә, күркәм, йылылыҡ бөркөлә уларҙың усағынан. Әле лә оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан бер-береһе менән шаяртышып, бер-береһенә егет менән ҡыҙ кеүек иркә ҡараш ташлап ҡына һәүетемсә донъя көтәләр. Йәштәр көнләшерлек уларҙың мөхәббәтенә. Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе Ниғмәтуллиндарҙы ошо матур байрам көнөндә ауыл хакимиәте ҡотлап, бүләкләп китте. Ә сәхнәбеҙ һандуғасы Сәлиха Фәсхетдинова башҡарыуындағы “Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк” йыры был ғаиләгә байрам бүләге булып яңғыраны.
Ҡыҫҡаһы, бик матур үтте байрам. Оло кешегә күп кәрәкме ни инде! Уларға бит бер йылы һүҙ, иғтибар, әйткән кәңәштәрен тыңлау ҙа етә. Килгән инәй-бабайҙарҙың күңеле булды. Концерттан һуң тәмле табын артына ултырып, сәй эсеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.